Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Һәйкәл булып ҡайтты батырҙар
Һәйкәл булып ҡайтты батырҙар
Был кешеләр, тормоштоң иң аяныслыһын үҙ күҙҙәре менән күреп-кисерһә лә, үткәндәре хаҡында һөйләргә яратмай. Утлы-ҡанлы алышты үткән батыр йөрәклеләрҙең бар теләге – бындай ҡурҡыныс бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ҡабатланмаһын. Тыныслыҡты иң ҙур бәхет күргән был кешеләр – Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечня һуғыштарында ҡатнашҡан батырҙар.



Районыбыҙҙың Бүләкәй, Федоровка ауылдарында Ватаныбыҙ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән һәйкәлдәр асылды. Һуғышта һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҙур тырышлыҡ һалған.
Федоровка ауылындағы сараға халыҡ күп йыйылды. Һәйкәлде асыу танта­на­һында ҡатнашҡан Башҡорт­остан Хөкү­мәте Премьер-министры урынбаҫары, генерал-майор Марат Мәһәҙиев Афған ерендә хеҙмәт иткән Федоровка районы егеттәренең илһөйәрлеге, Ватанға тоғ­ро­лоғо хаҡында айырып әйтһә, “Афғанстан” Рәсәй союзы” йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе Сергей Пахомов аяуһыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарҙың ата-әсәһенә, туғандарына иҫтәлекле ваҡиғала халыҡ менән бергә булғандары өсөн рәхмәт әйтте. Тыуған ил өсөн йәнен аямаған батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап сәскә һалынды.
Һәйкәл булып ҡайтты батырҙарВаҡыт үтһә лә дәһшәте баҫылмаған Бөйөк Ватан һуғышына Федоровка районынан киткән яугирҙәрҙең исеме уйып яҙылған мемориал Бүләкәй ауылында урын алды. Район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов Еңеүҙең 70 йыл­лығына әҙерлек нигеҙендә атҡарылған эштә әүҙем ҡатнашҡандарҙың, матди ярҙам күр­һәткәндәрҙең Тыуған ил алдындағы изге бурысты үтәүгә тос өлөш индереүҙәрен билдәләне.
Сараға килгән һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу ҡатыш һағыш сағыла. Батыр­ҙарҙы иҫкә алған минутта күптәрҙең күҙе йәшләнә. Яҡындарын һуғышҡа, ғәзиз балаларын хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда берәү ҙә уларҙы һуңғы тапҡыр күрәм тип уйламай, яҡты киләсәккә өмөт бағлай... Яу яланында ятып ҡалғандарҙың аяуһыҙ яҙмышы, оло батырлығы үҫеп килгән йәш быуынға һәйбәт өлгө булып, уларҙа тыуған ер өсөн көрәшкәндәргә иғтибар һәм хөрмәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итһен ине.
Тантанала район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов һәйкәл ҡуйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.


Автор: Петр ХРАМОВ. Район: Федоровка районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә