Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Чапай мыйыҡлы” Әхмәт
“Чапай мыйыҡлы” Әхмәт
Бөйөк Ватан һуғышы һәр Совет кешеһе өсөн ҙур һынау булды. Фронттағылар бөтөн яу ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрһә, тылдағылар, аслыҡ, яланғаслыҡҡа ҡарамайынса, Ҡыҙыл Армияны ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында көнө-төнө тир түкте. Ул саҡта тылда, нигеҙҙә, ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр эшләне.


Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер һөнәр эйәләрен, фронтҡа ебәрмәйенсә, Дәүләт оборона комитетының ҡарары буйынса бронь менән ҡалдыралар ине. Уларҙың күбеһе башҡаларҙы эшсе һәм механизатор һөнәрҙәренә өйрәтте, производствоны ойоштороу менән шөғөлләнде. Бына шундай кешеләрҙең береһе — Әхмәт Дәүләтшин тураһында һүҙем.
Әхмәт ағайҙың тормош юлы ябай ҙа, фәһемле лә. Ул 1921 йылда Байыш ауыл Советына ҡараған Иҫәргәп (хәҙерге Элмәле) ауылында тыуа. Бер йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, әсәһе ҡарамағында үҫә. Фәйрүзә инәй сая телле, йор һүҙле, изгелекле, эшсән кеше булып, ошо сифаттарҙы улы Әхмәттә лә тәр­биәләргә тырыша. Тормош ауыр­лыҡтары арҡаһында үҫмер ҙур белем ала алмай, ете класс менән сикләнергә мәжбүр була. Әхмәт бала саҡтан тимер-томор, әле яңы күренә башлаған автомобиль, трактор менән ҡыҙыҡһына, нисек тә тракторсы йә шофер булырға хыяллана. Әммә уға “тимер һөнәр”ен алыу өсөн ниндәйҙер курста уҡырға тура килмәй. Ауылына МТС-тан килеп эшләгән тәүге тракторсы һәм комбайнсыларға ярҙамлашып йөрөй торғас, үҙе лә “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләрлек дәрәжәгә етә. 1938 йылдың 15 июнендә “Абзан” МТС-ына комбайнсы итеп ҡабул ителә. Шулай итеп, Әхмәт Солтан улы 1990 йылға тиклем, 52 йыл буйы, комбайнсы ла, тракторсы ла, шофер ҙа, механик та булып эшләне. Ә инде һуғыш йылдарында ул ҡатын-ҡыҙҙы, үҫмерҙәрҙе техника менән эш итергә, боҙолғандарын йүнәтергә өйрәтте. Үҙе, газгенераторлы тракторҙы ремонтлап, колхоз ерен һөрҙө.
Миңә лә 1943 йылдың көҙөндә Әхмәт Солтан улы менән бергә эшләргә тура килде. Байыштың “Сатлыҡ” тигән баҫыуын туңға һөрәбеҙ. Ул — рулдә, мин, һабанға ултырып, ҡарлау менән төрәнгә тығылған балсыҡ ҡатыш ҡый үлән­ен таҙартып йөрөйөм. Билғау аҫтыбыҙ бушаҡ булһа ла, трак­то­рыбыҙ арыу ғына эшләһә, икебеҙгә лә күңелле, ул кабинала “дәүләт­шиндарса” шат йылмайып, хатта йырлап йөрөй (йыр-моңға әүәҫ ине). Көндәлек норманы ла үтәп ҡуябыҙ ҡайһы саҡта. Ләкин тракторыбыҙ, бик иҫке булғанлыҡтан, бер киреләнә башлаһа, боҙола ла боҙола. Бураҙнала уны тотошлай тигәндәй һүтеп ташлайбыҙ, кабинаһының һул яҡ ҡабырғаһындағы цилиндр ҡаҙандан эҫе утын киҫәктәрен ҡулдарҙы бешерә-бешерә бушатабыҙ, йүнәткәс, ҡабаттан тултырабыҙ...
1942 йылда Әхмәт ағай Ағурҙа ауылы ҡыҙы Бибикамалға өйләнә. Ағайға оҡшап, еңгәй ҙә уңған була, колхозда төрлө хеҙмәттә йөрөй. “Һинең ирең бар, балаң да берәү генә”, — тип, уны иң ауыр эштәргә ҡушалар. Ҡатын йыл һайын Йылайыр районындағы Кананикольски­ҙың ҡарағай урмандарында фронт өсөн ағас әҙерләүҙә ҡатнаша. Дәүләтшиндар, илгә тоғро хеҙмәт итеп, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Үкенесле: 1992 йылдың майында Әхмәт ағай Эйек йылғаһында фажиғәле һәләк була...
Уны яҡындан белгәнлектән шуны әйтә алам: ағайҙың холҡондағы иң күркәм һыҙаттар булып эшсәнлек, эскерһеҙлек, ябайлыҡ торҙо. Ошо матур сифаттарҙы ул һәр саҡ ке­шеләр файҙаһына, йәмғиәткә йү­нәлтте. Үҙенә хас булған тырышлыҡ менән ғүмер буйы үҙаллы уҡыны, оҫталығын камиллаштырҙы. Пен­сия­ға сығыр алдынан иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерҙе, 1984 — 1990 йылдарҙа Куйбышев исемендәге колхозда тимерсе булып эшләне.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Әхмәт Солтан улы Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә, “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙал­дарына лайыҡ булды. Уның кеүек намыҫлы кешеләргә ҙурыраҡ хөрмәт тә тейеш булғандыр, бәлки.
Әхмәт ағай тураһында һүҙ алып барғанда, яҡташымдың ифрат мәрәкәсел, балалар кеүек бер ҡатлы, киң күңелле, шул уҡ ваҡытта тура һүҙле, ғәҙел, эш буйынса үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, өлкәндәргә лә, йәштәргә лә ихтирамлы ғәжәйеп шәхес булыуын әйтмәү яҙыҡ булыр ине.
Шундай бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫтә ҡалған. Байыш ауылы клубында танылған йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның концерты бара. Уның “Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ ҡайҙарҙа йөрөй икән?” тип йырҙы һуҙып ебәреүе булды, стена буйында еңгәм менән ҡушарлап ултырған Әхмәт ағайыбыҙҙың, “Мин бында!” тигән һымаҡ, шаян күҙҙәрен йылтыратып, тамағын ҡырыңҡырап, “Чапай мыйығын” бороп ебәреүенән бөтә зал көлөп ебәрҙе...
Бына ошондай шанлы хеҙмәт һәм күтәренке күңел менән бай тормош юлын үтте тыл рядовойы Әхмәт Солтан улы Дәүләтшин.

Булат АҠМАНОВ,
уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.


Район: Ейәнсура районы, Иҙелбәк ауылы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0

«Атайсал»дың көсө ниҙә?

«Атайсал»дың көсө ниҙә? 11.09.2026 // Йәмғиәт

Бына биш йыл инде республикала «Атайсал» проекты бойомға ашырыла, ул бөтәһенә лә тыуған төйәкте ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы 10.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан йәштәре федераль микрогранттар конкурсында беренсе урын яуланы...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә