Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Разведчик хәтирәләре
Разведчик хәтирәләре
Оҙаҡ йылдар колхоз рәйесе булдым. 1988 йылдың ноябрь аҙаҡтарында ауырып китеп, дауаханаға эләктем. Ике аҙна ятып сыҡҡас, табиптарҙың кәңәше буйынса отпуск һәм ял йортона юллама алдым. Һүҙ ыңғайында әйтеп үтәйем: ул ваҡыттарҙа колхоз-совхоздарға путевка шул тиклем күп килде. Өйөлөп китә, профком рәйесе кеше таба алмай, уларҙы кире тапшырған саҡтар ҙа булды. Хаҡы хаҡмы: иң ҡиммәтлеһе — 35 һум, күптәре бөтөнләй бушлай – профсоюз ҡаҙнаһынан. Һауынсыларға тәҡдим итһәң: «Һыйырҙарымды кешегә ҡалдырырға ҡыҙғанам. Быйыл һәр береһенән өс мең литр һөт алырға уйлайым», – тип яуаплай. Механизаторҙар ҙа шундайыраҡ фекерҙә.
Мин профком ярҙамында 12 юллама араһынан Пятигорскиға сәфәрҙе һайлап алдым. Йылы яҡта булғаным бар, шулай ҙа Лермонтов йөрөгән иҫтәлекле урындарҙы күреп ҡайтырға теләнем. Иртәнге сәғәт 5-тән сығып, Өфөлә самолетҡа ултырҙым, шул уҡ көндө киске 7-лә Пятигорскиҙа инем.


Яңы танышым
Мине ап-аҡ сәсле, зәңгәр күҙле, ҡара ҡашлы, кәзә һаҡаллы, бәләкәйерәк кәүҙәле бик етеҙ ҡарт ҡаршы алды. 67 йәштә икән.
– Һаумыһығыҙ, – тигәйнем, һаулыҡты бик йылы алды һәм сумкамды ҡуйып та өлгөрмәҫтән:
– Михаил Маркович, – тип ҡулын һуҙҙы.
— Марат Әбйәлилович. — Һүҙ ялғанды. Ҡайҙан киле­үемде белгәс, ул: «Баймөхәмәтовтарҙы бе­лә­һе­геҙме?» – тип һорай ҡуйҙы. “Беләм”, — тип яуап­ла­­ным, ни өсөн тигәндә, Ленин исемендәге кол­­хоздың баш бухгалтеры Ҡәйүм Баймөхәмәтов ине.
– Һеҙ ҡайҙан, Башҡортостанданмы?..
Әңгәмәсем Краснодар ҡалаһынан икән. Ҡыҙыҡ­һыныуым көсәйә төштө:
– Ә Баймөхәмәтовтарҙы ҡайҙан беләһегеҙ?
Михаил Маркович тынып ҡалды. Ныҡ ҡына көрһө­нөп ҡуйҙы. Шунан һөйләй башланы:
– Беҙ уны Мишка-Михаил тип йөрөтә торғайныҡ. Бер ваҡытта ла, бер кемгә лә был хаҡта өндәшмә­нем. Башҡортостанданмын, Баймөхәмәтовтарҙы беләм тигәсең, 47 йылдан һуң булһа ла һиңә һөйләйем әле.
…Мин уның менән 1941 йылда яҙғы саҡырыуҙа армияға алындыҡ, Белоруссия сигендә бергә хеҙмәт итә башланыҡ. Ул — таҙа кәүҙәле, киң яурынлы, оҙон буйлы, ысын башҡорт егете. Сәсен таҡыр йө­рөтөүе беҙгә бик ҡыҙыҡ тойола торғайны. Күрәһең, башҡа һалдаттар сәс йөрөткәндер. Бәке менән ҡы­ры­на башлаһа, һалдаттар уның эргәһенә килеп, ҡыҙыҡ күреп ҡарап тора. Беҙ, яңы килгәндәр, 1921 йыл­­ғылар инек. Миша, урыҫса бик таҙа һөйләшмәһә лә, аралашыусан. Казармалағы койкалар ике яруслы, ул аҫта йоҡланы, мин — өҫкө ҡатта. Белоруссия менән Польша сиген һаҡлау өсөн бер-береһенә яҡын ғына өс хәрби часть торҙо, 10 саҡрым ситтәрәк — авиация полктары. Көн дә иртәнән кискә тиклем беҙгә һалдат хеҙмәте серҙәрен өйрәттеләр. Яңы пушкаларҙы, төрлө техниканы өйрәндек. Бер айҙан ашыуыраҡ ваҡыт үтеүгә өйҙән берәр хат алдыҡ. Яҡшы егеттәр менән бергә тура килеү хеҙмәтте бер аҙ еңеләйтте.
Мәхшәр
1941 йылдың 21 июне. Ил сиге тып-тыныс, бер нин­дәй тауыш ишетелмәй. Һуғыш сығыуы ихтимал­лығы уйҙа ла юҡ, командирҙар ҙа бер нәмә лә әйт­мәне. Ике часть араһында боронғо ҙур сиркәү ултыра ине. Көн­дөҙ ашарға барғанда уға ете табут алып ингәндәрен күрҙек… Әммә көн үҙ ағышы менән үтте, ул-был беленмәне.
Йәш һалдаттарҙы өйрәтеү өсөн тревогалар йыш була. Беҙ уға өйрәнә лә башлағайныҡ инде. 21 июнь кис тыныс ҡына йоҡларға яттыҡ, таңғы сәғәт 4 ти­рәһендә иһә тревогаға күтәрҙеләр. Самолеттар бөтә күк йөҙөн ҡаплап алған, бомбаға тоталар, хәрби часта булған техниканы юҡ итәләр… Теге сиркәүҙең эсенән дә, башынан да тороп, казарманан сыҡҡан һәр һал­датты атып үлтереп торалар. Кисә табутта пулеметтар индергәндәр икән. Казарманан сыҡҡан һалдаттарҙың 80 проценты шул пулеметтан үлте­рел­гәндер. Беҙҙең өс часты ер менән тигеҙләнеләр, авиаполктан бер самолет та күтәрелә алманы — бөтә аэродромды юҡ иттеләр. Немец самолеттары, барыһын да көлгә әйләндергәс, үҙҙәренең һалдат­та­рына юл асыр өсөн Брест, Балконский, Лида, Слоним һәм башҡа ҡалаларҙы бер туҡтауһыҙ бомбаға тота башланы. Казарманан сыҡҡан һәр һалдаттың үлтерелгәнен күргәс, беҙ аҙашым (икебеҙ ҙә – Михаил) Баймөхәмәтов менән артҡы запас ишектән сығып, сик буйын ташлап, тыл яғына йүгерҙек һәм пулемет утынан ҡотолдоҡ.

Совет һалдатының ҡыйыулығы


22 июндә көндөҙгө сәғәт 3-тәр тирәһендә бомбаға тотҡан ҡалаларҙы алыу өсөн беҙҙең арттан бик ҙур колонна күренде. Урман эсенә инеп торҙоҡ. Тегеләр күпләп ки­лә, ер һелкенеп тора. Баймөхә­мә­тов минең граната­ны ла алып, икеһен бергә бәйләне һәм, уларҙы ҡаршы алам, бер транспортерын һәм бер нисә һал­датын бул­һа ла юҡ итәм, тип эшкә тотондо. Һуңынан белеүе­беҙ­сә, улар немец формаһын кейеп һуғышҡа әҙерлән­гән Румыния һал­даттары булып сыҡ­ты. Колонна тигеҙләште генә тигәндә, рядовой Баймө­хә­мәтов торҙо ла бөтә көсөнә теге гранатаны ташланы. Ләкин уныһы транспортерға барып етмәне, ағас ботағына тейеп, эргәгә төштө һәм бик ҡаты шартлау яңғыраны. Граната ярсыҡтары тейгәс, Баймө­хәмәтов үҙе ҡоланы, ә колонна, бер ни булма­ғандай, аҙ ғына һулға боролдо ла юлын дауам итте.
Ике сәғәттән артығыраҡ колоннаның үтеп бөт­кәнен ҡуҙғалмай көтөп яттым. Аҙаҡҡы транспортер уҙғас, Мишкаға ташландым — ул һыуынып өлгөр­гәйне инде… Минең өсөн шундай ҙур юғалтыу булды. Бер-беребеҙгә бик ныҡ өйрәнгәйнек. Тревога буйынса күтәрелгәс, икебеҙҙең дә сапер көрәге бар ине. Уны шул көйө ташлап китә алманым, артыҡ тәрән булмаған ҡәбер ҡаҙып ерләнем. Күҙҙән йәш субырҙап аға, шулай байтаҡ ултырҙым. Уның мылтығын, патрондарын алып, төнөн китеп барҙым.
23 июнь көнө кискә мине туҡтаттылар, һау ҡал­ған һалдаттарҙы бер полковник ҙур булмаған аҡ­ланға йыя икән. Бөтә частарҙан (летчиктар ҙа бар ине) сама менән мең һалдат йыйылдыҡ. 24 июндә иртәнге сәғәт 10-да полковник беҙгә дүрт рәткә те­ҙелергә бойорҙо. Бик матур итеп теҙелеп торҙоҡ.
– Ҡәҙерле һал­дат­тар, күреүе­геҙ­сә, 21 июн­дән 22-һенә ҡараған төндә Гер­мания, һуғыш иғлан итмә­йенсә, илебеҙгә йырт­ҡыстарса ба­ҫып инде, — тине ул. — Сиктә торған дүрт частан бер нәмә лә ҡалманы. Беҙҙә рация һәм радио бар. Иптәш Молотовтың белдереүен тыңланым…
Полковник һуғыш башланыуы тураһында ентек­ләп һөйләне. Доброволецтарҙың бик күп булыуын билдәләне һәм, дошманды барыбер туҡтатасаҡбыҙ, тик йыйынырға ваҡыт кәрәк, тине.
– Беҙ, сик һаҡсылары, беренсе һөжүмде ҡабул итеп, дошманға ҡаршы тора алманыҡ, юғалып ҡалдыҡ, — тине полковник. — Мин Мәскәү менән һөйләшеп торам. Үҙебеҙҙең һалдаттарға ҡушыл­майынса, бөгөндән башлап партизандар һуғышы асырға те­йеш­беҙ. Беҙгә Мәскәү самолеттар менән ярҙам вәғәҙә итә. Отрядтарға бүленеп, Белорус­сия­ның баҫып алынған ерҙәрендә диверсия ойошто­рорға, немецтарҙың поездарын шартлатырға, күперҙәрен һәм АЗС-тарын юҡ итергә тейешбеҙ. Беҙ — бөгөн армия һалдаттары түгел, ә партизандар, дөрөҫөрәге, разведчиктар. Әлегә меңгә яҡын ҡо­ралыбыҙ бар, мең көбәк – ул бик ҙур көс, ҡал­ға­нын немецтан тартып алырға тейешбеҙ. Белоруссия халҡы, коммунистар, комсомолдар менән бәй­ләнешкә инергә кәрәк. Ҡайһы берҙәрегеҙгә, совет формаларын сисеп, немецтар баҫып алған ерҙә эшкә урынлашырға тура килер, ә хәҙер партизан штабы төҙөргә кәрәк, ҡалған эште штаб хәл итер.
– Арағыҙҙа офицерҙар булһа, биш аҙым алға! – тигән команда бирелде. 17 кеше алға сығып баҫты.
– Кем немец телен яҡшы белә, өс аҙым алға!
Өс кеше сыҡтыҡ. Ҡоралдарҙы ҡалдырырға һәм машинаға ултырырға тигән команда яңғыраны. Ҡуҙғалып киттек.

Мөһим бурыс

Горький (хәҙерге Түбәнге Новгород) ҡалаһына, разведчиктар мәктәбенә юл тотабыҙ икән, ә был полковник — шул мәктәптең директоры. Партизандар отрядтары ойошторорға килеүе асыҡланды.
Әңгәмәсем ошонда үҙенең биографияһы менән тулыраҡ таныштырҙы. Ул 1921 йылдың 22 ок­тябрен­дә Краснодар ҡалаһына яҡын урынлашҡан оҙон ике урамдан торған ауылда тыуып үҫкән.
– Унда урыҫтар, адыгейҙар һәм немец халҡы йәшәне, — тине ул. — Бала саҡтан шул немец малайҙары менән уйнап үҫтем, телдәрен һыу кеүек эсә инем, хатта яҙырға ла, уҡырға ла улар менән бергә өйрәндем. Ғөрөф-ғәҙәттәрен дә белдем, бергә йыр­ланыҡ, бик дуҫ инек. Шул ауылдан армияға алындым.
Ә мин уны, Бикҡужанан түгелме икән тип, айырыу­са ҡыҙыҡһынып тыңлайым, сөнки Баймөхәмә­тов­тар шул ауылда ғына ине. Әңгәмәсем һүҙен дауам итте:
– Беҙҙе бик ныҡ әҙерләй башланылар. Үҙ-ара немецса һөйләшергә ҡушалар, немецса уҡыталар, тиҙе­рәк өйрәнһендәр, тигәндәрҙер. Төндә парашюттан һикерә инек. Бик көсөргәнешле программа буйынса бер ай ҙа бер аҙна уҡыныҡ. Һәм беҙҙе, әҙер 15 разведчикты 7 августан 8-енә ҡараған төндә парашют менән берәмләп ташларға тейештәр ине. Арабыҙҙа немец офицеры булып кейенгән капитан-майор дәрә­жә­һен­дәге кеше лә бар. Ә мин – йәнәһе ауыҙы ҡыйыш, һе­ләгәйҙәре ағып тор­ған бер иҫәүән. Күнек­мәләрҙән һуң был образыма өй­рә­неп тә киткәйнем.
Самолет бик юға­рынан оса: немецтар белеп ҡал­һа, атып тө­шө­рөү­ҙәре ихтимал. 14 развед­чиктың һәр береһе тәғә­йенләнгән урын­да төшөп ҡалды. Ми­не иң аҙаҡтан Берлин ҡалаһынан һи­геҙ саҡрым алыҫ­лыҡ­тағы бер ауылға ташларға тейештәр. Унда фермерҙа һа­уынсы булып эш­ләгән Таня исемле ҡыҙ көтә, тинеләр, пароль – дүрткел ҡатырға, ҡыҙға яртыһы йыртып бирелгән, ә миндә – икенсе өлөшө. Әгәр тура килһә, беҙ бергә эшләп китергә тейеш, кире осраҡта – һәләкәт.
Бына Берлинға килеп еттек, төндә ул шул тиклем матур күренә. Ел сығып китһә, ҡаланың урта­һына барып төшөүең дә бар, тип уйлап ҡуйҙым. Инструктор: «Беҙгә бөтәгеҙ ҙә ҡәҙерле, һаҡ булығыҙ. Ә һин айырыу­са мөһим задание менән бараһың, беҙгә бигерәк тә кәрәкһең. Һаҡ бул», – тине. Бөтәһенә лә немецса һөйләһә лә, ни өсөндөр миңә «уңыштар теләйем» тип урыҫса әйтте.
Ысынлап та, задание бик мөһим. Команда булды, мин һикерҙем. Парашют тиҙ асылды, бе­йектән осоп барам, ә күҙ алдымда – Михаил Баймөхәмәтов: уны бер генә минутҡа ла иҫтән сығарып булмай. Бер яҡтан, иҫән ҡалғаныма, ил алдында ошондай мөһим задание үтәйәсәгемә ҡыуа­нам. Ә кү­ңелде тыйып булмай. Күпме иптәшебеҙ һә­ләк булды: ҡай­һы берҙәре, беҙҙе өйрәтеп, хеҙмәт срогын тултырып ҡайтырға тейеш ине, өс дивизия, бер авиаполк Бе­ло­рус­сия – Польша сиген­дә ятып ҡал­ды…
Һуғылмаған арыш араһына килеп төштөм. Иң тәүҙә сәғәтте ҡараным, дүрт икән. Арыш араһына төшөрһөң тип аңлатҡай­нылар. Был, әл­биттә, лет­чиктарҙың оҫта­лығы хаҡында һөйләй ине. Парашютты матурлап йы­йып, ергә күмеп, бер эҙ ҙә ҡал­дырмай ауылға төш­кәндә, көтөү ҡыуалар ине. Миңә иң тәүҙә Татья­на­ны табырға (шулай тиһәм дә, ҡыҙҙың исемен бер ва­ҡытта ла әйтергә ярамай ине) кәрәк. Радистканы эҙләү ҡы­йын булманы, фермер хужалығында һауында ине. Ферма шундай таҙа, дауа­хананы хәтерләтә. Һыу автоэсергес ярҙамында бирелә, машина менән һауалар, фуражды күпләп ашаталар, ә һөттө Берлин халҡына сығаралар. Ма­газиндарға бер минутҡа ла һуңламай алып барыла.
Радистка көткән икән, һиҙенеп, миңә үҙе килә башланы. Ә мин, бер нәмә лә әйтмәйенсә, теге ярты ҡатырғаны һуҙҙым, ул үҙенең эргәһендә йөрөткән яртыһын ҡуйып ҡараны ла: “Ҡотлайым яҡшы килеп етеүең менән”, — тине. Бурысым — бөгөн үк Бер­лин­ға барып, шайығы ағып торған иҫәүәнерәк ауыл кешеһе булараҡ, вокзалға урам һепереүсе булып эшкә инеү һәм фронтҡа көнөнә нисә эшелон киткә­нен, уларға нимә тейәлгәнен радисткаға телдән әйтеп тороу.
Мине шул көндә үк эшкә алдылар, көн дә ра­дисткаға барып әйтеп торам. Иҫәүән кеше булғас, шикләнмәйҙәр. Радистканың да эше бик яҡшы бара, минеке лә һуҡранырлыҡ түгел. Эш хаҡын аҙнаһына бер тапҡыр бирәләр, ҡултамға ла ҡуймайһың. Хәлдәр шул тиклем һәйбәт, хатта төндә киткән эшелондарҙы ла белә инек. Беҙҙең сводка көн дә иртән Юғары Хәрби командованиеға барып ята, шуға ҡарап йүнәлеш алалар, көс туплана, парти­зан­дарға, шул ваҡытта эшелон килә, тип хәбәр итәләр, һөҙөмтәлә шартлатыу осраҡтары йышая барҙы. Радистка Таня — бик матур Мәскәү ҡыҙы, 20 йәше лә тулмаған, немец ҡыҙҙарына оҡшап ап-аҡ йөҙлө, оҙон нескә буйлы, зәңгәр күҙле, мөләйем, һөйкөмлө, һәр ваҡыт йылмайып һөйләшә. Мин уға үлеп ғашиҡ булдым. Инструкция буйынса беҙгә хис-тойғо менән шаярырға ярамай. Шулай ҙа һуғыш бөткәс өйләнешергә һүҙ бирештек. Икебеҙ ҙә тәүге һөйөү утында янабыҙ. Әммә өс ай эшләгәс, 8 ноябрҙә, эфир ваҡытында радистканы ҡулға ал­ған­дар. Миңә уның ҡайһы ваҡытта эфирға сығыуы бил­дәһеҙ ине. Йәш ҡыҙҙың тәжрибәһе лә аҙ булғандыр тип уйланым. Ләкин ул, нисек кенә язалаһалар ҙа, мине лә, илен дә һатмаған. Зоя Космодемьянскаяға тиң ине Таня. Тик уның исеме “шаршау артында” ҡалды.
Яуҙаштар онотолмай
Таня менән Баймөхәмәтовты юғалтҡанға 47 йыл үтеүгә ҡарамаҫтан, уларҙы һаман онота алмайым. 1952 йылдың аҙағында ғына ҡайтып өйләндем. Әбей менән 34 йыл татыу йәшәйбеҙ. Ә Таня һаман иҫемдән сыҡмай. Уны ҡулға алғас, бик аптырап йөрөгәндә, ике аҙнанан һуң миңә тағы Мәскәүҙән радистка ебәрҙеләр. 25 йәшлек, бик оҫта, тәжрибәле кеше ине. Беҙ уның менән дүрт йылға яҡын бөтә кәрәкле мәғлүмәтте ваҡытында тапшырып торҙоҡ. Радистканың оҫталығы арҡаһында, Гитлерҙың ояһында эшләһәк тә, эләк­мәнек, беҙҙе тота алманылар.
Берлинды алғас, мине “үҙәк” тәҡдиме буйынса Берлин комендантына тәржемәсе итеп тәғәйен­лә­неләр. Немецтар комендатураға бик күп һорау, ялыу менән килә. Беҙ, әлбиттә, мәсьәләне ыңғай хәл итергә тырышабыҙ. Америка генералдары, маршал Жуков, Министрҙар Советы рәйесе Косыгин һәм башҡа ҙур етәкселәр менән уҙған ҙур сараларҙа тәржемәсе ролен үтәнем.
Ун бер йыл хеҙмәт иткәс, тыуған яғыма ҡай­тып төштөм. Мине бөгөнгә тиклем Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы тип кенә беләләр…
– Уңайһыҙыраҡ булһа ла, һорайым әле, шундай ҙур эштәр башҡарғас, Советтар Союзы Геройы исеме тейеш булғандыр? – тим.
– Беренсенән, разведчиктар бик күп ине, иң мөһиме — һәр беребеҙ серҙе сисмәҫкә ҡултамға ҡуйып, һүҙ биргәнбеҙ. Беҙгә Советтар Союзы Геройы исеменә тиң орден бирәләр ине. Миңә лә I, II, III дәрәжә Дан ордены тапшырҙылар. Герой­ҙарҙың бөтә льготаларынан файҙаланам, – тип яуапланы әңгәмәсем. – Краснодар ҡала­һында йәшәйем, өйөм, бик матур баҡсам бар. Әйҙә, беҙгә барып ҡайтайыҡ, ике-өс көн ҡунаҡ булырһың!
Ләкин минең уйҙа шул колхоз, план үтәү бит инде, барманым. «Баймөхәмәтовтың туғанда­рына уның ҡайҙа, нисек ерләнгәне хаҡында һөйләрһең. Үҙемдән бик ҙур бурыс төштө, тыныс йоҡлармын», – тип оҙатып ҡалды әңгәмәсем.
Нәҙер үтәлде
Ауылға ҡайтҡас, баш бухгалтер Ҡәйүм Баймө­хәмәтовтан, һеҙҙең ауылдан 1921 йылғы шундай кеше һуғышта булдымы, тип һораным. Ул, ҡырҡа һуғып, Баймөхәмәтовтар беҙ генә, тине. Бөтә өмөтөм юғалды. Өфөгә хәрби комиссариатҡа яҙып, мәғлүмәт алырға тип тә, гәзиткә яҙырға ла уйлағайным, колхоз эше менән мауығып, план­дарҙы үтәйем тип, ваҡыт таба алманым. Әммә Михаил Литвиновтың һөйләүе иҫтән сыҡмай, уның сәләмен Баймөхәмәтовтың туғандарына еткерә алмауым күңелде өйкәп тик торҙо. Хәҙер 15 йыл инде хаҡлы ялдамын. Былтыр Таҙлар мәктәбендә пенсионерҙарҙы махсус программа буйынса компьютер серҙәренә өйрәтеү курсы асылды. Беҙ, 30 кеше, ике төркөмгә бүленеп, тырышып уҡыныҡ. Рәхмәт Хөкүмәткә «Халыҡ университеты» программаһы өсөн!
Бармаҡтарым бик етеҙ йөрөмәһә лә, компьютер серҙәренә яҡшы өйрәндем. Ейәнем Дим ярҙамында һаман таба алмаған Баймөхәмәтовты эҙләргә тотондом. Фамилияһы, тыуған йылы бил­дәле булғас, Интернеттан табыу ҙур ҡыйынлыҡ тыуҙырманы. Ул Учалы районынан икән. Туған­дары, ауылдаштары хәбәрһеҙ юғалған тип белә. Учалы районының хәрби комиссариаты тарафынан 1941 йылдың 4 майында армияға саҡырыл­ған. Бына кем ул Муллағәләм Ғилметдин улы Баймөхәмәтов!
Михаил Марковичтың васыятын үтәү өсөн, Рәсүл ауыл Советының телефонын эҙләп табып, былтыр 9 майҙа шылтыраттым. Баймөхәмәтов­тарҙың береһен телефонға саҡырҙым. Күп көт­төрмәй кемдер килде. Ир кеше ине. Мин түкмәй-сәсмәй Муллағәләм ағайҙың нисек һәләк булғаны һәм ҡайҙа ерләнгәне тураһында һөйләнем. Әңгәмәсем уның ейәне икән. Ул минән ҡартатаһының ҡайҙа ерләнгәнен ҡабатлап һораны. Белоруссия сигендә, тип кенә әйтеп өлгөрҙөм. Ҡыҙ­ғанысҡа ҡаршы, бәйләнеш өҙөлдө. Башҡа шыл­тырат­маным, улар ҙа миңә сыҡманы. Шулай ҙа, Михаил Маркович әйтмешләй, күңелгә еңел булып китте. Уның васыяты үтәлде. 71 йылдан һуң булһа ла, Муллағәләм Баймөхәмәтовтың Бөйөк Ватан һуғы­шының беренсе көнөндә үк батырҙарса һәләк булғаны хаҡында дөрөҫ хәбәр барып етте. Разведчик Михаил Маркович Литвинов аша.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872