Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Зыян күргәндәр яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡ
Зыян күргәндәр  яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡ
Насар хәл көтмәгәндә килә бит. Йоманың аяҙ һәм йылы көнө кискә ауышҡанда ниндәйҙер хәүеф тураһында уйларға бер сәбәп тә юҡ ине...

Зәңгәр күктә ара-тирә йыйыла башлаған болоттар ҙа ғәҙәттәге ямғыр булырына ишараланы. Бара-тора уларҙың әүәлгегә ҡарағанда үҙенсәлеклерәк төҫ алыуына кемдер иғтибар иткәндер, ә көндәлек мәшәҡәттәр менән мәшғүлдәрҙең күбеһе үҙгәрә барған һауаға ара-тирә күҙ һалыуҙан уҙманы. Эре генә ямғыр күҙҙәре төшә башлап, көнбайыштан һалҡын ел ҡуҙғалғанда ла әллә ни шом һиҙелмәне. Ҡалғаны инде бик тиҙ булды: кинәт күтәрелгән дауыл дөбөр-шатыр килтереп йыуан-йыуан ағастарҙы, тимер-бетон электр бағаналарын шырпылай һындырҙы, йорттарҙың ҡыйыҡтарын алып бәрҙе, ағастан һалынған иҫкерәк ҡаралтыларҙы ғына түгел, таш-кирбестән күтәрелгән яңыларының да ҡайһы берҙәрен ер менән тигеҙләне, ҡоймаларҙы, еңел автомобилдәрҙе, хатта йөк машиналарын ауҙарҙы. Әҙәм күтәрмәҫтәй ауыр әйберҙәр ятҡан урынынан йөҙәр метрға тиклем ситкә осто. Йорттарҙың тәҙрә өлгөләре селпәрәмә килде, өй эстәрендә уйнаған ҡойон бар нәмәне юҡҡа сығарҙы...
Зыян күргәндәр  яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡБыл юлдар республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш биләмәләре 29 августа кисергән ғәрәсәт тураһында. Белгестәр билдәләүенсә, көнсығыш йүнәлештә иҫкән елдең тиҙлеге секундына 26 метрҙан артып киткән. Ямғыр һәм боҙ-борсаҡ менән аралашҡан көслө дауыл башлыса Краснокама, Ҡалтасы һәм Яңауыл райондары аша үткән. Уның киңлеге ҡайһы бер ерҙәрҙә километр ярымғаса еткән.
Зыян күргәндәр  яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡФажиғә һөҙөмтәһендә 80-гә яҡын кеше тән йәрәхәттәре алған, Краснокама районының Ҡарый ауылында йәшәгән оло йәштәге ике кешенең ғүмере өҙөлгән: балалар лагеры ҡарауылсыһы, 73 йәшлек Иван Апаковты ултырған будкаһын дауыл ауҙарғанда йөрәк өйәнәге тотҡан, ә ихатаһындағы ҡаралты ишеген ябырға сыҡҡан 63 йәшлек Арсентий Васильев емереклектәр аҫтында ҡалған.
Ғәрәсәт 500-гә яҡын торлаҡ йортто зарарлаған, 26 ауылда электр линияларын тулыһынса өҙгән. Яңауыл районында ғына ла 69 ауыл төрлө дәрәжәлә зыян күргән, дүрт ярҙамсы станция сафтан сығыу сәбәпле, 5440 йортҡа электр энергияһы биреү туҡтаған. Ҡалтасы районында уларҙың һаны 650-нән артыҡ.
Зыян күргәндәр  яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡДауыл Краснокамалағы Ҡарый һәм Янаҡтай, Яңауылдағы Конигов һәм Иҫке Көйөк ауылдарына, Көнсығыш биҫтәһенә бигерәк тә ҙур зыян килтергән. Бында ҡайһы бер йорттар, хужалыҡ ҡоролмалары, гараждар тотошлай емерелгән, бик күптәре етди зыян күргән. Мәҫәлән, Яңауылдың үрҙә әйтелгән биҫтәһендә — 113, ике ауылында 85 йорт етди төҙөкләндереү талап итә. Иҫке Көйөктәге мәктәптең ҡыйығын ел алып китеү сәбәпле, бындағы 11 уҡыусы яңы уҡыу йылын ике ярым саҡрымдағы Истәк мәктәбендә башланы. Краснокаманың Ҡарый ауылында байтаҡ торлаҡ тулыһынса эштән сыҡҡан.
Зыян күргәндәр  яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡРәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының республика буйынса баш идаралығы, ҡала һәм райондарҙың тейешле хеҙмәттәре дауылдан һуң тәүге сәғәттәрҙә үк ҡотҡарыу, таҙартыу һәм төҙөкләндереү эштәренә тотондо. Тәү сиратта бар ерҙә лә зыян күргән кешеләргә кәрәкле беренсе медицина һәм психологтар ярҙамы күрһәтелде. Йорт-ҡураһыҙ ҡалғандар туған-тыумасалары һәм таныштарында һыйыныу тапты, бындай мөмкинлеге булмағандарға махсус әҙерләнгән ваҡытлыса йәшәү урындары тәҡдим ителде. Мохтаждар өсөн кейем-һалым йыйыу, йылы аш әҙерләү ойошторолдо.
Республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитовтың күрһәтмәһенә ярашлы, ғәрәсәткә дусар булған өс районда ла ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде. Махсус ойошторолған ведомство-ара комиссияға, күрелгән зыян күләмен асыҡлап, бындай осраҡта ҡаралған ярҙамды алыу өсөн 20 сентябргә тиклем Рәсәй Хөкүмәтенә мөрәжәғәт итеү бурысы йөкмәтелде.
Дауылдан зыян күргән биҫтә һәм ауылдарҙы тәртипкә килтереү, уларҙа тәү сиратта кәрәкле социаль һәм хужалыҡ объекттарын, халыҡтың йорт-ҡаралтыларының тергеҙергә мөмкин булғандарын төҙөкләндереү башланды. Был эштәргә урындағыларға өҫтәмә рәүештә башҡа ҡала һәм райондарҙағы ойошма һәм учреждениелар йәлеп ителгән. Электрсылар үҙҙәренә йөкмәтелгәндең күп өлөшөн башҡарып сыҡты ла инде, уларға үҙебеҙҙекеләрҙән тыш күрше Пермь крайынан хеҙмәттәштәре лә тәүге көндән ярҙамға килде.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының урындағы бүлектәре үҙ хеҙмәткәрҙәрен фажиғә урындарында тәүлек әйләнәһенә дежурға ҡуйған. Улар белдереүенсә, халыҡ булған хәлде дөрөҫ аңлап ҡабул итә, ниндәйҙер тәртип боҙоу осраҡтары теркәлмәгән.
Фажиғә шаһиттары һәр ерҙә лә ғаилә ағзалары, дуҫ-туғандары ярҙамында ғәрәсәт эҙемтәләрен бөтөрөүгә, өй-ихатаһын һәм яҡын- тирәне тәртипкә килтереүгә әүҙем тотонған. Улар, эштән бүленеп, бер нисә һүҙ әйтте.
Яңауыл ҡалаһындағы Көнсығыш биҫтәһенең Рәсәй урамында ҡыйыҡһыҙ ҡалған йорт хужабикәһе Эльвира Хисмәтуллина былай тине:
— Өйҙә бер үҙем генә инем. Ямғырлы көслө ел ҡупҡас, йортобоҙ ер тетрәгәндәй тотошлай һелкенеп алды, шунан бар нәмә дөбөр-шатыр килде. Бөтәһе лә тиҙ арала булды. Тауыш баҫыла төшкәс, тышҡа сыҡҡайным, иҫем китте: верандабыҙ емерелгән, йорттоң ҡыйығы ерҙә ята.
Ошондай күренеш һәр урамда күҙәтелә. Дауылдың төп юлына эләккән йорттар бигерәк тә ныҡ зыян күргән. Күптәре ҡыйыҡһыҙ, тәҙрәләре селпәрәмә килгән. Ихата кәртәләре, ниндәй материалдан булыуға ҡарамаҫтан, аҡтарып ташланған.
Конигов ауылында ла хәлдәр еңелдән түгел. Йорт-ҡураһы емерелеүгә дусар булған Евгений Семенов ғәрәсәт ваҡытында командировкала була. Өйҙә ҡалған ҡатыны Вилия менә бер йәш тә өс айлыҡ улы Сашаның ҡазанан йәрәхәтһеҙ-ниһеҙ ҡотолоуына ҡыуана ул. Ә инде ике йыл элек кенә төҙөгән йортоноң ҡыйыҡһыҙ ҡалыуы, веранда менән мунсаһының ишелеп төшөүе бошондора, әлбиттә.
— Ҡаралтыларым страховкаланмағайны шул, — ти ул оло үкенес менән. – Был турала бәлә бәкәлгә һуҡҡас ҡына уйлайбыҙ бит. Ҡала хакимиәте вәкилдәре булып китте, аҡсалата ярҙам вәғәҙә итәләр. Бар өмөт шунда инде...
Урамдың ҡаршы яғында йәшәүсе оло йәштәге Зинаида Тимиряева фажиғә кисендә күрше Шудек ауылындағы туғандарында булған.
— Дауылдан һуң ҡайтҡас, йорт-ҡураны танымай торҙом, – ти әбей. — Өй ҡыйығы былай урынында, әммә тәҙрәләр өлгөләре менән ҡырылған. Йорт эсе сүп-сар менән тулған, хатта ҡалын ғына таҡта осоп килеп ингән. Газ яғып эшләгән мейестең мөрйәһе юҡҡа сыҡҡан, түшәмдә тишек кенә ыржайып тора.
Хужабикә шулай уҡ таҡта, шифер һәм башҡа материал киҫәктәре менән тулған ихата һәм баҡсаһын күрһәтте. Арттараҡ үҫкән йөҙйәшәр тирәктәр яп-яланғас ҡалған.
Краснокама районының Ҡарый ауылы урамдары яу яланын хәтерләтә. Ихатаһы емереклектәр менән тулы яңы ғына йорт янында тороусылар әсәле-уллы Лидия менән Юрий Васильевтар булып сыҡты. Ошо емереклектәр аҫтында өҙөлгән дә инде йорт хужаһы Арсентий Андреевичтың ғүмере. Икеләтә ҡайғы кисергәндәргә оло теләктәшлек белдереп, ныҡлы сыҙамлыҡ ҡына теләргә ҡала.
Арыраҡ барып Сергей Вәлиев менән аралашам.
— Дауыл алдынан мин ихатала инем, — ти ул. – Офоҡтоң көнбайыш яғында ҡап-ҡара болот хасил булғаны күҙгә салынды. Тиҙҙән уң яҡтан күпереп торған аҡ болоттар килеп ҡушылды ла бергә өйөрөлә башланылар. Әйләнеү шәбәйә төшөп, болоттарҙың аҫҡы осло яғы ергә боролғас, өйгә йүгерҙем. Әсәйемде, ҡатыным һәм ҡыҙымды баҙға төшөрөп, тәҙрәгә күҙ һалғанда күрше йорттоң ҡыйығы күтәрелгәнен күреп ҡалдым. Дөбөр-шатыр башланғансы баҙға һикерҙем. Бер нисә минуттан тауыш тынды, тышҡа сығып, тирә яҡҡа хайран ҡалдыҡ...
30 августа республика Президенты вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Рөстәм Хәмитов ғәҙәттән тыш хәлгә тарыған Яңауыл һәм Краснокама райондарына эш сәфәре менән килде, Яңауыл ҡалаһының тәбиғәт ғәрәсәтенән айырыусы ҙур зыян күргән Көнсығыш биҫтәһендә, райондың Конигов ауылында һәм Краснокама районының Ҡарый ауылында булды. Ҡазаға тарыусылар менән аралашҡанда емерелгән һәм өлөшләтә зарарланған йорттарҙы тергеҙеүҙә республиканың бар яҡлап ярҙам итәсәген белдерҙе ул. Бөтөнләй яраҡһыҙҙары урынына яңылары һалынасаҡ. Бәләгә тарығандар шулай уҡ аҡсалата ярҙам аласаҡ, уны биреү 1 сентябрҙән башланды ла инде.
Зыян күргәндәр  яҡлауһыҙ ҡалмаясаҡНефтекама ҡалаһында Рөстәм Хәмитов Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү һәм уларҙың эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса республика комиссияһы ултырышын үткәрҙе, фажиғә эҙемтәләрен ҡыҫҡаса барлап сығып, өлөшләтә төҙөкләндереү менән бер рәттән ҡаза күргәндәр өсөн 100-гә яңы йорт һалыу кәрәклеген айырым билдәләне. Барлыҡ был эштәр 2015 йылдың 1 ғинуарына башлыса тамамланырға тейеш – республиканың төҙөлөш комплексы алдына нәҡ ошондай бурыс ҡуйылды.
Бәләгә юлыҡҡан халыҡҡа аҡсалата ярҙам күрһәтеләсәк. Һәләк булғандарҙың ғаиләләренә берәр миллион һум бүленһә, төрлө тән йәрәхәттәре алыусыларға, яраның ауырлығына ҡарап, 200-400 мең һум биреләсәк. Ғәҙәттән тыш хәл арҡаһында милек-мөлкәтен юғалтҡандар ҡануниәттә ҡаралғанса компенсация аласаҡ.
Мохтаждарға хоҡуҡи яҡтан, шулай уҡ башҡа төр ярҙам күрһәтеү зарурлығынан сығып, кәңәшмәлә республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов етәкселегендә төрлө йүнлештәге тәжрибәле белгестәрҙән торған махсус штаб ойоштороу тураһында килешелде. Ул Нефтекама ҡалаһында үҙенең эшен башланы ла инде. Ҡаза күргән өс райондың, ауыл биләмәләренең дә үҙ штабтары буласаҡ.
Ултырышта шулай уҡ көтмәгәндә килеп сыҡҡан ғәҙәттән тыш хәл эҙемтәләрен тиҙ арала бөтөрөү, фажиғәгә тарығандар тураһында кәрәкле хәстәр күрһәтеү буйынса башҡа мәсьәләләр ҙә ентекләп тикшерелде, уларҙы хәл итеүҙең аныҡ юлдары билдәләнде. Был эштәргә йәлеп ителгән комиссия ағзаларына, республиканың министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәренә тейешле күрһәтмәләр бирелде.

Ансар НУРЕТДИНОВ, “Башҡортостан”дың үҙ хәбәрсеһе.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 826

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872