Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Шишмә һандуғасы
Шишмә һандуғасы
Башҡорт һандуғасы Фәриҙә Ҡудашева башҡарған йырҙар – халҡыбыҙҙың йөрәк моңо ул. Ут-һыуҙарҙы кискән йылдарҙа быуаттар буйына килгән хазинаны һаҡлап, уны йән дауаһы итеп кенә ҡалманы, ә халыҡтың күңелен, рухын, зауығын үҫтерҙе. Был моңдо, бөртөкләп йыйған еләктәй, яңы көйҙәр, заман аһәңдәре менән байытты. Башҡортостан һәм Татарстан халҡы ғына түгел, бөтә төрки донъяһы уны йыр пәйғәмбәре, алиһәһе итте.



Шишмә һандуғасыРәсәйҙең атҡаҙанған, Баш­ҡортос­тан­дың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. Йәмле Дим буйында ултырған бәрәкәтле был төйәктән исемдәре Баш­ҡор­т­останда ғына түгел, Рәсәйҙә, донъяла билдәле шәхестәр сыҡ­ҡан: педагог, йәмәғәт эш­мә­кәре Зыя Камали, Башҡортос­тандың халыҡ шағирҙары Сәйфи Ҡудаш менән Мостай Кәрим, авиация генералы, Рәсәй Геройы Риф Сәхә­бетдинов Ке­ләштең айлы кис­тәренә һоҡ­ланып, Дим һы­уында ҡойоноп үҫкән.
Күптән түгел Өфөнөң мосолмандар зыяратында Фәриҙә Ҡу­дашеваның ҡәберенә иҫтә­лекле мәрмәр таҡтаташ ҡуйыл­ды. Данлы йырсыбыҙға хөрмәт менән баш эйергә бер төркөм зыялылар килде.
Өфө ҡалаһы хакимиәте баш­лығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов:
– Фәриҙә апай кеүек моң алиһәләре йөҙ йылға бер тыуа. Ул илаһи йырҙары менән Баш­ҡортостаныбыҙ тауышын бөтә донъя­ға ишеттерҙе. Аҫыл һанду­ғасы­быҙҙың рухын мәңгеләш­тереү – изге ­бурысыбыҙ, – тип йырсының ҡәберенә сәскә һал­ды.
– Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы тыуған ауылына һәр саҡ тоғро булып ҡалды. Ауылдаштары уның ҡай­тыуын оло байрам кеүек ҡабул итте. Бер мәл уны Та­тарстанға кү­сеп килергә саҡыралар. “Та­мыр­ҙарым ошо тупраҡҡа берек­кән, ғәзиз Башҡортоста­нымдан айырылмайым”, – тигән апай. Тыуған төйәгенең ҡәҙерен белеп, хал­ҡының яҙмышы өсөн борсолоп йәшәне ул, – тине Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов һәм Татарстан­дың халыҡ шағиры Роберт Миңнул­линдың Фәриҙә Ҡуда­шеваға ар­нап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Йырсының туғаны Рөстәм Ҡудашев мауыҡтырғыс хәтирәгә бирелде.
– Беҙ Фәриҙә апай менән башҡорт илен айҡап-байҡап сыҡ­тыҡ, – тине ул. – Бөтә ерҙә лә уға ҙур хөрмәт күрһәтеп ҡаршы­ланылар – быларҙы һүҙ менән генә аңлатып булмай. Апай сәхнәгә сыҡһа, халыҡ баҫып оҙаҡ алҡышлар ине.
Хәтеремдә, бер саҡ Фәриҙә апайҙың тамағы ауыртып, сығыш яһамай ҡайтырға сыҡтыҡ. Ләкин кешеләр йылға аша күперҙе һүтеп ҡуйған. “Фәриҙә йырламайынса ҡайтармайбыҙ”, – тиҙәр. Сығыш яһарға тура килде. Ә иртәгәһен, ниндәйҙер мөғжизә менән, күпер урынында тора ине...
Моңһоу һәм һағышлы тантанала Фәриҙә Ҡудашева менән аралашып йәшәгән сәнғәт әһел­дәре хәтирәләргә сумды, шағир­ҙар йырсыға бағышлап ши­­ғыр­ҙарын уҡыны.
Фәриҙә Ҡудашеваның таҡта­таштағы мөләйем һүрәтенә ҡа­рап, шулай уйланым: ул үҙенә халыҡ йөрәгендә моң һәйкәле ҡуйҙы.


Автор: С. ӘБҮЗӘРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә