Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ир маҡтана, ҡорал эшләй
Ир маҡтана, ҡорал эшләй
Торғаны ахырызаман машинаһы был! Ҡарап та, һоҡланып та туймаҫлыҡ. Ғәжәп бит, әй: трактор тағылма ҡорамалды тартып бара, артынан бер юлы ҡамылы ла һөрөлә, дөрөҫөрәге, тәрән итеп бураҙна һыҙыла, шунда уҡ һауа баҫымы орлоҡ менән ашламаны нәҙек кенә торбалар буйлап сәскескә ҡыуа, аҙаҡ иһә агрегат үткән ер катукланып та ҡуя.


– Катук бураҙнаны ғына тығыҙлай. Әгәр ҙә традицион алым буйынса үтһә, бар баҫыуҙың тупрағы тығыҙланыр ине, — тип аңлата ауыл хужалығы фәндәре докторы Хәлил Сафин. — Йәғни сүп орлоҡтарына ла үҫергә мөмкинлек асыла. Ә былай улар өҫтә ҡала, сығышын юғалта төшә. Тығыҙ­ланған бураҙналағы иген тиҙ шыта, көсәйеп китә. Етмәһә, сәсер алдынан яланға гербицид һиптерелә. Элек беҙ орлоҡто күпме сәсһәң, шунса яҡшыраҡ, ти инек. Ләкин был бигүк дөрөҫ түгел. Орлоҡ тигеҙ ятырға, шытыр өсөн бер үк төрлө шарттар тыуҙырылырға тейеш.
Мөғжизә-техниканы ҡарарға, ғөмү­мән, “Герой” хужалығындағы ураҡ, ужым сәсеү барышы менән танышырға барса хужалыҡ рәйестәре, район етәкселәре лә килгәйне. Ә колхозда танышыр яңылыҡтар етерлек. Әгәр ҙә дөйөм алғанда саҡмағоштар республикала малсылыҡ буйынса ла, игенсе­лектә лә тәүге урындарҙы биләһә, геройҙар иһә был яҡлап һәр ваҡыт исемдәренә тоғро булып ҡала. Шуға ла Краснодар крайында етештерелгән “Европа агротехникаһы” йәмғиәте сы­ғарған “Class” техникаһы бында күр­һәтелде. Улар менән тәүге килешеү төҙөүселәр ҙә, яңы трактор, сәсеү комплексы һатып алыусылар ҙа геройҙар бит.
— Ир маҡтана, ҡорал эшләй тигән әй­тем бар. Техниканың яҡшылығы уңышта ла сағыла: ваҡытында сәселә, урып йыйыла, — ти хужалыҡ рәйесе Фәрғәт Ваһапов.
Баш агроном Әғләм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл иген культуралары 2 350 гектарҙа сәселгән. Сығышы яҡшы булып, яңы технологиялар ҙа инде­релгәс, уңыш шатландыра. Мәҫәлән, гектар ҡеүәте уртаса 38,1 центнер тәшкил итә. 450 гектар майҙанды биләгән ужым культуралары 38,2 центнер тартҡан, борсаҡтың гектар көсө — 37 центнер, арпаныҡы 39-ға яҡын.
Урып йыйыу эштәрен һуңғы ямғыр­ҙар тотҡарланы. Шулай булыуға ҡара­маҫ­тан, “Полесье” комбайнында Ринат Сәмиғуллин менән Илдус Мөлөков 7 меңдән ашыу центнер ашлыҡ һуғып өлгөргән. “Лида” баҫыу карабы капитандары Вадим Хиләжев, Рәнис Миңнеханов, Алмас Гәрәевтәр ҙә уларҙан ҡалышмай — эҙҙәренә бермә-бер баҫып килә.
Әлбиттә, үҫтерелгәнде йыйып алыу­ҙа, киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан барыһының да исемдәрен атағы, ташҡа баҫҡы килә, ләкин ундай мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа өҫтәлгә йылы икмәк килгәндә, һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙ белгән-күргәндәргә рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләй алабыҙ. Ошонан да — бер-беребеҙгә изге теләктәр теләүҙән дә — ҙур сауаптың булыуы мөмкин түгел.


Автор: Р. УРАҘҒОЛОВ. Район: Саҡмағош районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә