Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Йыр йәшәртә йөрәкте
Йыр йәшәртә йөрәкте — Һеҙ һөнәрҙе дөрөҫ һай­ламағанһығыҙ, яңылышҡанһығыҙ ахыры, Асия апай.
— Әлләсе. Ҡырҡ йыл математикананан уҡытҡан дәүерҙә һандар телен яҡшы аңларға өйрәндем, формулалар ҙа ҡатмарлы тойолманы.
— Күңелегеҙ тулы йыр-моң, шиғриәткә мөкиббән киткән шәхес булғанға күрә башҡа шундай уй йүгерҙе. Шиғыр, нәҫер, хикә­йәләрҙән торған “Күңелем гәүһәрҙәре”, “Тормошом — шаулы йылға” тигән китап­тарығыҙ менән яҡташтарығыҙҙы һөйөндөрҙөгөҙ. Йәнә бер китабығыҙ өҫтөндә эшләгәнегеҙҙе лә ишетеп белдек.
— Тәбиғәт балаһы бит мин, — тип шаярта хеҙмәт ветераны Асия Сакаева. — Шундай гүзәллек эсендә йөҙөп йәшәгәс, башҡа матур-матур шиғри юлдар килеүе һис ғәжәп түгелдер. Ә йыр-моңдо бөтә ғаиләбеҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән ярата­быҙ. Беҙ йәшәгән Шланлыкүл ауылында бынан дүрт йыл элек социаль-мәҙәниәт үҙәге асылды. Беҙҙең, өлкән йәштәгеләрҙең, бар шатлығы — ошо клуб. Йырлап-бейеп күңел асабыҙ, төрлө байрамдар ойош­торабыҙ. Үҙем моңло халыҡ йырҙарын бик яратып башҡарам.
Бүздәк районының мәҙәниәт һа­райында Асия апайҙың улы, Баш­ҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы, баянсы Ирек Сакаев, ейәне Марсель (Әлмәт политехник институтында уҡый, гитарала уйнай), килене Гүзәл (Татарстан ҡыҙы беҙҙең төбәкте үҙ иткән, банк хеҙмәткәре, үҙеш­мәкәрлектә әүҙем ҡатнаша, бейеү ансамблендә шөғөлләнә, ҡумыҙсы), ейәнсәре Лилиә (“Сәйлән” бейеү ансамблендә шөғөлләнә) менән танышып, моңло ғаиләнең сәнғәт донъяһына ылығып, ошо дәртле ижад осҡондарын башҡаларҙа ла ҡабыҙа алыуына һоҡландыҡ.
“Асылыкүл” тәбиғәт паркының фән һәм туризм буйынса директор урынбаҫары Ирек Сакаев ижады менән таныш булғандар уның “Ҡарлуғас”, “Ике йөрәк”, “Бала сағым юлдары”, “Дуҫтарыма” һәм башҡа йырҙарын күптән отоп алып, сәхнәләрҙә йырлап йөрөй бөгөн. Улдарының икеһенең дә музыка мәктәбен тамамлап, йыр-моңдан айырылмай йәшәүендә ата-әсәһенең дә, өләсәләренең дә өлөшө ҙур.
– Көйәнтәләп һыуға барғанда ла гел йырлап йөрөгән әсәкәйем бөгөнгөләй күҙ алдымда, — тип хәтерләй Асия апай. — Йыр-моңға мөхәббәт быуындан быуынға шулай күсә килә. Балаларыма математика фәне серҙәрен өйрәтеү менән бергә халҡыбыҙҙың сәнғәт ҡомарт­ҡы­ларына һөйөү уята алыуым менән бәхетлемен. Йөрәкте һыҙлатып, һүнеүгә барған тыуған ауылым Ҡаранайҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороу, халыҡтың күңелен күтәреү өсөн концерттар әҙерләү мәшәҡәттәрен дә ихлас башҡарабыҙ.
Борон-борондан көйөнөстәрен йыр менән баҫҡан, һөйөнөстәрен йыр менән күтәргән халҡыбыҙҙың үҙен­сәлекле моңло ғаиләһе ул Сакаевтар. Һағышлының һағыштарын тарата, көсһөҙҙәргә ҡанат ҡуя, ҡарттарҙы йәшәртә торған тылсымлы дарыу — шул ул халыҡ күңеле тыуҙырған моң даръяһы.


Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА. Район: Бүздәк районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә