Бала хәтере аҡ ҡағыҙ кеүек. Унда тормошондағы бөтә ваҡиғалар ынйы кеүек бер-бер артлы теркәлеп бара. Бәхетле мәлдәренең күберәк булыуы иһә беҙгә, өлкәндәргә, бәйле. Тиҙҙән ошо күбәләктәй осоп, һикереп уйнаған, йылға-күлдәрҙә балыҡтай сумған, йәне теләгәнсә йоҡоһон туйҙырған ҡыҙҙар һәм малайҙар өсөн яңы уҡыу йылы етә. Кемдер беренсе тапҡыр мәктәп ишеген асһа, икенселәре йәйге каникулдан һуң тағы белем эстәй башлаясаҡ. Әйҙәгеҙ, уларҙың ошо һуңғы ял көндәренең матур үтеүе өсөн бөтә тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ, күңел йылыбыҙҙы йәлләмәйек, йыл буйы тырышып уҡыһындар өсөн йөрәктәренә нур-ҡот өҫтәйек.
Рәхәтләнеп
уйнап ҡал!Љайһы бер бәләкәстәр яңы уҡыу йылын ҡыуанып ҡаршылаһа, икенселәре был хәлгә әллә ни шат түгел. Шуға уларҙы мәктәп режимына алдан әҙерләү хәйерле. Күпме теләй, шунса йоҡо һимертергә яратҡан кескәйҙәрҙе хәҙер иртәрәк уятырға ваҡыт етте. Бөгөн ғәҙәттәгенән – ун, иртәгә – егерме минут, артабан ярты сәғәт һәм алдағы көндәрҙә тағы ла әүен баҙары ваҡытын ҡыҫҡартырға кәрәк. Љыҙығыҙҙы йәки улығыҙҙы кис сәғәт 10-дан да ҡалмай йоҡларға һалығыҙ. Шулай итеп, 1 сентябргә – Белем көнөнә – балағыҙ көн режимына күнегеп өлгөрөр.
Йәйҙең һанаулы ғына ҡалған көндәрендә балағыҙ күберәк ваҡытын урамда үткәрһен. Єйҙә, рәхәтләнеп туп типһен, велосипедта, роликта елдерһен, баҫтырыш уйнап кинәнһен. Єммә бәләкәсегеҙҙең аҡыл-зиһенен байытыу өсөн китап-журналдар уҡыу, төрлө кроссвордтар сисеү, ҡыҙыҡлы математика менән шөғөлләнеү кәрәклеген дә хәтерегеҙҙән сығармағыҙ. Был яҙыу, иҫәпләү оҫталығын хәтергә төшөрөү өсөн бик яҡшы.
Тәмле генә түгел, файҙалы ла Буласаҡ мәктәп уҡыусыһы өсөн ризыҡ әҙерләгәндә уның төрлөлөгөнә иғтибар бүлегеҙ. Бигерәк тә аҡыл эшмәкәрлегенә тәьҫир итеүсе ашамлыҡтарға өҫтөнлөк бирелһен. Мәҫәлән, башты тиҙерәк эшләтеүгә этәргес булған балыҡ фосфорға һәм «омега-3» май кислотаһына бай. Йомортҡала, эремсектә, һөттә лә фекерләү ҡеүәһен арттырырлыҡ матдәләр байтаҡ. Єлбиттә, йәшелсә-емеш тураһында ла онотмағыҙ. Улар – витаминдар сығанағы. Є бына газлы һыу менән чипсыны ашатыуҙан тыйыу хәйерле, сөнки улар бала организмы өсөн зыянлы.
Ауыр осор
Сентябрь – балалар өсөн генә түгел, хатта ата-әсәләр өсөн дә ауыр осор. Хәҙер иртән эшкә ашығырға ғына түгел, улыңды йәки ҡыҙыңды мәктәпкә оҙатып өлгөрөргә лә кәрәк. Мәктәп тупһаһын беренсе тапҡыр атлап үтәсәк бәләкәс өсөн был ай бигерәк тулҡынландырғыс. Өҫтәүенә уның ҙур коллективҡа барып ҡушылыуҙы бик ауыр кисереүе ихтимал. Тәжрибәле ата-әсәләр быны яҡшы аңлай. Єгәр улар белем алыуға ыңғай ҡарашта түгел икән, балала ла мәктәпкә һөйөү уянасағына өмөт аҙ. Шуға ҡыҙығыҙҙың йәки улығыҙҙың ҙур теләк менән белем алыуы хаҡында хыялланһағыҙ, ундағы тормоштан ҡыуаныслы мәлдәрҙе йышыраҡ хәтергә төшөрөү, уҡыуҙың мөһимлеген, мәктәптең яңы дуҫтар табыу урыны икәнлеген аңлатығыҙ.
БүләкКүп кенә ғаиләлә Белем көнөнә, 1 сентябргә, бүләк алыу матур йолаға әүерелгән. Мәҫәлән, ҡәләмдәр, фломастерҙар, балалар энциклопедияһы, сигеү өсөн кәрәкле әйберҙәр һәм башҡалар кескәйегеҙҙең күңелен үҫтереп ебәрер. Иң мөһиме – һеҙ алып биргән әйбер матур ғына түгел, файҙалы ла булһын, мәҫәлән, зиһенде байытһын. Бынан тыш, ыҫпай костюм, уңайлы портфель белем алыуға ынтылышты көсәйтеп ебәрер.
Йолаға әйләнһенТағы бер аҙнанан мәктәптә шылтыраған ҡыңғырау ҡыҙҙарҙы һәм малайҙарҙы белем тауына әйҙәйәсәк. Шуға ошо ялдарҙа тәбиғәт ҡосағына сығыу йәки матур кисә ойоштороу һәр кескәйҙең күңелендә онотолмаҫ хәтирә булып ҡаласаҡ. Быны хатта бер матур йолаға әүерелдерергә мөмкин. Йыл һайын бер үк ваҡытта үткәреләсәк сара ғаиләне тағы ла берҙәмерәк итер. Йыйынға балағыҙҙың дуҫтарын йәки класташтарын саҡырыу улығыҙҙың йәки ҡыҙығыҙҙың мәктәпкә теләк менән барыуына этәргес булыр. Єгәр кескәйегеҙ берәй лагерҙа ял итеп ҡайтҡан икән, әйҙә, ғаилә кисәһенә яңы дуҫтарын да алығыҙ.