Пермь крайына сәфәр барышында төбәк башҡорттары ҡоролтайына етәкселек иткән арҙаҡлы милләттәшебеҙ, Асҡын районында тыуып үҫкән уҙаман, «ПермАвтоТрансСервис» йәмғиәте директоры Рәсил МӨХӘМӘТЙӘНОВ менән әңгәмә ҡорғайныҡ. Ул йәмәғәт берекмәһенең барлыҡҡа килеү тарихы, һуңғы йылдарҙағы эшмәкәрлеге, край башҡорттарын борсоған мәсьәләләр хаҡында бәйән итте.
– Рәсил Тимерғәзе улы, башта үҙегеҙҙең ҡоролтайға нисек нигеҙ һалыуығыҙ тураһында һөйләп үтһәгеҙ ине.
– Берекмә әле крайҙың төрлө ҡала һәм райондарындағы 11 башҡорт ҡоролтайын берләштерә. Милләттәштәребеҙ мәнфәғәтендә төрлө эштәр башҡарабыҙ, саралар ойошторабыҙ. Чурнушка, Көйәҙе, Уҫа, Пермь, Барҙа ҡоролтайҙарының әүҙемерәк булыуын билдәләргә мөмкин. Һөҙөмтәләрҙең ҡыуандырғаны ла, уйландырғаны ла бар.
Крайҙағы башҡорт милләтенең тупланыуы Чернушка ҡалаһындағы ҡоролтайҙан башланды. Унда телде һаҡлау һәм үҫтереү, милли йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, мәҙәниәтте тергеҙеү буйынса тиҫтә ярым самаһы йыл элек ҡуҙғатылған эш яҡшы һөҙөмтәләр бирҙе. Чернушка башҡорттары ҡоролтайы 2000 йылда ойошторолһа, алты йылдан һуң Пермь крайы кимәлендә үҙебеҙҙең милли-ижтимағи берекмәне булдырыуға өлгәштек. Был бурыс, әлбиттә, еңел бирелмәне: ҡануниәттең ҡатмарлылығы һәм ҡайһы берәүҙәрҙең аяҡ салырға маташыуы арҡаһында Чернушкалағы ойошманы крайҙыҡы итеп үҙгәртергә һәм, шулай итеп, ҡалала яңыһын теркәргә тура килде. Маҡсаттарыбыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа һәр саҡ Башҡортостан етәкселегенә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, республиканың район һәм ҡалаларындағы фекерҙәштәребеҙгә таяндыҡ.
Чернушкала ҡоролтай ойошторолғандың тәүге көндәренән үк башҡарма комитет урындағы етәкселектән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн өҫтәмә эш урындары асыуҙа, «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында түңәрәктәр үткәреүҙә ярҙам һораны һәм был йәһәттән ыңғай яуап алды. Башҡортостандың Мәғариф министрлығы уҡыу әсбаптары өсөн аҡса бүлгәс, ҡалалағы биш мәктәптә ата-әсәләрҙе йыйып һөйләшеп, 2000 йылдың октябренән башҡорт телен, Башҡортостан мәҙәниәтен һәм тарихын өйрәнеү буйынса факультативтар үткәрә башланыҡ. Эшебеҙ тәүҙә йәмғиәттә төрлө фекер тыуҙырҙы, туғандаш халыҡ тарафынан: «Ниңә беҙҙе айыраһығыҙ?» – тигән үпкә һүҙҙәрен ишеттек. Гәйнә һәм танып диалекттарында аралашҡандар, үҙҙәренең аҫаба башҡорт икәнлеген аңламағанлыҡтан, татар телендә уҡыуҙы дөрөҫөрәк тип тапты…
– Башҡортса уҡытыу милләтте үҫтереү йәһәтенән үҙен аҡлаймы?
– Быуындар күсәгилешлелеге булмаған хәлдә милләтте һәм мәҙәниәтте тергеҙеү хаҡында һүҙ алып барыуҙан фәтүә юҡлығын аңлайбыҙ. Шуға ла балаларҙы ҡыҙыҡһындырыу ниәтендә дәрестәрҙе үҙенсәлекле итеп, башҡорт ерлегендә үткәрергә тырышабыҙ, бының менән генә сикләнмәй, этнографик сәфәрҙәр ойошторабыҙ, фольклор фестивалдәрендә, милли байрамдарҙа даими ҡатнашабыҙ. Башҡортостанға сәйәхәт ҡылыу рухи көс туплау йәһәтенән айырыуса ҙур һөҙөмтә бирә. Башҡорт булыу өсөн телде белеү генә етмәй шул.
2001 йылда төбәктә тәүге тапҡыр һабантуй үткәргәйнек, артабан был байрам халыҡ-ара этнофестиваль кимәленә күтәрелде. Йәш быуындың һәләтен үҫтереү өсөн асылған йыр һәм бейеү түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәр ҙур уңышҡа өлгәшә, край күләмендәге сараларҙа даими ҡатнаша. Чернушка башҡорттары ҡоролтайы башлығы Зәүиә Махатова етәкселегендәге «Сулпан» фольклор ансамбле йылдан ашыу инде төбәктең мәҙәни тормошонда ҡайнай.
Шәжәрә байрамы, Ҡарға бутҡаһы кеүек милли байрамдарҙы ла тергеҙә башланыҡ, башҡорт көрәшен үҫтереү маҡсатында түңәрәктәр эшләй. Һуңғы осорҙа телебеҙҙе уҡытыуҙы дауам итеү юлдарын эҙләйбеҙ, крайҙағы милләттәштәребеҙ «Юлдаш» радиоһын тыңлай һәм Башҡортостан юлдаш телеканалын ҡарай алһын өсөн элемтә мәсьәләһен яйға һалыуҙа ҡатнашабыҙ. Ватансылыҡ тойғоларын үҫтереү өсөн башҡорт халҡының бөйөк улдарының исемен мәңгеләштереү саралары күрелә. Мәҫәлән, Рәсәйҙәге тәүге Тау институтына нигеҙ һалған башҡорт сәнәғәтсеһе Исмәғил Тасимов тыуып үҫкән Ҡуян ауылында арҙаҡлы шәхесебеҙ иҫтәлегенә таҡтаташ астыҡ. Дини ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү йөҙөнән 2004 йылда Пермь крайында урын-еренә еткереп төҙөлгән тәүге мәсетте сафҡа индерҙек. 2009 йылда Башҡортостанда Пермь крайының башҡорт мәҙәниәте көндәре үткәрелеүе лә ҙур уңыштарыбыҙҙың береһе булды.
– Уйландырғаны ла бар, тигәйнегеҙ…
– Үҙебеҙҙең матбуғат баҫмаһы юҡлығы эш һөҙөмтәләрендә йылдар дауамында ҙур етешһеҙлек булып сағылып килде. 2003 йылдың башында ете район өсөн «Хәйерле көн» тип аталған гәзит сығара башлағайныҡ, уның «ғүмере» ни бары ярты йылға етте, сөнки ярҙам итеүсе табылманы. 2008 йылдан, беҙҙең бәхеткә, Башҡортостандағы Асҡын районының «Йәнтөйәк» гәзите редакцияһы «Пермь башҡорттары» тип аталған баҫманы нәшер итеүҙе үҙ өҫтөнә алды һәм әлегәсә ошо бурысты тайпылышһыҙ атҡарып килә.
Былтыр көҙ Барҙа районындағы «Таң» гәзитенең 80 йыллығы уңайынан киң мәғлүмәт сараларының йәмәғәт ойошмалары менән хеҙмәттәшлеге мәсьәләһе буйынса үткәрелгән конференцияла ҡатнашырға тура килгәйне. Беҙҙең барлыҡты ла онотоп, сығыш яһаусылар фәҡәт татар мәҙәниәте, теле тураһында һөйләне, «матбуғат булмаһа, халыҡ та юҡ» тигән фекерҙе алға һөрҙө. Ә бит район халҡының яртыһынан күбеһен башҡорттар тәшкил итә! Өҫтәүенә, беҙ – диаспора түгел, ә аҫаба халыҡ.
«Таң» редакцияһында башҡорт һәм татар халыҡтарының төбәк милли-мәҙәни автономияһы тарафынан сығарылған «Халыҡ шишмәһе» гәзите лә нәшер ителә. Башҡорттар тураһында унда ойоштороусылар исемлегенән башҡа бер урында ла яҙылмай. Матбуғаттың «әүҙемлеге» арҡаһында 2002 йылдағы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа ошонда йәшәүсе милләттәштәребеҙҙең 20 проценты самаһы башҡортлоғонан күрәләтә баш тартты.
Гәйнә башҡорттарының теленә юҡҡа сығыу янай. Моғайын, район гәзитендә әкренләп булһа ла ҡайһы бер мәҡәләләрҙе урындағы диалектта сығарыуға күсергә кәрәктер. Бәлки, гәйнәләр телендә айырым баҫма булдырыу маҡсатҡа ярашлылыр. Һаман да бер милләт яғына ауышыуҙың аҙағы аяныслы булыуын аңларға кәрәк. Район матбуғатында «алтын урталыҡ»ты табыу, йәғни башҡорттоң да, татарҙың да рухи ихтыяждарын берҙәй ҡәнәғәтләндереү мөһим. Статистика мәғлүмәттәренә таянып, беҙҙең файҙаға 80-гә 20 процент талап итмәйем, 50-гә 50 булһа ла еткән.
Барлыҡ ғәйепте гәзиткә япһарып ҡуйыу дөрөҫ түгел, был – район һәм край кимәлендәге милли сәйәсәттең дә етешһеҙлеге. Һис шикһеҙ, Барҙа Пермь башҡорттары һәм татарҙарының мәҙәни үҙәге булып тора, ундай мөмкинлекте юғалған ҡиммәттәрҙе тергеҙеү һәм ғәмәлдәгеһен һаҡлау маҡсатында киң файҙаланыу зарур. Был йәһәттән матбуғаттың әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
– Киләсәккә ниндәй пландарығыҙ бар?
– Эшмәкәрлегебеҙҙе шундай уҡ тырышлыҡ менән дауам итергә тейешбеҙ: балаларҙы милли рухта тәрбиәләп, иң һәләтлеләрен Башҡортостандағы башҡорт гимназияларына һәм лицейҙарына, урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарына белем алырға ебәрәсәкбеҙ; телде, тарихыбыҙҙы һәм мәҙәниәтебеҙҙе өйрәнеү мөмкинлектәрен киңәйтәсәкбеҙ; милли байрамдар ойошторасаҡбыҙ, халҡыбыҙҙы туплаясаҡбыҙ… Дөйөм алғанда, иртәгәһе көнгә ышаныс менән ҡарайбыҙ, билдәләнгән йүнәлештән тайпылырға хаҡыбыҙ ҙа юҡ. Нисек кенә сәйер яңғырамаһын, һуңғы йылдарҙа ҡоролтайҙарға насар яҙмыш юраусылар осрай. Быға бер кем дә юл ҡуймаясаҡ, иманым камил. Киреһенсә, илдәге бөгөнгө власть йәмәғәт ойошмаларының әүҙемләшеренә иҫәп тота.
Даян МӘЖИТОВ яҙып алды.
Пермь крайы.