— Һеҙ һөнәрҙе дөрөҫ һайламағанһығыҙ, яңылышҡанһығыҙ ахыры, Асия апай.
— Әлләсе. Ҡырҡ йыл математикананан уҡытҡан дәүерҙә һандар телен яҡшы аңларға өйрәндем, формулалар ҙа ҡатмарлы тойолманы.
— Күңелегеҙ тулы йыр-моң, шиғриәткә мөкиббән киткән шәхес булғанға күрә башҡа шундай уй йүгерҙе. Шиғыр, нәҫер, хикәйәләрҙән торған “Күңелем гәүһәрҙәре”, “Тормошом — шаулы йылға” тигән китаптарығыҙ менән яҡташтарығыҙҙы һөйөндөрҙөгөҙ. Йәнә бер китабығыҙ өҫтөндә эшләгәнегеҙҙе лә ишетеп белдек.
— Тәбиғәт балаһы бит мин, — тип шаярта хеҙмәт ветераны Асия Сакаева. — Шундай гүзәллек эсендә йөҙөп йәшәгәс, башҡа матур-матур шиғри юлдар килеүе һис ғәжәп түгелдер. Ә йыр-моңдо бөтә ғаиләбеҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ менән яратабыҙ. Беҙ йәшәгән Шланлыкүл ауылында бынан дүрт йыл элек социаль-мәҙәниәт үҙәге асылды. Беҙҙең, өлкән йәштәгеләрҙең, бар шатлығы — ошо клуб. Йырлап-бейеп күңел асабыҙ, төрлө байрамдар ойошторабыҙ. Үҙем моңло халыҡ йырҙарын бик яратып башҡарам.
Бүздәк районының мәҙәниәт һарайында Асия апайҙың улы, Башҡортостан композиторҙар союзы ағзаһы, баянсы Ирек Сакаев, ейәне Марсель (Әлмәт политехник институтында уҡый, гитарала уйнай), килене Гүзәл (Татарстан ҡыҙы беҙҙең төбәкте үҙ иткән, банк хеҙмәткәре, үҙешмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша, бейеү ансамблендә шөғөлләнә, ҡумыҙсы), ейәнсәре Лилиә (“Сәйлән” бейеү ансамблендә шөғөлләнә) менән танышып, моңло ғаиләнең сәнғәт донъяһына ылығып, ошо дәртле ижад осҡондарын башҡаларҙа ла ҡабыҙа алыуына һоҡландыҡ.
“Асылыкүл” тәбиғәт паркының фән һәм туризм буйынса директор урынбаҫары Ирек Сакаев ижады менән таныш булғандар уның “Ҡарлуғас”, “Ике йөрәк”, “Бала сағым юлдары”, “Дуҫтарыма” һәм башҡа йырҙарын күптән отоп алып, сәхнәләрҙә йырлап йөрөй бөгөн. Улдарының икеһенең дә музыка мәктәбен тамамлап, йыр-моңдан айырылмай йәшәүендә ата-әсәһенең дә, өләсәләренең дә өлөшө ҙур.
– Көйәнтәләп һыуға барғанда ла гел йырлап йөрөгән әсәкәйем бөгөнгөләй күҙ алдымда, — тип хәтерләй Асия апай. — Йыр-моңға мөхәббәт быуындан быуынға шулай күсә килә. Балаларыма математика фәне серҙәрен өйрәтеү менән бергә халҡыбыҙҙың сәнғәт ҡомартҡыларына һөйөү уята алыуым менән бәхетлемен. Йөрәкте һыҙлатып, һүнеүгә барған тыуған ауылым Ҡаранайҙа “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамын ойоштороу, халыҡтың күңелен күтәреү өсөн концерттар әҙерләү мәшәҡәттәрен дә ихлас башҡарабыҙ.
Борон-борондан көйөнөстәрен йыр менән баҫҡан, һөйөнөстәрен йыр менән күтәргән халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле моңло ғаиләһе ул Сакаевтар. Һағышлының һағыштарын тарата, көсһөҙҙәргә ҡанат ҡуя, ҡарттарҙы йәшәртә торған тылсымлы дарыу — шул ул халыҡ күңеле тыуҙырған моң даръяһы.