“Был көндө көтәм...”23.08.2014
Дана ВӘЛИЕВА, Мишкә районындағы 1-се Мишкә
лицейына уҡырға бара:
– Йәйҙе сағыу ҡояшы, йылы көндәре, тәмле емештәре өсөн яратам. Был осорҙа ял итеүе шул тиклем рәхәт! Үҙебеҙҙең бассейн бар. Эҫе көндәрҙә унда рәхәтләнеп һыу индем, ҡояшта ҡыҙындым. Өләсәйем менән олатайыма ҡунаҡҡа йыш йөрөнөм. 1 сентябрҙе түҙемһеҙләнеп көтәм, һәр көндө һанайым. Тиҙерәк уҡыусы булғым килә. Мәктәптә миңә белем алыуы ауыр булмаҫ, моғайын, сөнки уҡый, һанай һәм яҙа беләм. Бер ҡасан да ялҡау булмаясаҡмын. Әсәйем дә: «Уңғандарға уңыш юлдаш, улар маҡсатына өлгәшә», – тип әйтә бит.
Вероника ӘЛЕТДИНОВА, Балтас районының Тусыбай урта мәктәбенә уҡырға бара:
– Ҡасандыр әсәйем уҡыған мәктәптә барасаҡмын. Шуға Белем көнөн тулҡынланып көтәм. Яңыраҡ һатып алған костюмды әленән-әле кейеп ҡарайым. Кисә генә был хәлде күргән әсәйем: «Бәләкәсемдең үҫеп етеүенә һоҡланып бөтә алмайым», – тип арҡамдан һөйҙө.
Рамаҙан МОРАТШИН, Әбйәлил районының Ташбулат урта мәктәбенә уҡырға бара:
– Былтыр миңә алты йәш тулғас, мәктәпкә уҡырға барам, тип хыяллана башланым. Шуға бөтә нәмәне лә алдан әҙерләнек: кейем, сумка, ручка кеүек кәрәк-яраҡ һатып алдыҡ. Әле Белем көнөндә һөйләйәсәк шиғырҙы ятлайым. Ниңәлер 1 сентябрҙе әсәйем миңә ҡарағанда ла тулҡынланып көтә. Әйтерһең дә, мин түгел, ул үҙе уҡырға бара.
Артур ШӘРИПОВ, Белорет ҡалаһындағы 21-се мәктәпкә уҡырға бара:
– Атайым менән әсәйем: «Берҙән-бер улыбыҙ мәктәпкә бара», – тип ҡыуанып бөтә алмай. Үҙ-ара һөйләшкәндә: «Унда нисек кенә уҡып китер, үҙ урынын табырмы?» – тигәндәрен ишеттем. Быйыл миңә ете йәш тулһа ла, улар ниңәлер: «Иркә бит әле. Икенсе йыл барыр», – тип һөйләшә ине. Был хәл оҡшаманы. «Юҡ, быйыл мәктәпкә барам», – тинем.