Бөйөк Ватан һуғышы һәр Совет кешеһе өсөн ҙур һынау булды. Фронттағылар бөтөн яу ауырлыҡтарын үҙ иңендә күтәрһә, тылдағылар, аслыҡ, яланғаслыҡҡа ҡарамайынса, Ҡыҙыл Армияны ҡорал, аҙыҡ-түлек менән тәьмин итеү маҡсатында көнө-төнө тир түкте. Ул саҡта тылда, нигеҙҙә, ҡарттар, ҡатын-ҡыҙ, үҫмерҙәр эшләне.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер һөнәр эйәләрен, фронтҡа ебәрмәйенсә, Дәүләт оборона комитетының ҡарары буйынса бронь менән ҡалдыралар ине. Уларҙың күбеһе башҡаларҙы эшсе һәм механизатор һөнәрҙәренә өйрәтте, производствоны ойоштороу менән шөғөлләнде. Бына шундай кешеләрҙең береһе — Әхмәт Дәүләтшин тураһында һүҙем.
Әхмәт ағайҙың тормош юлы ябай ҙа, фәһемле лә. Ул 1921 йылда Байыш ауыл Советына ҡараған Иҫәргәп (хәҙерге Элмәле) ауылында тыуа. Бер йәшендә генә атайһыҙ ҡалып, әсәһе ҡарамағында үҫә. Фәйрүзә инәй сая телле, йор һүҙле, изгелекле, эшсән кеше булып, ошо сифаттарҙы улы Әхмәттә лә тәрбиәләргә тырыша. Тормош ауырлыҡтары арҡаһында үҫмер ҙур белем ала алмай, ете класс менән сикләнергә мәжбүр була. Әхмәт бала саҡтан тимер-томор, әле яңы күренә башлаған автомобиль, трактор менән ҡыҙыҡһына, нисек тә тракторсы йә шофер булырға хыяллана. Әммә уға “тимер һөнәр”ен алыу өсөн ниндәйҙер курста уҡырға тура килмәй. Ауылына МТС-тан килеп эшләгән тәүге тракторсы һәм комбайнсыларға ярҙамлашып йөрөй торғас, үҙе лә “ҡорос ат”тарҙы йүгәнләрлек дәрәжәгә етә. 1938 йылдың 15 июнендә “Абзан” МТС-ына комбайнсы итеп ҡабул ителә. Шулай итеп, Әхмәт Солтан улы 1990 йылға тиклем, 52 йыл буйы, комбайнсы ла, тракторсы ла, шофер ҙа, механик та булып эшләне. Ә инде һуғыш йылдарында ул ҡатын-ҡыҙҙы, үҫмерҙәрҙе техника менән эш итергә, боҙолғандарын йүнәтергә өйрәтте. Үҙе, газгенераторлы тракторҙы ремонтлап, колхоз ерен һөрҙө.
Миңә лә 1943 йылдың көҙөндә Әхмәт Солтан улы менән бергә эшләргә тура килде. Байыштың “Сатлыҡ” тигән баҫыуын туңға һөрәбеҙ. Ул — рулдә, мин, һабанға ултырып, ҡарлау менән төрәнгә тығылған балсыҡ ҡатыш ҡый үләнен таҙартып йөрөйөм. Билғау аҫтыбыҙ бушаҡ булһа ла, тракторыбыҙ арыу ғына эшләһә, икебеҙгә лә күңелле, ул кабинала “дәүләтшиндарса” шат йылмайып, хатта йырлап йөрөй (йыр-моңға әүәҫ ине). Көндәлек норманы ла үтәп ҡуябыҙ ҡайһы саҡта. Ләкин тракторыбыҙ, бик иҫке булғанлыҡтан, бер киреләнә башлаһа, боҙола ла боҙола. Бураҙнала уны тотошлай тигәндәй һүтеп ташлайбыҙ, кабинаһының һул яҡ ҡабырғаһындағы цилиндр ҡаҙандан эҫе утын киҫәктәрен ҡулдарҙы бешерә-бешерә бушатабыҙ, йүнәткәс, ҡабаттан тултырабыҙ...
1942 йылда Әхмәт ағай Ағурҙа ауылы ҡыҙы Бибикамалға өйләнә. Ағайға оҡшап, еңгәй ҙә уңған була, колхозда төрлө хеҙмәттә йөрөй. “Һинең ирең бар, балаң да берәү генә”, — тип, уны иң ауыр эштәргә ҡушалар. Ҡатын йыл һайын Йылайыр районындағы Кананикольскиҙың ҡарағай урмандарында фронт өсөн ағас әҙерләүҙә ҡатнаша. Дәүләтшиндар, илгә тоғро хеҙмәт итеп, 50 йыл бергә татыу ғүмер кисерә. Үкенесле: 1992 йылдың майында Әхмәт ағай Эйек йылғаһында фажиғәле һәләк була...
Уны яҡындан белгәнлектән шуны әйтә алам: ағайҙың холҡондағы иң күркәм һыҙаттар булып эшсәнлек, эскерһеҙлек, ябайлыҡ торҙо. Ошо матур сифаттарҙы ул һәр саҡ кешеләр файҙаһына, йәмғиәткә йүнәлтте. Үҙенә хас булған тырышлыҡ менән ғүмер буйы үҙаллы уҡыны, оҫталығын камиллаштырҙы. Пенсияға сығыр алдынан иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерҙе, 1984 — 1990 йылдарҙа Куйбышев исемендәге колхозда тимерсе булып эшләне.
Күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн Әхмәт Солтан улы Маҡтау ҡағыҙҙарына, ҡиммәтле бүләктәргә, “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәте өсөн”, “Хеҙмәт ветераны” миҙалдарына лайыҡ булды. Уның кеүек намыҫлы кешеләргә ҙурыраҡ хөрмәт тә тейеш булғандыр, бәлки.
Әхмәт ағай тураһында һүҙ алып барғанда, яҡташымдың ифрат мәрәкәсел, балалар кеүек бер ҡатлы, киң күңелле, шул уҡ ваҡытта тура һүҙле, ғәҙел, эш буйынса үҙенә лә, башҡаларға ла талапсан, өлкәндәргә лә, йәштәргә лә ихтирамлы ғәжәйеп шәхес булыуын әйтмәү яҙыҡ булыр ине.
Шундай бер ҡыҙыҡ ваҡиға иҫтә ҡалған. Байыш ауылы клубында танылған йырсы Фәриҙә Ҡудашеваның концерты бара. Уның “Һыҙылып киткән ҡара мыйыҡ ҡайҙарҙа йөрөй икән?” тип йырҙы һуҙып ебәреүе булды, стена буйында еңгәм менән ҡушарлап ултырған Әхмәт ағайыбыҙҙың, “Мин бында!” тигән һымаҡ, шаян күҙҙәрен йылтыратып, тамағын ҡырыңҡырап, “Чапай мыйығын” бороп ебәреүенән бөтә зал көлөп ебәрҙе...
Бына ошондай шанлы хеҙмәт һәм күтәренке күңел менән бай тормош юлын үтте тыл рядовойы Әхмәт Солтан улы Дәүләтшин.
Булат АҠМАНОВ,
уҡытыусы, хеҙмәт ветераны.