Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Аҡбуҙаттың тояҡ йылыһын һыуытмайынса...
Аҡбуҙаттың тояҡ йылыһын һыуытмайынса...
Быйылғы йәй бөрйәндәр өсөн ғәжәп тынғыһыҙ булды: район халҡы үҙ ерендә төбәк үҫешенә яңы этәргес бирерҙәй ҙур сараларҙы ҡабул итте. Улар – “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы һәм “Башҡорт балы – Бөрйән даны” этнофестивале – сал тарихлы төйәктең үткәне менән киләсәген тоташтырған күперҙе яңыртты кеүек. Яҙма хазинабыҙҙа һүрәтләнеүенсә, тереклеккә нигеҙ тап ошо ерҙәрҙә һалынған, халыҡ тормош асылын, йәшәү ҡанундарын таныған. Этнофестиваль дә, райондың республикала ғына түгел, ә илдә, донъяла тотҡан урынын баһалап, аҫаба милләт элек-электән үҙ иткән солоҡсолоҡ, умартасылыҡ кеүек кәсептәргә заманса төҫ биреү мөһимлеген раҫланы.

Ысынлап та, үҙенсәлекле байлыҡҡа эйә Бөрйән. Изге ерҙең ошо ҡиммәттәрен белеп, уны үҫтереүгә барлыҡ көсөн һалған замандаштарыбыҙ бар. Яҙма шуларҙың береһе – Яңы Усман ауылы егете Шәрәфулла Ҡолһарин – хаҡында.
Аҡбуҙаттың тояҡ йылыһын һыуытмайынса......Район үҙәгенән Кейекбай, Ҡотан, Ғәҙелгәрәй яғына боролған юлдан тауға күтәрелеү менән мөғжизәле донъяға ки­леп ингәндәй булаһың. Тирә-яғына тере­һыу бөркөп, яҡшылыҡты, изгелекте ама­нат итеп ҡалдырған Урал батырҙың, уның тоғро дуҫы Аҡбуҙаттың эҙҙәрен һаҡлаған ерҙәр... Йылҡысыҡҡан күленән күтәрел­гән өйөрҙөң тояҡ тауыштары ла ишетел­гәндәй... Ысынлап та, тынмаған икән шул ул: Шүлгәнташҡа яҡын урынлашҡан Аҡ­булат яланы ҡыңғырау сыңынан, аттар кеш­нәүенән, ҡолондар сырҡырауынан гөр­ләп тора. Эпостар төйәгендә тормош дауам итеүен, аҫаба халыҡтың ата-баба­һының аманатына тоғролоғон, ғөрөф-ғәҙәтен, кәсептәрен һаҡларға ын­ты­лы­шын бына шулай үҙ өлгөһөндә күрһәтеп йәшәй һәм барлыҡ күңелен һалып, тырышып эшләй Шәрәфулла Ҡолһарин.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға мәғлүм булыуынса, Яңы Усман ауылының был йүнсел ир-азаматы хаҡында баҫмабыҙҙа биш йыл элек Даян Мәжитовтың “Яңы баш­ҡорт өлгөһө” тигән юлъяҙмаһы донъя күр­гәйне. Эшҡыуарҙың тыуған төйәгендә иман йорто һалдырғаны хаҡында ла хә­бәр иттек. Әммә был мәҡәләләр Шә­рә­фулла Фәйзулла улынан һәр саҡ “көсләп тартып алып” яҙылды: үҙе тураһында һүҙ ҡуйыртыуҙы өнәмәй ул, гел генә “шаршау артында” ҡалырға тырыша. Шуға ҡара­маҫтан, йүнселдең тормошо башҡаларға өлгө булыр тигән ниәттә уның эшмә­кәр­легенә тағы ла бер әйләнеп ҡайтырға булдыҡ.
Ҡолһариндың Шүлгәнташ мәмерйә­һенә барған юлда ятҡан Аҡбулаттағы ҡымыҙ фермаһы бөрйәндәр генә түгел, ә ситтән сәйәхәткә, ял итергә килгәндәр өсөн дә яҡын урынға әйләнде. Был ерҙе берәү ҙә урап уҙмай, милли эсемлек менән танһығын ҡандыра, уны күстәнәскә һатып ала. Юлдан арып килгәндәргә ял итеү өсөн ыҡсым ғына бүлмә лә бар.
– Кеше өҙөлмәй беҙҙән, – тип ҡыуана бейә һауыусы Гүзәл Норотҡолова. – Ситтән килгәндәр айырыуса күп. Улар алдында Бөрйәндең исемен лайыҡлы һаҡлау өсөн тырышып эшләйбеҙ. Шәрә­фулла ла, ҡатыны Гөлназ килен дә хеҙ­мәтебеҙҙе күрә, баһалай, дәртләндереп тора. Аҡсаға, аҙыҡ-түлеккә, башҡа кәрәк-яраҡҡа мохтаж булып ултырғаныбыҙ юҡ. “Һәйбәт эшләгеҙ генә, башҡаһы – минең хәстәр”, – ти хужабыҙ. Бейәләрҙе мин генә һаумайым, Гөлназ килен менән бергә башҡарабыҙ. Августа ямғыр күп яуып, үлән күтәрелеп киткәс, ҡымыҙ тағы ла артты. Эште сентябрь урталарына ҡәҙәр дауам итергә иҫәп тотабыҙ. Фермала йылҡы малының дөйөм һаны 110 ти­рәһе, һауын бейәләре – 32 баш.
Әйткәндәй, Гүзәл Шакир ҡыҙы яҡташ­тарына “Үрнәк” совхозының алдынғы һа­уынсыһы, аҙаҡ уның ҡымыҙсылыҡ фер­маһын тотоп торған тәжрибәле хеҙ­мәткәр булараҡ яҡшы таныш. Үҙ эшенең оҫтаһы хәҙер – “яңы башҡорт”тоң изге маҡсаттарын тормошҡа ашырыуҙа төп таяныстарының береһе.
Алмас Ҡолбирҙинды иһә “Аҡбулат фер­маһының аҡһаҡалы” тип әйтергә бу­ла. Бәләкәй сағынан мал яратҡан егет бында йыл да йылҡы көтә. Быйыл уға иптәш итеп Яңы Усманда эшкә әрһеҙлеге, уңғанлығы менән танылған Айбулат Ҡол­дәүләтовты ла алғандар. Көтөүселәр әй­те­үенсә, улар ситтән килгәндәрҙе һыбай йөрөргә лә өйрәтә икән. Мәҫәлән, күптән түгел автобус менән туҡталған 40-тан ашыу турисҡа Мәсем тауы яғын алып барып күрһәткәндәр.
Гәзит уҡыусыларыбыҙға Ҡолһариндың аттары Бөрйәндә йыл һайын үткәрелгән Исмәғил Ғәбитов исемендәге күсмә кубокка ҡышҡы ярыштарҙың даими ҡат­нашыусыһы булараҡ та билдәле. Быйыл улар командалар араһында иң көслөһө тип табылды. Ошоларҙы күҙ уңында тотҡанда, Шәрәфулла Фәйзулла улы, бәлки, киләсәктә төбәктә ат туризмын да йәйелдерер әле тигән өмөт бар.
Йылҡысылыҡ, малсылыҡ менән шө­ғөл­лә­неү ҡышҡылыҡҡа мул итеп бесән әҙерләүҙе лә талап итә. Киң яландарға, туғайҙарға бигүк бай булмаған Бөрйәндә иһә был эште атҡарыу айырыуса ауырға төшә.
– Һуңғы йылдарҙа йәйҙең тотороҡһоҙ көн торошона бәйле бесән әҙерләүҙә ҙур мәшәҡәттәр тыуғас, төрлө ауырлыҡҡа бирешмәй торған үләндәр сәсеү уйы тынғылыҡ бирмәй башланы, – ти Шәрә­фулла Фәйзулла улы. – Ауылда Фәйрә инәйҙең, Рәшит бабайҙың, Нуриман ағайҙың баҡсала­рында топинамбур үҫ­тергәнен белә инем. Уны икенсе төрлө “ер алмаһы” тип атайҙар. Күп йыллыҡ, тамыры бәләкәй картуфҡа оҡшаш үҫемлек ике метр бе­йеклеккә етә, алтын-һары төҫтәге сәскә ата. Ғөмүмән, көнбағышты хәтерләтә. Топинамбур ифрат файҙалы, витаминға бай. Тағы ла бер мөһим яғы – һыуыҡҡа ла, ямғырға ла бирешмәй. Ауылдаштарымдан ошо үҫемлекте һорап алып, былтыр Яңы Усман янынан ҡуртымға алын­ған дүрт гектарлыҡ еремдә сәсә башланым. Йәй ямғырлы булған йыл­дарҙа сенаж һалырға иҫәп бар, ҡоролоҡ хәлендә лә топинамбур һис тә би­решмәйәсәк.
Бынан тыш, булдыҡлы эшҡыуар тағы ла бер нисә төр үлән үҫтерә. “Уларҙы сит илдәрҙең ауыл хужалыҡтарында киң фай­ҙаланалар, – ти ул. – Интернеттан ошондай алымдар хаҡында даими уҡып, өйрәнергә тырышам. Йылҡыны күпләп үрсеткәс, шул уҡ ваҡытта өйҙә лә мал байтаҡ, улар өсөн әҙерләнгән аҙыҡтың сифаты хаҡында уйланмай булмай”.
Күптән түгел Интернет аша сит ил­дәр­ҙә ҡулланылған ҡеүәтле сапҡыс та тапҡан Шәрәфулла Ҡолһарин. “Шул хәтле шәп: ҡыуаҡтарҙы ла керпек тә ҡаҡмайынса өҙөп үтер, – тип яңы техниканың көсөнә һөйөнөп бөтә алмай йүнсел. – Беҙҙә бесәнде әрәмәлек араларында ла әҙер­ләргә тура килә бит. Әлеге ҡыҙыу эш мәлендә был сапҡыстың файҙаһы ифрат ҙур”.
Шундай ҙур хужалыҡты алып барыу өсөн техниканы даими яңыртып тороу талап ителә. Бының өсөн аҡса табыу йәһәтенән Ҡолһарин тыуған ауылында тиҫтә йылдар элек асҡан таҡта ярыу цехына таяна. Унда эш уңышлы бара.
Тыуған төйәгенең киләсәге, ерҙәштә­ре­нең яҙмышы өсөн янып йәшәгән, һәр көнөн тырыш хеҙмәттә үткәргән, дүрт ба­ла тәрбиәләгән, ауыл тормошонда ҡай­нап, башҡаларҙы үҙ артынан әйҙәп ғүмер иткән, милли матбуғат баҫмаларын күп­ләп алдырған һәм башҡа бихисап сифаттары менән замандаштарына үрнәк бул­ған Шәрәфулла Фәйзулла улының киләсәккә ниәт-маҡсаттары бихисап. Әле­гә улар хаҡында әйтмәй торайыҡ. Һәр хәлдә, тырыш, баҫҡан ерендә ут сы­ға­рырҙай Ҡолһариндың алдына алғанын ҡуймаҫына ышаныс ныҡлы.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан

Әрмәнстанда яҡташыбыҙҙы ағыулы йылан саҡҡан 27.06.2025 // Йәмғиәт

Әрмәнстанда яҡташыбыҙ экскурсиянан һуң ауыр хәлдә реанимацияға оҙатылған. Турист әйтеүенсә, уны...

Тотош уҡырға 16

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы 27.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөндән Өфөлә түләүле парковкалар эшләй башланы...

Тотош уҡырға 13

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һыу баҫыу ихтималлығы хаҡында иҫкәртте 27.06.2025 // Йәмғиәт

Тау һәм бәләкәй йылғаларҙа һыу кимәленең күтәрелеүе көтөлә....

Тотош уҡырға 16

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә 27.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөнөң Пугачев урамында хәрәкәт сикләнә...

Тотош уҡырға 18

Марфа инәйгә – 100 йәш

Марфа инәйгә – 100 йәш 26.06.2025 // Йәмғиәт

Салауат ҡалаһынан Марфа Рябова 100 йәшен тултырҙы. Ҡала мэры Марат Заһиҙуллин социаль селтәрҙәге...

Тотош уҡырға 17

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән 26.06.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда матур датала 245 никах теркәлгән...

Тотош уҡырға 26

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана

Бөгөн республика урмандарында уртаса класлы янғын хәүефе фаразлана 26.06.2025 // Йәмғиәт

Бөгөн дәүләт урман фонды биләмәһендә икенсе-өсөнсө класлы янғын хәүефе фаразлана. 26 июнгә ут...

Тотош уҡырға 23

Республикала ямғырлы һауа торошо фаразлана
Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Республикала сығарылыш кисәләре көнө билдәле булды...

Тотош уҡырға 22

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде 25.06.2025 // Йәмғиәт

Өфөлә Рәшит Шәкүр һәм табип Мәстүрә Саҡаева урамдары барлыҡҡа килде...

Тотош уҡырға 23

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы 25.06.2025 // Йәмғиәт

Табип-фониатр Наил Ғабдуллин Өфөнөң почетлы граждандары исемлеген тулыландырҙы...

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды

Башҡортостанда Бүздәк − Саҡмағош-Дүртөйлө юлының 14 саҡрымы яңыртылды 25.06.2025 // Йәмғиәт

Быйыл 19 саҡрым оҙонлоҡтағы һигеҙ участканы ремонтлау планлаштырыла....

Тотош уҡырға 21