Рөстәм Хәмитов Күмертау ҡалаһына һәм Көйөргәҙе районына эш сәфәре барышында ҡайһы бер предприятиелар менән танышты, Рәсәйҙең Һауа флоты көнө айҡанлы тантаналы йыйылышта ҡатнашты, Кинйә Арыҫланов исемендәге музейҙы ҡараны.
Күмертау ҡалаһында саҡта Рөстәм Хәмитов авиация етештереү предприятиеһына барып, осоу-һынау станцияһында техниканың яңы өлгөләре менән танышты. Заводтың төп продукцияһы — “Камов” конструкторлыҡ бюроһы тарафынан эшләнгән күп маҡсатлы вертолеттар. Үҙенсәлекле машиналар ғәҙәттән тыш шарттарҙа ла эшкә һәләтен, тотороҡлолоғон юғалтмай. Предприятие Ка-27 (эҙләү-ҡотҡарыу), Ка-28, Ка-29 (транспорт-хәрби), Ка-32 (урта класлы күп маҡсатлы), Ка-31 (радиолокациялы) вертолеттарын сығара.
Рөстәм Хәмитов предприятиеның үҫеш мөмкинлектәре, авиация техникаһының яңы төрҙәрен үҙләштереү буйынса пландары менән ҡыҙыҡһынды. Күмертау авиация етештереү предприятиеһы етәксеһе Виктор Новиков әйтеүенсә, әле бында “Камов” вертолеттары өсөн агрегаттар етештереүгә йүнәлтелгән инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Шулай уҡ тактик-техник сифаттары яҡшыртылған Ка-226Т вертолет сертификатлауҙы тамамлау күҙаллана.
Халыҡ-ара һәм Рәсәй баҙарҙарындағы хәлдең тотороҡһоҙлоғона бәйле һуңғы ике йылда предприятиела сығарылған продукцияны һатыуҙан алынған килем сығымды ҡапламай. Завод ветерандары менән әңгәмәлә республика башлығы, Башҡортостан ҡаланың төп предприятиеһына һәр йәһәттән ярҙам күрһәтәсәк, тип белдерҙе.
– Заводты тулы көсөнә эшләтеү мәсьәләһе менән ил етәкселегенә лә мөрәжәғәт иттем. Оборона министры менән Күмертау предприятиеһында продукция сығарыуҙы үҫтереү зарурлығы хаҡында һөйләштем. Завод тотороҡло эшләргә тейеш. Бының өсөн яңы заказдар эҙләргә, продукция сығарыу йүнәлештәрен киңәйтергә, үҙгәртеп ҡороуҙарҙы тормошҡа ашырырға кәрәк. Заводтың киләсәктә уңышлы эшләйәсәгенә шик юҡ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Ҡаланың “Дуҫлыҡ” үҙәгендә төбәк етәксеһе Рәсәйҙең Һауа флоты көнөнә арналған тантаналы йыйылышта ҡатнашты. Ул авиатөҙөлөш тармағы хеҙмәткәрҙәрен һәм ветерандарын һөнәри байрам менән ҡотланы һәм лайыҡлыларға Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы.