Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Был көндө көтәм...”
Дана ВӘЛИЕВА, Мишкә районындағы 1-се Мишкә
лицейына уҡырға бара:
– Йәйҙе сағыу ҡояшы, йылы көндәре, тәмле емештәре өсөн яратам. Был осорҙа ял итеүе шул тиклем рәхәт! Үҙебеҙҙең бассейн бар. Эҫе көндәрҙә унда рәхәтләнеп һыу индем, ҡояшта ҡыҙындым. Өләсәйем менән олатайыма ҡунаҡҡа йыш йөрөнөм. 1 сентябрҙе түҙемһеҙләнеп көтәм, һәр көндө һанайым. Тиҙерәк уҡыусы булғым килә. Мәктәптә миңә белем алыуы ауыр булмаҫ, моғайын, сөнки уҡый, һанай һәм яҙа беләм. Бер ҡасан да ялҡау булмаясаҡмын. Әсәйем дә: «Уңғандарға уңыш юлдаш, улар маҡсатына өлгәшә», – тип әйтә бит.

Вероника ӘЛЕТДИНОВА, Балтас районының Тусыбай урта мәктәбенә уҡырға бара:
– Ҡасандыр әсәйем уҡыған мәктәптә барасаҡмын. Шуға Белем көнөн тул­ҡынланып көтәм. Яңыраҡ һатып алған костюмды әленән-әле кейеп ҡарайым. Кисә генә был хәлде күргән әсәйем: «Бәләкәсемдең үҫеп етеүенә һоҡланып бөтә алмайым», – тип арҡамдан һөйҙө.
Рамаҙан МОРАТШИН, Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбенә уҡырға бара:
– Былтыр миңә алты йәш тулғас, мәктәпкә уҡырға барам, тип хыяллана башланым. Шуға бөтә нәмәне лә алдан әҙерләнек: кейем, сумка, ручка кеүек кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ. Әле Белем көнөндә һөйләйәсәк шиғырҙы ятлайым. Ниңәлер 1 сентябрҙе әсәйем миңә ҡарағанда ла тулҡынланып көтә. Әйтерһең дә, мин түгел, ул үҙе уҡырға бара.


Артур ШӘРИПОВ, Белорет ҡалаһындағы 21-се мәктәпкә уҡырға бара:
– Атайым менән әсәйем: «Берҙән-бер улыбыҙ мәктәпкә бара», – тип ҡыуанып бөтә алмай. Үҙ-ара һөй­ләш­кәндә: «Унда нисек кенә уҡып китер, үҙ урынын табырмы?» – тигәндәрен ишеттем. Быйыл миңә ете йәш тулһа ла, улар ниңәлер: «Иркә бит әле. Икенсе йыл барыр», – тип һөйләшә ине. Был хәл оҡшаманы. «Юҡ, быйыл мәктәпкә барам», – тинем.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә