Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғүмерҙең илаһи мәле – күбәләктәй бала саҡ
Ғүмерҙең илаһи мәле –  күбәләктәй бала саҡ
Бала хәтере аҡ ҡағыҙ кеүек. Унда тормошондағы бөтә ваҡиғалар ынйы кеүек бер-бер артлы теркәлеп бара. Бәхетле мәлдәренең күберәк булыуы иһә беҙгә, өлкәндәргә, бәйле. Тиҙҙән ошо күбәләктәй осоп, һикереп уйнаған, йылға-күлдәрҙә балыҡтай сумған, йәне теләгәнсә йоҡоһон туйҙырған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн яңы уҡыу йылы етә. Кемдер беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асһа, икенселәре йәйге каникулдан һуң тағы белем эстәй башлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙың ошо һуңғы ял көндәренең матур үтеүе өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ, күңел йылыбыҙҙы йәлләмәйек, йыл буйы тырышып уҡыһындар өсөн йөрәктәренә нур-ҡот өҫтәйек.


Рәхәтләнеп
уйнап ҡал!


Љайһы бер бәләкәстәр яңы уҡыу йылын ҡыуанып ҡаршылаһа, икен­селәре был хәлгә әллә ни шат түгел. Шуға уларҙы мәктәп режимына алдан әҙерләү хәйерле. Күпме те­ләй, шунса йоҡо һимертергә ярат­ҡан кескәйҙәрҙе хәҙер иртәрәк уя­тырға ваҡыт етте. Бөгөн ғә­ҙәт­тә­генән – ун, иртәгә – егерме минут, артабан ярты сәғәт һәм алдағы көндәрҙә тағы ла әүен баҙары ваҡы­тын ҡыҫҡартырға кәрәк. Љыҙығыҙҙы йәки улығыҙҙы кис сәғәт 10-дан да ҡалмай йоҡларға һалығыҙ. Шулай итеп, 1 сентябргә – Белем көнөнә – балағыҙ көн режимына күнегеп өлгөрөр.
Йәйҙең һанаулы ғына ҡалған көн­дәрендә балағыҙ күберәк ва­ҡытын урамда үткәрһен. Єйҙә, рәхәтләнеп туп типһен, велосипедта, роликта елдерһен, баҫтырыш уйнап кинән­һен. Єммә бәләкәсе­геҙҙең аҡыл-зиһенен байытыу өсөн китап-журналдар уҡыу, төрлө кроссвордтар сисеү, ҡыҙыҡлы математика менән шөғөлләнеү кәрәклеген дә хәтере­геҙ­ҙән сығармағыҙ. Был яҙыу, иҫәп­ләү оҫталығын хәтергә төшөрөү өсөн бик яҡшы.

Тәмле генә түгел, файҙалы ла

Буласаҡ мәктәп уҡыусыһы өсөн ризыҡ әҙерләгәндә уның төрлөлө­гөнә иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк тә аҡыл эшмәкәрлегенә тәьҫир итеүсе ашамлыҡтарға өҫтөнлөк бирелһен. Мәҫәлән, башты тиҙерәк эшләтеүгә этәргес булған балыҡ фосфорға һәм «омега-3» май кислотаһына бай. Йомортҡала, эремсектә, һөттә лә фекерләү ҡеүәһен арттырырлыҡ матдәләр байтаҡ. Єлбиттә, йәшел­сә-емеш тураһында ла онотмағыҙ. Улар – витаминдар сығанағы. Є бына газлы һыу менән чипсыны ашатыуҙан тыйыу хәйерле, сөнки улар бала организмы өсөн зыянлы.

Ауыр осор

Сентябрь – балалар өсөн генә түгел, хатта ата-әсәләр өсөн дә ауыр осор. Хәҙер иртән эшкә ашығырға ғына түгел, улыңды йәки ҡыҙыңды мәктәпкә оҙатып өлгөрөргә лә кәрәк. Мәктәп тупһаһын беренсе тапҡыр атлап үтәсәк бәләкәс өсөн был ай бигерәк тулҡынландырғыс. Өҫтә­үенә уның ҙур коллективҡа барып ҡушылыуҙы бик ауыр кисереүе ихтимал. Тәжрибәле ата-әсәләр быны яҡшы аңлай. Єгәр улар белем алыуға ыңғай ҡарашта түгел икән, балала ла мәктәпкә һөйөү уя­наса­ғына өмөт аҙ. Шуға ҡыҙы­ғыҙҙың йәки улығыҙҙың ҙур теләк менән белем алыуы хаҡында хыяллан­һағыҙ, ун­дағы тормоштан ҡыуаныс­лы мәл­дәр­ҙе йышыраҡ хәтергә төшөрөү, уҡыуҙың мөһимлеген, мәктәптең яңы дуҫтар табыу урыны икәнлеген аңлатығыҙ.

Бүләк

Күп кенә ғаиләлә Белем көнөнә, 1 сентябргә, бүләк алыу матур йолаға әүерелгән. Мәҫәлән, ҡәләм­дәр, фломастерҙар, балалар энцик­ло­педияһы, сигеү өсөн кәрәкле әй­берҙәр һәм башҡалар кескәйегеҙ­ҙең күңелен үҫтереп ебәрер. Иң мө­һиме – һеҙ алып биргән әйбер матур ғына түгел, файҙалы ла булһын, мәҫәлән, зиһенде байыт­һын. Бынан тыш, ыҫпай костюм, уңайлы портфель белем алыуға ынтылышты көсәйтеп ебәрер.

Йолаға әйләнһен

Тағы бер аҙнанан мәктәптә шыл­тыраған ҡыңғырау ҡыҙҙарҙы һәм ма­лайҙарҙы белем тауына әйҙәйә­сәк. Шуға ошо ялдарҙа тәбиғәт ҡосағына сығыу йәки матур кисә ойоштороу һәр кескәйҙең күңелендә онотолмаҫ хәтирә булып ҡаласаҡ. Быны хатта бер матур йолаға әүерелдерергә мөмкин. Йыл һайын бер үк ваҡытта үткәреләсәк сара ғаиләне тағы ла берҙәмерәк итер. Йыйынға балағыҙ­ҙың дуҫтарын йәки класташтарын саҡырыу улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙ­ҙың мәктәпкә теләк менән барыуына этәргес булыр. Єгәр кескәйегеҙ бе­рәй лагерҙа ял итеп ҡайтҡан икән, әйҙә, ғаилә кисәһенә яңы дуҫтарын да алығыҙ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 14

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 10

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 13

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 15

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 28

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21