Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Республикабыҙҙы данлаған яҡташыбыҙ
Республикабыҙҙы данлаған яҡташыбыҙ
Күренекле дәүләт эшмәкәре Әхмәт Ғата улы Әминевте яҡташтары бөгөн дә һағынып телгә ала. Шәхесте белгең килһә, тыуған яғына барырға кәрәк, тиҙәр. Беҙ шулай эшләнек тә: редакция шоферы менән данлыҡлы Тарҡаҙы ауылына юлландыҡ. Һибәләп торған ямғыр ҙа кәйефте төшөрмәне. Маҡсат – ошо яҡтарҙа донъяға килгән күренекле яҡташыбыҙ, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхмәт Ғата улы Әминевтең тормош юлына туғандары, ауылдаштары, шулай уҡ ике туған ҡустыһы, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәлғил Исмәғил улы Әминевтең хәтирәләре аша күҙ һалыу ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡустыһының ҡаты сирләгәнен белдек.


Юлдар Тарҡаҙыға илтә

Баҡһаң, Әхмәт Ғата улының бер туған ҡустыһы, 85 йәшлек Әбүсәғит ағай ҙа иҫән-имен икән. Заманында ул малсы, ат ҡараусы булып эшләгән. Ата-әсәһе лә ябай кеше булған. Ғата ағай кейеҙ итек баҫҡан, ә Хәмиҙә инәй мәктәптә йыйыштырыусы булып эш­ләгән. Балтырған, алабута ашап буй еткергән Әхмәт ағай бик аралашыусан, асыҡ, теремек кеше булған, тип һөйләй ауылдаштары. Әбү­сәғит ағай иһә: «Ағайым бик тырыш, башлы кеше булды», – тип әйтеүҙән ары китә алманы.
Ул беҙҙе ауылдашы, яңғыҙы ғына йәшәгән 90 йәшлек Мөхәмәҙулла Ғә­тиә­туллинға ебәрҙе. Ағай беҙҙе асыҡ йөҙ ме­нән, ҡунаҡсыл ҡаршыланы, һүҙгә лә һаран түгел икән. «Әхмәт Ғата улы менән миңә бер класта уҡырға тура килде. Тырышып белем алды, хәтере лә бик шәп ине, беҙ яҡын дуҫтар булдыҡ. Һуғыш ҡына айырҙы, — тип хәтерләне ул. — Әхмәт бәләкәй саҡта ҡулының бар­маҡтарын яңылыш ишеккә ҡыҫтырып, ғәрипләнеп ҡалды. Шуға ла уны фронтҡа ебәрмәнеләр.
Класташым уҡытыусы, район ху­жаһы, министр булғанда ла үҙен бик ябай тотто, кеселекле булды. Заманында миңә алып бирешкән «Запорожец»та уны яландар, баҫыуҙар буйлап йөрөттөм. Беҙҙең йортта дуҫтары менән йыш ҡына ҡунаҡ булды»...
Яҡташының фотоларын, автограф яҙып биргән «Людям на радость», «Зерно — ключевая проблема» тигән һәм башҡа китаптарын ауылдың аҡһаҡалы күҙ ҡараһындай һаҡлай.

27 йәшлек секретарь

Эйе, был донъяла үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған ғәжәп һоҡланғыс кеше­ләр, дөрөҫөрәге, шәхестәр булған. Төпкөл ауылда крәҫтиән ғәиләһендә тыуып, 19 йәштә Йәрмәкәй ВЛКСМ район ко­мит­е­ты­ның беренсе секретары булыу һәр кемгә лә бирелмәй бит ул. Һуңынан Әхмәт Әминев район партия комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй, ситтән тороп партия мәктәбен, педагогия институтын тамамлай.
27 йәшендә генә Илеш районы партия комитетының өсөнсө секретары “дил­бе­гә­һен” ҡулына ала. Оҙаҡ та үтмәй, икенсе һәм беренсе секретарь вазифаларын биләй. Шулай итеп, йылдар дауамында зур тәжрибә туплана. Йәшлек дәрте ме­нән кинәнеп эшләгән осор етәксенең фекерләү ҡеүәһен камиллаштыра, маң­лайға «бураҙна»лар өҫтәлә. Иген уңы­шын күтәрергә, бер үк ваҡытта малсылыҡты ла үҫтерергә, төҙөлөштө киң йәйелдерергә кәрәк. Инициатива ғына етмәй, үҙеңә лә тынғыһыҙ, егәрле булыу талап ителә. Юғары уңыш биргән орлоғо ла, етештереүсәнле заманса техникаһы ла, төҙөлөш өсөн кирбесе, торбаһы, шиферы, ҡаҙағы ла кәрәк. Элегерәк күп кенә мәсьәләләрҙе Мәскәү менән бергә хәл итергә тура килә ине. Шуға күрә беренсе секретарҙың ҡағылмаған өлкәһе бул­ма­ғандыр ҙа. Заманса фекер йө­рөткән, яңы технологиялар хаҡында хәстәрлек күргән, аяҡ табандарынан осҡон сәсрәтеп йөрөгән Әминев бер ҡасан да тө­шөнкөлөккә бирелмәй, дәртләнеп эшләй.
Яҙмыш һуҡмаҡтары Әхмәт Ғата улын Туймазы яҡтарына илтә. Туйма­зы, Бүздәк, Благовар, Шаран, Баҡалы, Илеш райондары ҡушылып, Туймазы ауыл хужалығы идараһы ойошторола. Әхмәт Әминевте ошо идараның партия етәксеһе итеп тәғә­йенләйҙәр. Нисек кенә ең һыҙғанып, бөтә көсөн биреп эшләмәһен, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Мәскәүҙән килгән партияның үҙәк комитеты инструкторына был тәжрибәнең әһәмиәте юҡлығын иҫбатлай. Аҙаҡ республикала 10 идара урынына 20 идара булдырыу тәҡдиме хуплана. Күпмелер ваҡыт үткәс, тағы ла үҙгәрештәр күҙәтелә.
Бер ваҡыт Әхмәт Ғата улы, ике-өс етәк­сене алып, райондар буйлап йөрөп сыға, транспорт магистрале менән ныҡ­лап таныша. Төнгө уйланыуҙар етәк­сегә йоҡларға ирек бирмәй. Әгәр Илеш менән Дүртөйлөнө берләштереп, ҙур, тотороҡло район булдырғанда, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине, тигән ҡарарға килә. Иртә менән партияның Баш­ҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нурый улы Нуриевҡа юллана һәм уға үҙенең уйын еткерә. Шулай итеп, үҙәге Дүртөйлөлә урын­лашҡан Илеш ауыл хужалығы идараһы төҙөлә. Изге ниәттәр менән башланған эштең ғүмере ҡыҫҡа була. 1964 йылда райондар үҙҙәренең элекке сиктәренә боронғо исемдәре менән кире әйләнеп ҡайта.
Илеш районына ҡайтырғамы, әллә бында ҡалырғамы? Был һорауҙы бергә эшләгән иптәштәренә лә бирә. Улары: «Беҙҙе ташламағыҙ инде, етем итмә­геҙ», – тиҙәр.

«Һин Дүртөйлөгә кәрәк...»

Зыя Нурый улы ла: «Һин Дүртөйлөгә кәрәк. Ул нефтселәр төбәгенә әүерелеп бара. Төшкә тиклем — ауыл хужалығы мәсьәләләре, ә унан һуң нефтселәр менән шөғөлләнерһең», — тигән.
Әхмәт Әминевтең авт­обио­гра­фия­­­һ­ын­­да­­ғы иң иҫтә ҡалырлыҡ йылдар алдынғы Дүртөйлө районы менән бәйле. Төбәкте һәм хеҙмәт кешеләрен данға күмеүҙә өлөшө ҙур. Ул осорҙа яуланған ҡаҙа­ныштарҙың бәҫе әле лә төҫһөҙләнмәгән. Бында эшләгәндә ул иҡтисад фәндәре кандидаты булды, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайланды, ә 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды.
Әлеге дәрәжәле наградалар артында күпме тырышлыҡ, фиҙакәрлек, йоҡо­һоҙ төндәр ятҡанын үҙе генә белгәндер. Ошо тәңгәлдә данлыҡлы Карл Маркс исе­мендәге колхоз рәйесе, Социалис­тик Хеҙмәт Геройы Рифҡәт Сәлих улы Ени­кеевтың иҫтәлектәрен миҫалға килтергем килә: “Ғәҙәттә ҙур вазифаға үрләгән кеше үҙенең ҡул аҫтында эш­лә­гәндәрҙе төрлөсә ҡыҫымға ала, ту­паҫ­лыҡ күрһәтә. Әхмәт Ғата улы иһә бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәне, кешене тыңлай һәм эшләтә белде. Заманының аҡыллы психологы, хәс­тәр­лекле етәк­се­һе ине, һәр кемдең күңеленә асҡыс таба алды. Ул районға етәкселек ит­кән­дә бик күп эш баш­ҡарылды. “Малсы­лыҡ­та юғары куль­ту­ра өсөн» тигән хәрәкәт йә­­­йел­­­дерелде, йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы булдырыу маҡсаты ҡуйылды, бик күп социаль объект саф­ҡа баҫты. Беҙҙең районға тәжрибә уртаҡ­ла­шырға Рәсәйҙең төрлө яҡ­тарынан килделәр. Күп йылдар дауамында дәүләткә ашлыҡ һатыу пла­нын да республикала тәүгеләрҙән булып беҙҙең район үтәне. Икмәк һатыуҙы арттырып тапшырған өсөн колхозы­быҙға хатта йөк машинаһы бүләк итеүҙәре лә хәтерҙә.
Беҙ Әхмәт Ғата улынан кешелекле, кеселекле булырға ла өйрәндек. Уның абруйы районда бик көслө булды, күп етәкселәргә үрнәк ине. Вазифаһы буйынса үрләтелгәс тә, Дүртөйлөнө онотманы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Әхмәт Ғата улының тылы ныҡ, ғаиләһенең өлгөлө булыуын телгә алыу ҙа артыҡ түгелдер, тип уйлайым. Тормош юлдашы Кәфиә ханым да бик аҡыллы, өлгөлө ҡатын, ире өсөн ышаныслы терәк булды. Уларға балалары өсөн дә ҡыҙарырға тура кил­мәне”.
1973—1982 йылдарҙа Әхмәт Ғата улы Әминев БАССР ауыл хужалығы министры «йөгөн» бик ышаныслы һәм лайыҡлы тартты. Заманында ул КПСС-тың ХХII, ХХIII съездары делегаты, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзаһы, РСФСР Юғары Советы депутаты, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары була. Уның күп йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәте Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән баһалана.
Күренекле дәүләт эшмәкәре Әхмәт Ғата улы Әминев 1999 йылда — 75 йә­шендә — арабыҙҙан китте. Алдағы йылда, иҫән булһа, уға 90 йәш тулыр ине. Әммә абруйлы етәксене онот­май­ҙар, уны легендар шәхес тип һағынып һөйләйҙәр, исемен мәңге­ләш­те­реү буйынса ла эштәр башҡарылған. Бөгөн Дүртөйлө ҡалаһында бер урам­дың уның исемен йөрөтөүе, тыуған ауылын­дағы хужалыҡҡа Әхмәт Әминев исеме бирелеүе ошо хаҡта һөйләй.

Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
Фәтих Кәрим, Динис Бүләков исемендәге премиялар лауреаты, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872