Ауыл эшсәндәре күптән хыялланып көтөп алған салт аяҙ көн. Район хакимиәте башлығының иҡтисад һәм агросәнәғәт комплексы мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Фәрит Исмәғилев менән иге-сиге күренмәгән һоло баҫыуы уртаһында торабыҙ. Шул саҡ яныбыҙҙан геүләтеп “Нива” һәм “Енисей” комбайндары үтте.
— Районда иң беренселәрҙән булып арыш йыйыуҙы тамамлаған “Таң” йәмғиәтенең алыштырғыһыҙ егеттәре улар, бына хәҙер һолоно ла “һә” тигәнсе һуғып бөтөрмәкселәр, — ти Фәрит Вәкил улы, комбайнсыларға ымлап. Шул арала баҫыу геройҙары үҙҙәре лә беҙҙең янға килде.
— Ғүмер буйы ошо баҫыуҙамын. Иген сәсәбеҙ ҙә урабыҙ – тормошомдоң йәме шунда. Бына хәҙер ҡустыларҙы ла эшкә өйрәтеп алдым, — ти “Енисей” “капитаны” Ғабдулла Хөбөтдинов. Баҡтиһәң, өс комбайнсы яҡын ғына туғандар ҙа икән – Илдус Хөбөтдинов менән Марс Ибраһимов Ғабдулла ағайҙың ике туғаны булып сыҡты.
“Таң”дың баш агрономы Линир Хәлитов ысын мәғәнәһендә баҫыу батыры инде! Юҡһа, көн дә хужалыҡтың 5 меңдән ашыу гектар сәсеүлеген нисек урап сыҡмаҡ кәрәк? Йәш агрономдың хужалыҡты, баҫыуҙы биш бармағылай белгәне, яҡшы белгес икәнлеге әллә ҡайҙан күренеп тора.
— “Таң” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең 5 300 гектар сәсеүлеге бар. Шуның 3 400 гектарында иген, 1 050 гектарында ужым культураһы үҫә. 400 гектарҙа һоло сәскәйнек, урыуҙы тамамлап, әле һуғыу менән мәшғүлбеҙ. Уңыш – гектарынан 18 центнер. Бер-ике көн генә яумай торһа, һолоно келәткә һалып та ҡуйырбыҙ, — ти ул.
…Игенселәр менән хушлашырға ғына йыйынғанда, баҫыуҙа йәнә бер автомобиль күренде. Район хужаһы үҙе икән: хакимиәт башлығы Фәнүр Туҡтаров баҫыу эштәре менән танышып йөрөй. Килеп төшөү менән башаҡтарҙы ҡапшап алды, комбайндарҙы барлап сыҡты.
— Йорттоң нигеҙ ташын белмәй тороп, стенаһын да, түбә-ҡыйығын да йүнәтеп булмай, ҡустым, — тине ул. Үҙе лә бит ҡасандыр ошо баҫыуҙарҙы иңләгән агроном, шуға ла ер эше, ер кешеһенең ҡәҙере ят түгел.
…Уңыш тейәлгән машинаға ултырып, ырҙын, келәттәр яғына юл тоттоҡ. Бында ла эштең ҡыҙған мәле: игенде елгәрәләр, киптерәләр. Әҙер булғас, орлоҡҡа һалалар, ҡалғанын пайсыларға оҙаталар, артҡанын һаталар. Һоло өйөмө янында Сәмиғә Ғәлиева менән Зилә Ғүмәрованың ҡулдарына күҙ эйәрмәй.
— Мин – егерме йыл инде хужалыҡ эшендә. Ауылда бындай йәмғиәттең булыуы яҡшы. Юҡһа, аҡса, мал, ҡош-ҡорт өсөн игенде ҡайҙан алмаҡ кәрәк? Уңыш та, эш тә була ғына күрһен, — тип Сәмиғә апай хеҙмәтенән ҡәнәғәтлеген белдерҙе.
Табыш артында фиҙакәр хеҙмәттең тороуы шарт. “Таң” уңғандары ураҡты ла оҙаҡҡа һуҙмаҫ, Хоҙай көнөн генә бирһен…