Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ашҡынып килеүҙең сәбәбе ниҙә?
Ашҡынып килеүҙең сәбәбе ниҙә?
Малай һәм ҡыҙҙарҙың йәйге ялын ойоштороуға өлкәндәр күп көс һала: районда төрлө саралар уҙғарыла, лагерҙар эшләй.

Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урын­лашҡан «Орленок» ял һәм һауыҡ­тырыу лагерында өс сменала 400-ҙән ашыу бала ял итте. Улар араһында төбәктең төрлө ауылдарынан, күрше райондарҙан тыш, Өфө, Нефтею­ганск, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да уҡыу­сылар бар.
– Был лагерҙа беренсе тапҡыр ял итәбеҙ. Ашнаҡсылар беҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлай, көн һайын душ инәбеҙ, төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында, конкурстарҙа ҡатна­шабыҙ, концерттар ҡуябыҙ, – тип һөйләне Өфөнән Эмилия менән Әҙилә Хөснөтдиновалар. – Бында бик күңелле, экскурсияларға йөрөй­бөҙ. Үҙебеҙгә яңы дуҫтар таптыҡ.
Ашҡынып килеүҙең сәбәбе ниҙә?Бишҡурай ауылынан математика һәм информатика уҡытыусыһы Зөһрә Ғиндуллина вожатый булараҡ үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
– Балалар менән ҡуша үҙебеҙ ҙә ял итәбеҙ, төрлө бәйге, байрамдар ойошторабыҙ. Һәр кемеһе иғтибар үҙәгендә, улар бында компьютер, телевизор, телефондан арынып, тиҫ­терҙәре менән бергә ысын тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәй. Лагерҙа быйыл 30 урынлыҡ математика бүлеге лә булдырылды. Уҡыусы­ларҙы олимпиадаларға әҙерләйбеҙ.
Лагерь директоры Рөстәм Әхмә­ҙиев, вожатыйҙар һәм тәрбиәселәр Айгөл Ғилданова, Илдар Хәйбрах­манов, Гүзәл Кәримова, Алмас Хәйбрахманов балаларҙың көндәре күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн бар көсөн, тырышлығын һала. Улар һөйләүенсә, һәр иртә саф һауала физик күнегеүҙәр эшләүҙән башланып китә, артабан тематик саралар үткәрелә. Балаларға, һаулыҡ һаҡлау ҡағиҙәләрен өйрәтеү маҡсатында юлда йөрөү, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж, әңгәмә, уйын-викториналар уҙғарыла. Шашка, шахмат турнирҙары, футбол, волейбол, пионербол буйынса ярыштар, рәсем күргәҙмәләре йәштәрҙең фантазия­һын байытыу, һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Балаларҙы көн һайын район үҙәгенең 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге бассейнға, ял һәм мәҙәниәт паркына, музейҙарға, төрлө экскурсияларға алып барғандар. Нефтекаманан – театр артистары, Пенза ҡалаһынан – «Күбек кисәһе», Өфөнән планетарий хеҙмәткәрҙәре килеп киткән. Балалар ике автобус менән Кушнаренко районындағы «Первушино» аэродромына барып ҡайтҡан. Профессор, педагогия фәндәре докторы К. Ш. Әхиәров, «Баш­ҡортостан уҡы­тыу­сыһы» жур­на­лының баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм башҡа күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар үт­кән.
Лагерь элекке менән сағыш­тыр­ғанда күп үҙгә­рештәр кисергән, ингән ерҙә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы яңы бина ҡал­ҡып сыҡҡан. Директор Р. Әх­мәҙиев әйтеүен­сә, уның беренсе ҡатында ашхана урынлашасаҡ, икенсеһе балаларҙы ҡышҡы каникул ваҡытында уҡыу мәшәҡәттәренән арындырып, ял иттереү, һауыҡтырыу өсөн ҡул­ланыласаҡ. Бынан тыш, өсөнсө һәм дүртенсе йорттарға капиталь ремонт үткәрелгән, ашханала ҡайһы бер йыһаздар яңыртылған. Районда ойошторолған ҡул эштәре оҫталары конкурсында еңеүселәрҙең ағастан эшләнгән төрлө хайуан һындары лагерь биләмәһен тағы ла йәмлерәк итә. Онотолмаҫ хәтирәләр бүләк иткән «Орленок» ял һәм һауыҡтырыу лагерына балаларҙың ашҡынып тороуына ғәжәпләнерлек түгел шул.


Автор: Элена ҒИЛМУЛЛИНА. Район: Илеш районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 5

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә