Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙебеҙҙең һуған әсерәк
Үҙебеҙҙең һуған әсерәк “2016 йылға тиклем республика үҙе етештергән йәшелсә менән тулыһынса тиерлек тәьмин ителәсәк”, – ти БР Хөкүмәте вице-премьеры Эрнст Исаев

Беҙҙең халыҡ элек-электән йәшелсәгә бик табынып барманы, ит һәм һөт аҙыҡтары, ҡамырҙан беше­релгән ризыҡ менән генә хушһынды. Ләкин туҡланыу рационы яйлап үҙгәрә. Тик агросәнәғәт етештереү­се­ләре был үҙгәрешкә һаман яраҡлаша алмай: Башҡор­тостан баҙары сит илдәр­ҙән һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән йәшел­сә-емеш менән тулып бара. Ни өсөн беҙ “Үҙебеҙҙекен һайла һәм һатып ал!” тигән саҡырыуҙы бик һүлпән тормошҡа ашырабыҙ? Йә­шел­сәселек буйынса Туймазы ҡалаһында үткәрелгән семинарҙа белгестәр ошо һорауға яуап эҙләне.


Бында Башҡортостан Хө­күмәте аппараты вәкил­дәре, муниципаль райондар һәм ҡала округтары баш­лыҡ­тары һәм белгестәре, ауыл предприятиелары һәм крәҫтиән (фермер) хужа­лыҡтары етәкселәре ҡат­наш­ты.
– Беҙгә бер насар ғәҙәт хас – алдан тоя һәм хәстәр­лек күрә белмәйбеҙ, – тине Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урын­баҫары Эрнст Исаев. – Йә­шелсәселек тармағы беҙҙә иғтибарҙан ситтә ҡала килә. Ә бит етештереүҙе күбәйтеү мөмкинлеге бар, әле республика йылына 350 мең тонна йәшелсә үҫтерһә, был күр­һәткесте 1,5 тап­ҡырға арттыра алабыҙ.
Үҙебеҙҙең һуған әсерәкӘммә үҫтереү менән үҫтереү араһында айырма бар, әлбиттә. Ауыл хужа­лығы министрлығының сай­тындағы мәғлүмәттәргә ҡа­рағанда, йәшелсәнең – 78,7, ә бәрәңгенең хатта 96,5 процентын ауылдарҙағы шәхси хужалыҡтар һәм ҡала баҡсасылары үҫтерә. Тик уларҙы баҙарға килтереп һатып ҡара... Ҡалала магазин эргәләрендә баҡсаһынан алып ҡайтҡан һәм үҙенән артып ҡалған бер тоҡсай ҡыяр йә помидорҙы һатып тороусылар бында әллә ни роль уйнамай, уларҙың был шөғөлө миҙгелле генә. Ауылдан транспорт яллап килтереп, баҙарҙағы урын өсөн түләп, йәшелсәне йыл әйләнәһенә һатыуҙы ғаилә­нең йәшәү сығанағына әй­лән­дерергә теләгән хужалар тураһында бара һүҙ. Ләкин был юл ҡаршылыҡтар менән тулы. “Беҙҙең өсөн хатта һуған үҫтереү һәм һатыу ҙа михнәтле, шуға күрә ул сит һуғандан әсерәк”, – тип ша­ярт­ҡайны бер ауыл ағайы.
Тәбиғәте ҡырыҫ булған Башҡортостанда йәшелсәне йыл әйләнәһенә үҫтереү шарттары юҡ. Тап шуға күрә лә теплица хужалыҡтары йылдам үҫеш ала башла­ғайны. Бигерәк тә Туймазы районында. Ләкин һуңғы йылдарҙа йәшелсә сәскән майҙан кәмене, уңыш күлә­ме аҙайҙы. Ошо район фермеры Миңзаһит Шәң­­гә- ­рәев­тең сығышынан күре­неүенсә, бөгөн 30 гектар теплица ере файҙа­ланылмай. Сәбәбе – газға һәм электр энергияһына хаҡтың даими үҫә барыуы. Был түләү сығымдарҙың 49 процентына барып баҫа!
Хәйер, теплицаныҡын ғына түгел, йәй үҫтергәнде лә һаҡларға булыр ине. Тик ҡайҙа? Эрнст Фәрит улы һаҡлағыстар төҙөүҙе өҫтөн­лөклө йүнәлеш тип иғлан итте. “Әгәр ҙә уңыш һаҡла­ғыстарҙы Баш­ҡортостанда етештерә башлаһаҡ, ситтән бик күп заказдар киләсәк”, – тине ул. Фермерҙар: “Шәп булыр ине лә бит”, – тигән һымағыраҡ баш ҡағып ҡына ҡуйҙы.
Ғөмүмән, ер хужалары семинарҙа шым ғына ул­тырҙы. Вице-премьерҙың: “Нимәне уйлап еткермәйбеҙ тағы, әйҙәгеҙ, әйтеп ҡалы­ғыҙ”, – тигән саҡырыуына ла ырғып тороусылар табылманы. Тик семинар аҙағында ғына бер ҡатын: “Тепли­цаларҙа эшләргә кеше юҡ, кадрҙар кәрәк!” – тине.
Һүҙ бында махсус белеме булған профессиональ йә­шелсәселәр тураһында ба­ра. Әммә улар ҙа эшкә килер алдынан иң тәүҙә хеҙ­мәт хаҡы менән ҡыҙыҡ­һына, әлбиттә. Тик уны күтә­реү өсөн табышты арт­­ты­рырға кәрәк. Хәҙерге шарттарҙа ул мөмкинме икән, ай-һай...
Логистика (тауарҙың етеш­­тереүсенән алып ҡул­ланыусыға табан хәрәкәт итеүен ойошторған сылбыр) үҙәктәре булдырыу зарур­лығы тураһында ла семи­нар­ҙа бер нисә тапҡыр телгә алынды. Ундай үҙәктәр Рәсәйҙә бөтөнләй юҡ икән.
– Ә ваҡыт бик аҙ, – тине ауыл хужалығы министры Николай Коваленко. – Төркиә, Ҡытай һәм башҡа ҡайһы бер илдәрҙең аҙыҡ-түлеге өсөн Рәсәйгә юл асылды...





Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН. Фото: Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ.
Район: Туймазы ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта

Башҡортостанда +13 градусҡа тиклем йылыта 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан синоптиктары алдағы өс көнгә һауа торошон фаразланы....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды 18.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда томан арҡаһында Өфө — Ырымбур трассаһының бер өлөшөндә хәрәкәт туҡтатылды...

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла 16.03.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандан Абхазияға тура рейстар асыла...

Тотош уҡырға 2

Өфөлә күп ҡатлы йорттоң тәҙрәләре аҫтында мәктәп уҡыусыһының үле кәүҙәһе табылған
Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә 16.03.2026 // Йәмғиәт

Өфөгә Стратегик башланғыстар агентлығы етәксеһе Светлана Чупшеваның килеүе көтөлә...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостан буйынса РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ашығыс хәбәр еткерҙе
Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде 13.03.2026 // Йәмғиәт

Пермь крайы тауҙарында иҫән ҡалған берҙән-бер турист Өфөгә күсерелде...

Тотош уҡырға 2

Республика халҡын томан һәм тайғаҡ булыуы хаҡында иҫкәрттеләр
Радий Хәбиров Талас ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны менән күреште
Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр 13.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала кредит буйынса бурысын түләмәгән ирҙе эҙләйҙәр...

Тотош уҡырға 1

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды 13.03.2026 // Йәмғиәт

Ҡариҙел һәм Асҡын райондарының хәрби комиссары билдәле булды...

Тотош уҡырға 2

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде 12.03.2026 // Йәмғиәт

Республикала күп балалы әсәләр «Әсәлек даны» миҙалы менән бүләкләнде...

Тотош уҡырға 3


Комментарий өҫтәргә