Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Күмертау заводы ярҙамһыҙ ҡалмаясаҡ
Рөстәм Хәмитов Күмертау ҡалаһына һәм Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында ҡайһы бер предприятиелар менән танышты, Рәсәйҙең Һауа флоты көнө айҡанлы тантаналы йыйылышта ҡатнашты, Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙы ҡараны.


Күмертау ҡалаһында саҡта Рөстәм Хәмитов авиация етештереү предприятиеһына барып, осоу-һынау станция­һында техниканың яңы өлгөләре менән танышты. Заводтың төп продукцияһы — “Камов” конструкторлыҡ бюроһы тарафынан эшләнгән күп маҡсатлы вертолеттар. Үҙенсәлекле машиналар ғәҙәттән тыш шарттарҙа ла эшкә һәләтен, тотороҡлолоғон юғалтмай. Предприятие Ка-27 (эҙләү-ҡотҡарыу), Ка-28, Ка-29 (транспорт-хәрби), Ка-32 (урта класлы күп маҡсатлы), Ка-31 (радиолокациялы) вертолеттарын сығара.
Рөстәм Хәмитов предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре, авиация техникаһының яңы төрҙәрен үҙләштереү буйынса пландары менән ҡыҙыҡһынды. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы етәксеһе Виктор Новиков әйтеүенсә, әле бында “Камов” вертолеттары өсөн агрегаттар етештереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ тактик-техник сифаттары яҡшыртылған Ка-226Т вертолет сертификатлауҙы тамамлау күҙаллана.
Халыҡ-ара һәм Рәсәй баҙарҙарындағы хәлдең тотороҡһоҙлоғона бәйле һуңғы ике йылда предприятиела сығарылған продукцияны һатыуҙан алынған килем сығымды ҡапламай. Завод ветерандары менән әңгәмәлә республика башлығы, Башҡортостан ҡаланың төп предприятиеһына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтәсәк, тип белдерҙе.
– Заводты тулы көсөнә эшләтеү мәсьәләһе менән ил етәкселегенә лә мөрәжәғәт иттем. Оборона министры менән Күмертау предприятиеһында продукция сығарыуҙы үҫтереү зарурлығы хаҡында һөйләштем. Завод тотороҡло эшләргә тейеш. Бының өсөн яңы заказдар эҙләргә, продукция сығарыу йүнәлештәрен киңәйтергә, үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Заводтың киләсәктә уңышлы эшләйәсәгенә шик юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ҡаланың “Дуҫлыҡ” үҙәгендә төбәк етәксеһе Рәсәйҙең Һауа флоты көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Ул авиатөҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм лайыҡлыларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.


Автор: А. ХӘЛИЛОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә