Рәсәй Эске эштәр министрлығы юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында белдереү бланкына үҙгәрештәр индереү тураһында приказ әҙерләй, тип ишеткәйнем…Б. БУЛАТОВ.
Благовар районы.
Һәр автоһөйөүсе ОСАГО договорына ҡул ҡуйғанда страховкалаусынан юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында белдереү ҡағыҙы ала. Ә уға мохтажлыҡ автоһәләкәт осрағында барлыҡҡа килә. Был документты, страховка аҡсаһын алыу өсөн тултырып, страховкалаусы ойошмаға тапшырырға кәрәк. Әйткәндәй, ул ЮХХДИ өсөн түгел, страховка компанияһы өсөн мөһим.
Бынан тыш, бәләкәй һәләкәттәрҙе теркәү өсөн Европротокол була. Ул ҙур булмаған юл-транспорт ваҡиғаһын ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен саҡырмайынса теркәгән, ике шофер ҙа ОСАГО буйынса страховкаланған, уларҙың бер-береһенә дәғүәһе, ризаһыҙлығы булмаған осраҡта тултырыла һәм страховка компанияһына тапшырыла.
2 августа ОСАГО буйынса законға үҙгәрештәр индерелде. Уларға ярашлы, хәҙер зыян күреүсегә 50 мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк. Ҡасандыр аҙ ғына булған сумма шоферҙарҙың ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәрен көтөп тормауы, страховканы ябай формала тултырыуы өсөн күпкә арттырылды. Ошо яңылыҡтарға ярашлы, Рәсәйҙең Эске эштәр министрлығы ла бланкка үҙгәрештәр индерә. Әйткәндәй, үрҙә әйтелгән яңылыҡтар страховканы 2 августан һуң алғандарға ғына ҡағыла. Элекке полис хужалары иһә 25 мең һумдан күберәк страховка ала алмаясаҡ.
Кире тапшырып буламы?Күлдәк һатып алғайным. Өйгә ҡайтҡас ҡына уның миңә ҙурыраҡ икәнлеген аңланым. Әйберҙе магазинға кире тапшырырға мөмкинме?
Земфира ИҘЕЛБӘКОВА.
Сибай ҡалаһы.
Эйе, һеҙ үлсәме, төҫө йәки фасоны буйынса оҡшамаған кейемде һатып алғандан һуң 14 көн эсендә магазинға кире тапшыра алаһығыҙ. Был хаҡта «Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау тураһында»ғы Закондың 25-се статьяһында әйтелә. Әммә был хоҡуҡ ҡайһы бер әйберҙәргә, мәҫәлән, эске кейемгә, ойоҡ-ойоҡбашҡа ҡағылмай. Кире ҡайтарылған әйбер шул көйө, бирка-ярлығы менән булырға тейеш. Әгәр һатыусы күлдәкте бер нисә тапҡыр кейеп кире алып килгәнлегегеҙҙе күрһә, ҡабул итмәйәсәк.
Рубриканы Айһылыу НИЗАМОВА алып бара.