Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Йәйҙең уҙғаны һиҙелмәне лә”
Әле генә башланған йәй тамамланып килә. Быйыл ул эҫе, ҡояшлы көндәре менән артыҡ иркәләмәһә лә, бик үҙенсәлекле булды. Хатта ҡайһы бер райондарҙа халыҡ еләк-емеш йыйғанда ҡар яуҙы, көслө ел иҫте. Әммә тәбиғәт көйһөҙлөктәре тиҙ онотола. Ә балалар уларға хатта иғтибар ҙа итмәй. Йәйге ялды нисек үткәргәндәр икән?

Зөләйха ХАФИЗОВА, Межгорье ҡалаһы, ун ике йәш:

– Быйыл VI класҡа уҡырға барам. Класташтарымды тиҙерәк күргем килә. Уларға һөйләйһе яңы­лыҡтарым да күбәйҙе. Йәйге каникулда Ҡара диң­геҙ­ҙә ял иттем. Әйткәндәй, мин унда беренсе тапҡыр ғына бармайым. Был яҡтар бик ныҡ оҡшай! Диңгеҙҙә балыҡтай сумдым, рәхәтләнеп йөҙҙөм. Тиҫтерҙәрем менән аралашыу, төрлө экскурсиялар яҡты хәтирә булып ҡаласаҡ. Әммә барыбер тыуған яғым ҡәҙерлерәк. Ҡалабыҙ эргәһендәге йәшел урмандар, бейек тауҙар һағындырып өлгөргәйне.

Нурия ҠЫҘРАСОВА, Хәйбулла районы, Әбеш ауылы, туғыҙ йәш:
– Быйылғы йәйем бик күңелле үтте. Һаҡмарға һыу инергә, урманға еләк ашарға йөрөнөм. Әсәйемә йорт эштәрендә лә ярҙам иттем: ҡаҙ бәпкәләрен ҡараштым, сәскәләргә һыу һиптем. Әйткәндәй, гөл үҫтерергә яратабыҙ. Йыл һайын ишек алдын аллы-гөллө сәскәләргә күмәбеҙ, аҙаҡ шул матурлыҡҡа ҡарай-ҡарай күмәкләшеп ихатала сәй эсәбеҙ.

Айлина ӘБДЕЛМӘНОВА, Ғафури районы, Красноусол ауылы, ун өс йәш:
– Йәйге каникулымдың үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Быйыл республикабыҙҙың күп кенә районында, Өфөлә булдым, Екатеринбургта йәшәгән өләсәйемә ҡунаҡҡа барҙым. Шулай ҙа тыуған райо­нымдағы Киндерле мәмерйәһен бер ниндәй башҡа тәбиғәт мөйөшөнә лә алмаштырғы килмәй. Бик үҙен­сәлекле, Хоҙай һоҡланыр өсөн генә хасил иткән был яҡтарҙы! Шуға тиҫтерҙәремә етеп килгән яңы уҡыу йылында уңыштар теләп, йәнтөйәгебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек тип өндәшкем килә.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә