Торғаны ахырызаман машинаһы был! Ҡарап та, һоҡланып та туймаҫлыҡ. Ғәжәп бит, әй: трактор тағылма ҡорамалды тартып бара, артынан бер юлы ҡамылы ла һөрөлә, дөрөҫөрәге, тәрән итеп бураҙна һыҙыла, шунда уҡ һауа баҫымы орлоҡ менән ашламаны нәҙек кенә торбалар буйлап сәскескә ҡыуа, аҙаҡ иһә агрегат үткән ер катукланып та ҡуя.
– Катук бураҙнаны ғына тығыҙлай. Әгәр ҙә традицион алым буйынса үтһә, бар баҫыуҙың тупрағы тығыҙланыр ине, — тип аңлата ауыл хужалығы фәндәре докторы Хәлил Сафин. — Йәғни сүп орлоҡтарына ла үҫергә мөмкинлек асыла. Ә былай улар өҫтә ҡала, сығышын юғалта төшә. Тығыҙланған бураҙналағы иген тиҙ шыта, көсәйеп китә. Етмәһә, сәсер алдынан яланға гербицид һиптерелә. Элек беҙ орлоҡто күпме сәсһәң, шунса яҡшыраҡ, ти инек. Ләкин был бигүк дөрөҫ түгел. Орлоҡ тигеҙ ятырға, шытыр өсөн бер үк төрлө шарттар тыуҙырылырға тейеш.
Мөғжизә-техниканы ҡарарға, ғөмүмән, “Герой” хужалығындағы ураҡ, ужым сәсеү барышы менән танышырға барса хужалыҡ рәйестәре, район етәкселәре лә килгәйне. Ә колхозда танышыр яңылыҡтар етерлек. Әгәр ҙә дөйөм алғанда саҡмағоштар республикала малсылыҡ буйынса ла, игенселектә лә тәүге урындарҙы биләһә, геройҙар иһә был яҡлап һәр ваҡыт исемдәренә тоғро булып ҡала. Шуға ла Краснодар крайында етештерелгән “Европа агротехникаһы” йәмғиәте сығарған “Class” техникаһы бында күрһәтелде. Улар менән тәүге килешеү төҙөүселәр ҙә, яңы трактор, сәсеү комплексы һатып алыусылар ҙа геройҙар бит.
— Ир маҡтана, ҡорал эшләй тигән әйтем бар. Техниканың яҡшылығы уңышта ла сағыла: ваҡытында сәселә, урып йыйыла, — ти хужалыҡ рәйесе Фәрғәт Ваһапов.
Баш агроном Әғләм Хәмитов әйтеүенсә, быйыл иген культуралары 2 350 гектарҙа сәселгән. Сығышы яҡшы булып, яңы технологиялар ҙа индерелгәс, уңыш шатландыра. Мәҫәлән, гектар ҡеүәте уртаса 38,1 центнер тәшкил итә. 450 гектар майҙанды биләгән ужым культуралары 38,2 центнер тартҡан, борсаҡтың гектар көсө — 37 центнер, арпаныҡы 39-ға яҡын.
Урып йыйыу эштәрен һуңғы ямғырҙар тотҡарланы. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, “Полесье” комбайнында Ринат Сәмиғуллин менән Илдус Мөлөков 7 меңдән ашыу центнер ашлыҡ һуғып өлгөргән. “Лида” баҫыу карабы капитандары Вадим Хиләжев, Рәнис Миңнеханов, Алмас Гәрәевтәр ҙә уларҙан ҡалышмай — эҙҙәренә бермә-бер баҫып килә.
Әлбиттә, үҫтерелгәнде йыйып алыуҙа, киләһе йылғы уңышҡа нигеҙ һалыуҙа ҡатнашҡан барыһының да исемдәрен атағы, ташҡа баҫҡы килә, ләкин ундай мөмкинлек юҡ. Шулай ҙа өҫтәлгә йылы икмәк килгәндә, һәр ҡайһыбыҙ үҙебеҙ белгән-күргәндәргә рәхмәт әйтеп, һаулыҡ теләй алабыҙ. Ошонан да — бер-беребеҙгә изге теләктәр теләүҙән дә — ҙур сауаптың булыуы мөмкин түгел.