Был кешеләр, тормоштоң иң аяныслыһын үҙ күҙҙәре менән күреп-кисерһә лә, үткәндәре хаҡында һөйләргә яратмай. Утлы-ҡанлы алышты үткән батыр йөрәклеләрҙең бар теләге – бындай ҡурҡыныс бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла ҡабатланмаһын. Тыныслыҡты иң ҙур бәхет күргән был кешеләр – Бөйөк Ватан, Афған һәм Чечня һуғыштарында ҡатнашҡан батырҙар.
Районыбыҙҙың Бүләкәй, Федоровка ауылдарында Ватаныбыҙ тарихында юйылмаҫ эҙ ҡалдырған ваҡиғаларҙы һүрәтләгән һәйкәлдәр асылды. Һуғышта һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, “Башҡортостан хәрби хәрәкәт ветерандары союзы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ҙур тырышлыҡ һалған.
Федоровка ауылындағы сараға халыҡ күп йыйылды. Һәйкәлде асыу тантанаһында ҡатнашҡан Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, генерал-майор Марат Мәһәҙиев Афған ерендә хеҙмәт иткән Федоровка районы егеттәренең илһөйәрлеге, Ватанға тоғролоғо хаҡында айырып әйтһә, “Афғанстан” Рәсәй союзы” йәмәғәт ойошмаһының республика бүлексәһе рәйесе Сергей Пахомов аяуһыҙ һуғыштан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттарҙың ата-әсәһенә, туғандарына иҫтәлекле ваҡиғала халыҡ менән бергә булғандары өсөн рәхмәт әйтте. Тыуған ил өсөн йәнен аямаған батырҙарыбыҙҙың яҡты иҫтәлегенә арнап сәскә һалынды.
Ваҡыт үтһә лә дәһшәте баҫылмаған Бөйөк Ватан һуғышына Федоровка районынан киткән яугирҙәрҙең исеме уйып яҙылған мемориал Бүләкәй ауылында урын алды. Район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов Еңеүҙең 70 йыллығына әҙерлек нигеҙендә атҡарылған эштә әүҙем ҡатнашҡандарҙың, матди ярҙам күрһәткәндәрҙең Тыуған ил алдындағы изге бурысты үтәүгә тос өлөш индереүҙәрен билдәләне.
Сараға килгән һәр кемдең йөҙөндә йылмайыу ҡатыш һағыш сағыла. Батырҙарҙы иҫкә алған минутта күптәрҙең күҙе йәшләнә. Яҡындарын һуғышҡа, ғәзиз балаларын хәрби хеҙмәткә оҙатҡанда берәү ҙә уларҙы һуңғы тапҡыр күрәм тип уйламай, яҡты киләсәккә өмөт бағлай... Яу яланында ятып ҡалғандарҙың аяуһыҙ яҙмышы, оло батырлығы үҫеп килгән йәш быуынға һәйбәт өлгө булып, уларҙа тыуған ер өсөн көрәшкәндәргә иғтибар һәм хөрмәт тәрбиәләүгә булышлыҡ итһен ине.
Тантанала район хакимиәте башлығы Радик Ишмөхәмәтов һәйкәл ҡуйыуҙа ҙур ярҙам күрһәткәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.