Әле генә башланған йәй тамамланып килә. Быйыл ул эҫе, ҡояшлы көндәре менән артыҡ иркәләмәһә лә, бик үҙенсәлекле булды. Хатта ҡайһы бер райондарҙа халыҡ еләк-емеш йыйғанда ҡар яуҙы, көслө ел иҫте. Әммә тәбиғәт көйһөҙлөктәре тиҙ онотола. Ә балалар уларға хатта иғтибар ҙа итмәй. Йәйге ялды нисек үткәргәндәр икән?
Зөләйха ХАФИЗОВА, Межгорье ҡалаһы, ун ике йәш:
– Быйыл VI класҡа уҡырға барам. Класташтарымды тиҙерәк күргем килә. Уларға һөйләйһе яңылыҡтарым да күбәйҙе. Йәйге каникулда Ҡара диңгеҙҙә ял иттем. Әйткәндәй, мин унда беренсе тапҡыр ғына бармайым. Был яҡтар бик ныҡ оҡшай! Диңгеҙҙә балыҡтай сумдым, рәхәтләнеп йөҙҙөм. Тиҫтерҙәрем менән аралашыу, төрлө экскурсиялар яҡты хәтирә булып ҡаласаҡ. Әммә барыбер тыуған яғым ҡәҙерлерәк. Ҡалабыҙ эргәһендәге йәшел урмандар, бейек тауҙар һағындырып өлгөргәйне.
Нурия ҠЫҘРАСОВА, Хәйбулла районы, Әбеш ауылы, туғыҙ йәш:
– Быйылғы йәйем бик күңелле үтте. Һаҡмарға һыу инергә, урманға еләк ашарға йөрөнөм. Әсәйемә йорт эштәрендә лә ярҙам иттем: ҡаҙ бәпкәләрен ҡараштым, сәскәләргә һыу һиптем. Әйткәндәй, гөл үҫтерергә яратабыҙ. Йыл һайын ишек алдын аллы-гөллө сәскәләргә күмәбеҙ, аҙаҡ шул матурлыҡҡа ҡарай-ҡарай күмәкләшеп ихатала сәй эсәбеҙ.
Айлина ӘБДЕЛМӘНОВА, Ғафури районы, Красноусол ауылы, ун өс йәш:
– Йәйге каникулымдың үтеп киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалдым. Быйыл республикабыҙҙың күп кенә районында, Өфөлә булдым, Екатеринбургта йәшәгән өләсәйемә ҡунаҡҡа барҙым. Шулай ҙа тыуған районымдағы Киндерле мәмерйәһен бер ниндәй башҡа тәбиғәт мөйөшөнә лә алмаштырғы килмәй. Бик үҙенсәлекле, Хоҙай һоҡланыр өсөн генә хасил иткән был яҡтарҙы! Шуға тиҫтерҙәремә етеп килгән яңы уҡыу йылында уңыштар теләп, йәнтөйәгебеҙҙе һаҡлайыҡ, ҡәҙерләйек тип өндәшкем килә.