Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бер-ике көн генә яумай торһа…
Бер-ике көн генә  яумай торһа…
Ауыл эшсәндәре күптән хыялланып көтөп алған салт аяҙ көн. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм агросәнәғәт комп­лексы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фәрит Исмәғилев менән иге-сиге күренмәгән һоло баҫыуы уртаһында торабыҙ. Шул саҡ яныбыҙҙан геүләтеп “Нива” һәм “Енисей” комбайндары үтте.


— Районда иң берен­селәрҙән булып арыш йы­йыуҙы тамамлаған “Таң” йәмғиәтенең алыш­тырғы­һыҙ егеттәре улар, бына хәҙер һолоно ла “һә” тигәнсе һуғып бөтөрмәкселәр, — ти Фәрит Вәкил улы, комбайн­сыларға ымлап. Шул арала баҫыу геройҙары үҙҙәре лә беҙҙең янға килде.
— Ғүмер буйы ошо баҫыу­ҙамын. Иген сәсәбеҙ ҙә ура­быҙ – тормошомдоң йәме шунда. Бына хәҙер ҡусты­ларҙы ла эшкә өйрәтеп ал­дым, — ти “Енисей” “ка­пи­таны” Ғабдулла Хө­бөтдинов. Баҡтиһәң, өс комбайнсы яҡын ғына туғандар ҙа икән – Илдус Хөбөтдинов менән Марс Ибраһимов Ғабдулла ағайҙың ике ту­ғаны булып сыҡты.
“Таң”дың баш агрономы Линир Хәлитов ысын мә­ғәнәһендә баҫыу батыры инде! Юҡһа, көн дә хужа­лыҡтың 5 меңдән ашыу гектар сәсеүлеген нисек урап сыҡмаҡ кәрәк? Йәш агро­номдың хужалыҡты, баҫыу­ҙы биш бармағылай бел­­гәне, яҡшы белгес икән­лег­е әллә ҡайҙан күренеп тора.
— “Таң” яуаплылығы сик­ләнгән йәмғиәтенең 5 300 гектар сәсеүлеге бар. Шу­ның 3 400 гектарында иген, 1 050 гектарында ужым культураһы үҫә. 400 гектарҙа һоло сәскәйнек, урыуҙы тамамлап, әле һуғыу менән мәшғүлбеҙ. Уңыш – гектарынан 18 центнер. Бер-ике көн генә яумай торһа, һолоно келәткә һалып та ҡуйырбыҙ, — ти ул.
Бер-ике көн генә  яумай торһа……Игенселәр менән хуш­лашырға ғына йыйынғанда, баҫыуҙа йәнә бер автомобиль күренде. Район хужаһы үҙе икән: хакимиәт башлығы Фәнүр Туҡтаров баҫыу эш­тәре менән танышып йөрөй. Килеп төшөү менән ба­шаҡ­тарҙы ҡапшап алды, ком­байндарҙы барлап сыҡты.
— Йорттоң нигеҙ ташын белмәй тороп, стенаһын да, түбә-ҡыйығын да йүнәтеп булмай, ҡустым, — тине ул. Үҙе лә бит ҡасандыр ошо баҫыуҙарҙы иңләгән агроном, шуға ла ер эше, ер кешеһенең ҡәҙере ят түгел.
…Уңыш тейәлгән маши­наға ултырып, ырҙын, келәт­тәр яғына юл тоттоҡ. Бында ла эштең ҡыҙған мәле: игенде елгәрәләр, кипте­рәләр. Әҙер булғас, орлоҡҡа һалалар, ҡалғанын пайсы­ларға оҙа­талар, артҡанын һаталар. Һоло өйөмө янын­да Сәмиғә Ғәлиева менән Зилә Ғүмә­рованың ҡулда­рына күҙ эйәрмәй.
— Мин – егерме йыл инде хужалыҡ эшендә. Ауылда бындай йәмғиәттең булыуы яҡшы. Юҡһа, аҡса, мал, ҡош-ҡорт өсөн игенде ҡай­ҙан алмаҡ кәрәк? Уңыш та, эш тә була ғына күрһен, — тип Сәмиғә апай хеҙмәтенән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Табыш артында фиҙакәр хеҙмәттең тороуы шарт. “Таң” уңғандары ураҡты ла оҙаҡҡа һуҙмаҫ, Хоҙай көнөн генә бирһен…



Автор: Рәмил МАНСУРОВ Район: Стәрлебаш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә