Күренекле дәүләт эшмәкәре Әхмәт Ғата улы Әминевте яҡташтары бөгөн дә һағынып телгә ала. Шәхесте белгең килһә, тыуған яғына барырға кәрәк, тиҙәр. Беҙ шулай эшләнек тә: редакция шоферы менән данлыҡлы Тарҡаҙы ауылына юлландыҡ. Һибәләп торған ямғыр ҙа кәйефте төшөрмәне. Маҡсат – ошо яҡтарҙа донъяға килгән күренекле яҡташыбыҙ, Социалистик Хеҙмәт Геройы Әхмәт Ғата улы Әминевтең тормош юлына туғандары, ауылдаштары, шулай уҡ ике туған ҡустыһы, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы Тәлғил Исмәғил улы Әминевтең хәтирәләре аша күҙ һалыу ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡустыһының ҡаты сирләгәнен белдек.
Юлдар Тарҡаҙыға илтәБаҡһаң, Әхмәт Ғата улының бер туған ҡустыһы, 85 йәшлек Әбүсәғит ағай ҙа иҫән-имен икән. Заманында ул малсы, ат ҡараусы булып эшләгән. Ата-әсәһе лә ябай кеше булған. Ғата ағай кейеҙ итек баҫҡан, ә Хәмиҙә инәй мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләгән. Балтырған, алабута ашап буй еткергән Әхмәт ағай бик аралашыусан, асыҡ, теремек кеше булған, тип һөйләй ауылдаштары. Әбүсәғит ағай иһә: «Ағайым бик тырыш, башлы кеше булды», – тип әйтеүҙән ары китә алманы.
Ул беҙҙе ауылдашы, яңғыҙы ғына йәшәгән 90 йәшлек Мөхәмәҙулла Ғәтиәтуллинға ебәрҙе. Ағай беҙҙе асыҡ йөҙ менән, ҡунаҡсыл ҡаршыланы, һүҙгә лә һаран түгел икән. «Әхмәт Ғата улы менән миңә бер класта уҡырға тура килде. Тырышып белем алды, хәтере лә бик шәп ине, беҙ яҡын дуҫтар булдыҡ. Һуғыш ҡына айырҙы, — тип хәтерләне ул. — Әхмәт бәләкәй саҡта ҡулының бармаҡтарын яңылыш ишеккә ҡыҫтырып, ғәрипләнеп ҡалды. Шуға ла уны фронтҡа ебәрмәнеләр.
Класташым уҡытыусы, район хужаһы, министр булғанда ла үҙен бик ябай тотто, кеселекле булды. Заманында миңә алып бирешкән «Запорожец»та уны яландар, баҫыуҙар буйлап йөрөттөм. Беҙҙең йортта дуҫтары менән йыш ҡына ҡунаҡ булды»...
Яҡташының фотоларын, автограф яҙып биргән «Людям на радость», «Зерно — ключевая проблема» тигән һәм башҡа китаптарын ауылдың аҡһаҡалы күҙ ҡараһындай һаҡлай.
27 йәшлек секретарьЭйе, был донъяла үҙенән һуң яҡты эҙ ҡалдырған ғәжәп һоҡланғыс кешеләр, дөрөҫөрәге, шәхестәр булған. Төпкөл ауылда крәҫтиән ғәиләһендә тыуып, 19 йәштә Йәрмәкәй ВЛКСМ район комитетының беренсе секретары булыу һәр кемгә лә бирелмәй бит ул. Һуңынан Әхмәт Әминев район партия комитетының пропаганда һәм агитация бүлеге мөдире булып эшләй, ситтән тороп партия мәктәбен, педагогия институтын тамамлай.
27 йәшендә генә Илеш районы партия комитетының өсөнсө секретары “дилбегәһен” ҡулына ала. Оҙаҡ та үтмәй, икенсе һәм беренсе секретарь вазифаларын биләй. Шулай итеп, йылдар дауамында зур тәжрибә туплана. Йәшлек дәрте менән кинәнеп эшләгән осор етәксенең фекерләү ҡеүәһен камиллаштыра, маңлайға «бураҙна»лар өҫтәлә. Иген уңышын күтәрергә, бер үк ваҡытта малсылыҡты ла үҫтерергә, төҙөлөштө киң йәйелдерергә кәрәк. Инициатива ғына етмәй, үҙеңә лә тынғыһыҙ, егәрле булыу талап ителә. Юғары уңыш биргән орлоғо ла, етештереүсәнле заманса техникаһы ла, төҙөлөш өсөн кирбесе, торбаһы, шиферы, ҡаҙағы ла кәрәк. Элегерәк күп кенә мәсьәләләрҙе Мәскәү менән бергә хәл итергә тура килә ине. Шуға күрә беренсе секретарҙың ҡағылмаған өлкәһе булмағандыр ҙа. Заманса фекер йөрөткән, яңы технологиялар хаҡында хәстәрлек күргән, аяҡ табандарынан осҡон сәсрәтеп йөрөгән Әминев бер ҡасан да төшөнкөлөккә бирелмәй, дәртләнеп эшләй.
Яҙмыш һуҡмаҡтары Әхмәт Ғата улын Туймазы яҡтарына илтә. Туймазы, Бүздәк, Благовар, Шаран, Баҡалы, Илеш райондары ҡушылып, Туймазы ауыл хужалығы идараһы ойошторола. Әхмәт Әминевте ошо идараның партия етәксеһе итеп тәғәйенләйҙәр. Нисек кенә ең һыҙғанып, бөтә көсөн биреп эшләмәһен, бер аҙ ваҡыт үткәс, ул Мәскәүҙән килгән партияның үҙәк комитеты инструкторына был тәжрибәнең әһәмиәте юҡлығын иҫбатлай. Аҙаҡ республикала 10 идара урынына 20 идара булдырыу тәҡдиме хуплана. Күпмелер ваҡыт үткәс, тағы ла үҙгәрештәр күҙәтелә.
Бер ваҡыт Әхмәт Ғата улы, ике-өс етәксене алып, райондар буйлап йөрөп сыға, транспорт магистрале менән ныҡлап таныша. Төнгө уйланыуҙар етәксегә йоҡларға ирек бирмәй. Әгәр Илеш менән Дүртөйлөнө берләштереп, ҙур, тотороҡло район булдырғанда, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине, тигән ҡарарға килә. Иртә менән партияның Башҡортостан өлкә комитетының беренсе секретары Зыя Нурый улы Нуриевҡа юллана һәм уға үҙенең уйын еткерә. Шулай итеп, үҙәге Дүртөйлөлә урынлашҡан Илеш ауыл хужалығы идараһы төҙөлә. Изге ниәттәр менән башланған эштең ғүмере ҡыҫҡа була. 1964 йылда райондар үҙҙәренең элекке сиктәренә боронғо исемдәре менән кире әйләнеп ҡайта.
Илеш районына ҡайтырғамы, әллә бында ҡалырғамы? Был һорауҙы бергә эшләгән иптәштәренә лә бирә. Улары: «Беҙҙе ташламағыҙ инде, етем итмәгеҙ», – тиҙәр.
«Һин Дүртөйлөгә кәрәк...»Зыя Нурый улы ла: «Һин Дүртөйлөгә кәрәк. Ул нефтселәр төбәгенә әүерелеп бара. Төшкә тиклем — ауыл хужалығы мәсьәләләре, ә унан һуң нефтселәр менән шөғөлләнерһең», — тигән.
Әхмәт Әминевтең автобиографияһындағы иң иҫтә ҡалырлыҡ йылдар алдынғы Дүртөйлө районы менән бәйле. Төбәкте һәм хеҙмәт кешеләрен данға күмеүҙә өлөшө ҙур. Ул осорҙа яуланған ҡаҙаныштарҙың бәҫе әле лә төҫһөҙләнмәгән. Бында эшләгәндә ул иҡтисад фәндәре кандидаты булды, БАССР-ҙың, РСФСР-ҙың Юғары Советы депутаты итеп һайланды, ә 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булды.
Әлеге дәрәжәле наградалар артында күпме тырышлыҡ, фиҙакәрлек, йоҡоһоҙ төндәр ятҡанын үҙе генә белгәндер. Ошо тәңгәлдә данлыҡлы Карл Маркс исемендәге колхоз рәйесе, Социалистик Хеҙмәт Геройы Рифҡәт Сәлих улы Еникеевтың иҫтәлектәрен миҫалға килтергем килә: “Ғәҙәттә ҙур вазифаға үрләгән кеше үҙенең ҡул аҫтында эшләгәндәрҙе төрлөсә ҡыҫымға ала, тупаҫлыҡ күрһәтә. Әхмәт Ғата улы иһә бер кемгә лә ауыр һүҙ әйтмәне, кешене тыңлай һәм эшләтә белде. Заманының аҡыллы психологы, хәстәрлекле етәксеһе ине, һәр кемдең күңеленә асҡыс таба алды. Ул районға етәкселек иткәндә бик күп эш башҡарылды. “Малсылыҡта юғары культура өсөн» тигән хәрәкәт йәйелдерелде, йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы булдырыу маҡсаты ҡуйылды, бик күп социаль объект сафҡа баҫты. Беҙҙең районға тәжрибә уртаҡлашырға Рәсәйҙең төрлө яҡтарынан килделәр. Күп йылдар дауамында дәүләткә ашлыҡ һатыу планын да республикала тәүгеләрҙән булып беҙҙең район үтәне. Икмәк һатыуҙы арттырып тапшырған өсөн колхозыбыҙға хатта йөк машинаһы бүләк итеүҙәре лә хәтерҙә.
Беҙ Әхмәт Ғата улынан кешелекле, кеселекле булырға ла өйрәндек. Уның абруйы районда бик көслө булды, күп етәкселәргә үрнәк ине. Вазифаһы буйынса үрләтелгәс тә, Дүртөйлөнө онотманы, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Әхмәт Ғата улының тылы ныҡ, ғаиләһенең өлгөлө булыуын телгә алыу ҙа артыҡ түгелдер, тип уйлайым. Тормош юлдашы Кәфиә ханым да бик аҡыллы, өлгөлө ҡатын, ире өсөн ышаныслы терәк булды. Уларға балалары өсөн дә ҡыҙарырға тура килмәне”.
1973—1982 йылдарҙа Әхмәт Ғата улы Әминев БАССР ауыл хужалығы министры «йөгөн» бик ышаныслы һәм лайыҡлы тартты. Заманында ул КПСС-тың ХХII, ХХIII съездары делегаты, КПСС-тың Башҡортостан өлкә комитеты бюроһы ағзаһы, РСФСР Юғары Советы депутаты, БАССР Юғары Советы Президиумы рәйесе урынбаҫары була. Уның күп йыллыҡ тынғыһыҙ хеҙмәте Ленин, Октябрь Революцияһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән баһалана.
Күренекле дәүләт эшмәкәре Әхмәт Ғата улы Әминев 1999 йылда — 75 йәшендә — арабыҙҙан китте. Алдағы йылда, иҫән булһа, уға 90 йәш тулыр ине. Әммә абруйлы етәксене онотмайҙар, уны легендар шәхес тип һағынып һөйләйҙәр, исемен мәңгеләштереү буйынса ла эштәр башҡарылған. Бөгөн Дүртөйлө ҡалаһында бер урамдың уның исемен йөрөтөүе, тыуған ауылындағы хужалыҡҡа Әхмәт Әминев исеме бирелеүе ошо хаҡта һөйләй.
Әнүәр СӨЛӘЙМӘНОВ,
Фәтих Кәрим, Динис Бүләков исемендәге премиялар лауреаты, Татарстандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.