Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Үҙгәрештәр индерелде
Рәсәй Эске эштәр министрлы­ғы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында белдереү бланкына үҙгәрештәр индереү тураһында приказ әҙерләй, тип ишет­кәй­нем…

Б. БУЛАТОВ.

Благовар районы.

Һәр автоһөйөүсе ОСАГО договорына ҡул ҡуйғанда страховкалаусынан юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында белдереү ҡағыҙы ала. Ә уға мохтажлыҡ автоһәләкәт осрағында барлыҡҡа килә. Был документты, страховка аҡсаһын алыу өсөн тултырып, страховкалаусы ойошмаға тапшырырға кәрәк. Әйткәндәй, ул ЮХХДИ өсөн түгел, страховка компанияһы өсөн мөһим.
Бынан тыш, бәләкәй һәләкәт­тәрҙе теркәү өсөн Европротокол була. Ул ҙур булмаған юл-транспорт ваҡиғаһын ЮХХДИ хеҙмәт­кәрҙәрен саҡырмайынса теркәгән, ике шофер ҙа ОСАГО буйынса страховкаланған, уларҙың бер-береһенә дәғүәһе, ризаһыҙлығы булмаған осраҡта тултырыла һәм страховка компанияһына тапшырыла.
2 августа ОСАГО буйынса законға үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, хәҙер зыян күреүсегә 50 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Ҡасандыр аҙ ғына булған сумма шоферҙарҙың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен көтөп тормауы, страховканы ябай формала тултырыуы өсөн күпкә арттырылды. Ошо яңылыҡтарға яраш­лы, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлы­ғы ла бланкка үҙгәреш­тәр индерә. Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән яңылыҡтар страховканы 2 августан һуң алғандарға ғына ҡағыла. Элекке полис хужалары иһә 25 мең һумдан күберәк страховка ала алмаясаҡ.

Кире тапшырып буламы?

Күлдәк һатып алғайным. Өйгә ҡайтҡас ҡына уның миңә ҙурыраҡ икәнлеген аңланым. Әйберҙе магазинға кире тап­шырырға мөмкинме?

Земфира ИҘЕЛБӘКОВА.

Сибай ҡалаһы.

Эйе, һеҙ үлсәме, төҫө йәки фасоны буйынса оҡшамаған кейемде һатып алғандан һуң 14 көн эсендә магазинға кире тапшыра ала­һығыҙ. Был хаҡта «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау ту­ра­һында»ғы Закондың 25-се статьяһында әйтелә. Әммә был хоҡуҡ ҡайһы бер әйберҙәргә, мәҫәлән, эске кейемгә, ойоҡ-ойоҡбашҡа ҡағылмай. Кире ҡайтарылған әйбер шул көйө, бирка-ярлығы менән булырға тейеш. Әгәр һатыусы күлдәкте бер нисә тапҡыр кейеп кире алып килгәнлегегеҙҙе күрһә, ҡабул итмәйәсәк.

Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә