Малай һәм ҡыҙҙарҙың йәйге ялын ойоштороуға өлкәндәр күп көс һала: районда төрлө саралар уҙғарыла, лагерҙар эшләй.
Гүзәл тәбиғәт ҡосағында урынлашҡан «Орленок» ял һәм һауыҡтырыу лагерында өс сменала 400-ҙән ашыу бала ял итте. Улар араһында төбәктең төрлө ауылдарынан, күрше райондарҙан тыш, Өфө, Нефтеюганск, Санкт-Петербург, Мәскәү, Екатеринбург ҡалаларынан да уҡыусылар бар.
– Был лагерҙа беренсе тапҡыр ял итәбеҙ. Ашнаҡсылар беҙҙе тәмле ризыҡтар менән һыйлай, көн һайын душ инәбеҙ, төрлө сараларҙа, спорт ярыштарында, конкурстарҙа ҡатнашабыҙ, концерттар ҡуябыҙ, – тип һөйләне Өфөнән Эмилия менән Әҙилә Хөснөтдиновалар. – Бында бик күңелле, экскурсияларға йөрөйбөҙ. Үҙебеҙгә яңы дуҫтар таптыҡ.
Бишҡурай ауылынан математика һәм информатика уҡытыусыһы Зөһрә Ғиндуллина вожатый булараҡ үҙ тәьҫораттары менән бүлеште:
– Балалар менән ҡуша үҙебеҙ ҙә ял итәбеҙ, төрлө бәйге, байрамдар ойошторабыҙ. Һәр кемеһе иғтибар үҙәгендә, улар бында компьютер, телевизор, телефондан арынып, тиҫтерҙәре менән бергә ысын тормош ҡаҙанында ҡайнап йәшәй. Лагерҙа быйыл 30 урынлыҡ математика бүлеге лә булдырылды. Уҡыусыларҙы олимпиадаларға әҙерләйбеҙ.
Лагерь директоры Рөстәм Әхмәҙиев, вожатыйҙар һәм тәрбиәселәр Айгөл Ғилданова, Илдар Хәйбрахманов, Гүзәл Кәримова, Алмас Хәйбрахманов балаларҙың көндәре күңелле һәм файҙалы үтһен өсөн бар көсөн, тырышлығын һала. Улар һөйләүенсә, һәр иртә саф һауала физик күнегеүҙәр эшләүҙән башланып китә, артабан тематик саралар үткәрелә. Балаларға, һаулыҡ һаҡлау ҡағиҙәләрен өйрәтеү маҡсатында юлда йөрөү, хәүефһеҙлек техникаһы буйынса инструктаж, әңгәмә, уйын-викториналар уҙғарыла. Шашка, шахмат турнирҙары, футбол, волейбол, пионербол буйынса ярыштар, рәсем күргәҙмәләре йәштәрҙең фантазияһын байытыу, һәләтен үҫтереү мөмкинлеген бирә. Балаларҙы көн һайын район үҙәгенең 2-се балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбендәге бассейнға, ял һәм мәҙәниәт паркына, музейҙарға, төрлө экскурсияларға алып барғандар. Нефтекаманан – театр артистары, Пенза ҡалаһынан – «Күбек кисәһе», Өфөнән планетарий хеҙмәткәрҙәре килеп киткән. Балалар ике автобус менән Кушнаренко районындағы «Первушино» аэродромына барып ҡайтҡан. Профессор, педагогия фәндәре докторы К. Ш. Әхиәров, «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Кәримов һәм башҡа күренекле шәхестәр менән осрашыуҙар үткән.
Лагерь элекке менән сағыштырғанда күп үҙгәрештәр кисергән, ингән ерҙә ҡыҙыл кирбестән ике ҡатлы яңы бина ҡалҡып сыҡҡан. Директор Р. Әхмәҙиев әйтеүенсә, уның беренсе ҡатында ашхана урынлашасаҡ, икенсеһе балаларҙы ҡышҡы каникул ваҡытында уҡыу мәшәҡәттәренән арындырып, ял иттереү, һауыҡтырыу өсөн ҡулланыласаҡ. Бынан тыш, өсөнсө һәм дүртенсе йорттарға капиталь ремонт үткәрелгән, ашханала ҡайһы бер йыһаздар яңыртылған. Районда ойошторолған ҡул эштәре оҫталары конкурсында еңеүселәрҙең ағастан эшләнгән төрлө хайуан һындары лагерь биләмәһен тағы ла йәмлерәк итә. Онотолмаҫ хәтирәләр бүләк иткән «Орленок» ял һәм һауыҡтырыу лагерына балаларҙың ашҡынып тороуына ғәжәпләнерлек түгел шул.