Башҡорт һандуғасы Фәриҙә Ҡудашева башҡарған йырҙар – халҡыбыҙҙың йөрәк моңо ул. Ут-һыуҙарҙы кискән йылдарҙа быуаттар буйына килгән хазинаны һаҡлап, уны йән дауаһы итеп кенә ҡалманы, ә халыҡтың күңелен, рухын, зауығын үҫтерҙе. Был моңдо, бөртөкләп йыйған еләктәй, яңы көйҙәр, заман аһәңдәре менән байытты. Башҡортостан һәм Татарстан халҡы ғына түгел, бөтә төрки донъяһы уны йыр пәйғәмбәре, алиһәһе итте.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашева 1920 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Келәш ауылында тыуған. Йәмле Дим буйында ултырған бәрәкәтле был төйәктән исемдәре Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә, донъяла билдәле шәхестәр сыҡҡан: педагог, йәмәғәт эшмәкәре Зыя Камали, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Сәйфи Ҡудаш менән Мостай Кәрим, авиация генералы, Рәсәй Геройы Риф Сәхәбетдинов Келәштең айлы кистәренә һоҡланып, Дим һыуында ҡойоноп үҫкән.
Күптән түгел Өфөнөң мосолмандар зыяратында Фәриҙә Ҡудашеваның ҡәберенә иҫтәлекле мәрмәр таҡтаташ ҡуйылды. Данлы йырсыбыҙға хөрмәт менән баш эйергә бер төркөм зыялылар килде.
Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы урынбаҫары Сынтимер Баязитов:
– Фәриҙә апай кеүек моң алиһәләре йөҙ йылға бер тыуа. Ул илаһи йырҙары менән Башҡортостаныбыҙ тауышын бөтә донъяға ишеттерҙе. Аҫыл һандуғасыбыҙҙың рухын мәңгеләштереү – изге бурысыбыҙ, – тип йырсының ҡәберенә сәскә һалды.
– Фәриҙә Йәһүт ҡыҙы тыуған ауылына һәр саҡ тоғро булып ҡалды. Ауылдаштары уның ҡайтыуын оло байрам кеүек ҡабул итте. Бер мәл уны Татарстанға күсеп килергә саҡыралар. “Тамырҙарым ошо тупраҡҡа береккән, ғәзиз Башҡортостанымдан айырылмайым”, – тигән апай. Тыуған төйәгенең ҡәҙерен белеп, халҡының яҙмышы өсөн борсолоп йәшәне ул, – тине Шишмә районы хакимиәте башлығы Флүр Уразмәтов һәм Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллиндың Фәриҙә Ҡудашеваға арнап яҙған шиғырын уҡып ишеттерҙе.
Йырсының туғаны Рөстәм Ҡудашев мауыҡтырғыс хәтирәгә бирелде.
– Беҙ Фәриҙә апай менән башҡорт илен айҡап-байҡап сыҡтыҡ, – тине ул. – Бөтә ерҙә лә уға ҙур хөрмәт күрһәтеп ҡаршыланылар – быларҙы һүҙ менән генә аңлатып булмай. Апай сәхнәгә сыҡһа, халыҡ баҫып оҙаҡ алҡышлар ине.
Хәтеремдә, бер саҡ Фәриҙә апайҙың тамағы ауыртып, сығыш яһамай ҡайтырға сыҡтыҡ. Ләкин кешеләр йылға аша күперҙе һүтеп ҡуйған. “Фәриҙә йырламайынса ҡайтармайбыҙ”, – тиҙәр. Сығыш яһарға тура килде. Ә иртәгәһен, ниндәйҙер мөғжизә менән, күпер урынында тора ине...
Моңһоу һәм һағышлы тантанала Фәриҙә Ҡудашева менән аралашып йәшәгән сәнғәт әһелдәре хәтирәләргә сумды, шағирҙар йырсыға бағышлап шиғырҙарын уҡыны.
Фәриҙә Ҡудашеваның таҡтаташтағы мөләйем һүрәтенә ҡарап, шулай уйланым: ул үҙенә халыҡ йөрәгендә моң һәйкәле ҡуйҙы.