Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Аныҡ ҡарарҙар көтәбеҙ”
“Аныҡ ҡарарҙар көтәбеҙ”
Бөгөн ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡтың күп мәсьәләләре урындағы власть органында хәл ителә. Ошо йәһәттән үҙидараның мөмкинлектәре һәм проблемалары буйынса Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Фәниә ВАХИТОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.


– Фәниә Ғиләж ҡыҙы, ауыл биләмәһе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китһәгеҙ ине.
– Алты ауылды үҙ эсенә алған Ниғәмәт ауыл Советы биләмәһендә дүрт меңгә яҡын кеше йә­шәй. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ныҡ үҫеште, 25 сауҙа нөктәһе бар, ете таҡта ярыу цехы ха­лыҡты төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. 2012 – 2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы, Бикеш – Икенсе Этҡол юлы һалына. Шулай уҡ Иҫән – Түбә юлына асфальт түшәү планлаштырылды. Билдәле булыуынса, колхоз-совхоздар тарҡалыу менән барлыҡ проблемалар ауыл биләмәһенең иңенә ятты. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, юлдарҙы тәртиптә тотоу, зыяраттарҙы кәртәләү, шәхси хужалыҡтарҙың малын көтөүҙе ойоштороу һәм башҡалар.
Ауыл хужалығы йүнәлешендә бөтәһе 11 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Шулай уҡ ҡортсолоҡ, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек менән шөғөлләнеүселәр арта. Өй һайын тиерлек еңел автомашина, трактор бар. Ауылда мал көт­мәйенсә йәшәп булмай, шунлыҡтан йыл да урындағы халыҡтан һөт йыйыуҙы ойош­торабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел Үрге Яйыҡбай ауылында шәхси эшҡыуар Зөлфирә Әминева ҡорот етеш­тереү цехы асты. Тимәк, һөт тапшырыу мәсьәләһе ниндәйҙер кимәлдә хәл ителде тигән һүҙ.
Хәҙерге заманда мәғлүмәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Биләмә халҡы телефон, IP-телевидение, Интернеттан файҙаланыу, кәрәҙле телефон аша бәйләнеш тотоу мөмкинлектәренә эйә.
– Урындағы үҙидараға етәкселек итеү көсөргәнешлек талап итә. Һеҙгә ярҙам күрһәтеүселәр бармы?
– Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигәндәй, ысынлап та, халыҡ менән эшләү еңелдән түгел. Был йәһәттән ауыл старосталары – уң ҡулыбыҙ. Был вазифаға һәр ерҙә абруйлы кешеләр һай­лан­ған, улар менән көн һайын тиерлек бәйләнешкә инеп, кәңәшләшеп торабыҙ. Старосталар – һәр ауылдың күҙе һәм ҡолағы. Көтөүҙе контролдә тотоу, көтөүселәргә аҡса йыйыу мәсьәлә­лә­рендә лә уларҙың ярҙамы ҙур. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, аҡһаҡалдар ҡороноң эшен дә ыңғай яҡтан баһалар инем.
Тәрбиә йәһәтенән мәсеттәрҙең дә әһәмиәте ҙур. Иман йорттары биләмәнең дүрт ауылында бар.
– 131-се Федераль закондың ауыл ҡаҙнаһын тултырыуҙағы өлөшөнә туҡталып үтәйек.
– Ниғәмәт районда үҙ-үҙен финанс яҡтан тәьмин иткән берҙән-бер биләмә һанала. Ҡаҙнаны йыл һайын тулыландырыу социаль объекттарға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Финанс йәһәттән тотороҡлоҡта Иҫән ауылы янындағы 73,8 гектар ерҙең шәхси йорт төҙөү өсөн аукционға ҡуйылыуы, “Талҡаҫ” шифаханаһы, урындағы эшҡыуарҙар, “Салауат” ауыл хужалығы кооперативының өлөшө ҙур. Һалымдар шулай уҡ ерҙе ҡуртымға биреү, физик һәм юридик шәхестәр килеме иҫәбенә тулылана.
Үҙ көсөбөҙ менән туҡталыштарҙы яңыр­табыҙ, юл тамғаларын эшләтәбеҙ, ҡырсынташ түшәйбеҙ, зыяраттарҙы кәртәләп, обелисктарға реставрация үткәрәбеҙ.
– Күп ауылдарҙа бөгөн эшһеҙлек, эскелек сәскә ата...
– Беҙҙең ауыл биләмәһендә теләге булған кешеләр өсөн хеҙмәт урындары етерлек. Күптәр “Талҡаҫ” шифаханаһында, “Ирәндек” ял база­һында, “Орленок” балалар лагерында эшләй, ауыл хужалығы кооперативында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла урын етерлек. Шәфҡәт Хисаметдиновтың “Ғаилә һөтсөлөк ферма­һы”нда, йүнселдәрҙең таҡта ярыу цехтарында ла эшкә ҡабул итергә әҙерҙәр.
Халыҡ хәҙер айыҡ тормош яҡлы, сәләмәт йәшәүҙе хуп күрә. Ара-тирә осраған “хәмер дуҫтары” менән һәр саҡ һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, уларҙы ныҡлы күҙәтеүгә алғанбыҙ. Спиртлы эсемлектәр һатыу мәсьәләһен дә яйға һалдыҡ. Әле Үрге Яйыҡбай “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша.
– Етәксене тағы ла ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Иң төп бурыстарҙың береһе – урамдарҙы тулыһынса яҡтыртыу, йылҡы көтөүен яйға һалыу. Һыйыр көтөүе 11 урында ойошторолған, уларға икешәр көтөүсе йәлеп ителгән. Ваҡ малды өй һайын алмашлап көтәбеҙ.
Һәр ауылдың генераль планы төҙөлөп, Интернет селтәренә фекер алышыу, төрлө тәҡдимдәр ҡабул итеү өсөн ҡуйылды. Проблемаларға ҡарамаҫтан, ауылдарҙа тормош дауам итә, халыҡ дәртләнеп донъя көтә.
– Башҡортостан муниципаль берәмек­тәре­нең V съезына ниндәй өмөт бағлайһығыҙ?
– Был сара ауыл биләмәһенең эшен артабан нисек тә яҡшыртыу өсөн аныҡ ярҙам күрһәтеүгә йүнәлеш бирер тигән ышаныстамын. Беҙҙең хеҙмәттең көйлө эшмәкәрлеге өсөн финанс сараларының етмәүе бәкәлгә һуға. Иң мөһиме – халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса аныҡ фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраһын ине.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яуаплы һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.


Автор: Кәримә УСМАНОВА әңгәмәләште. Район: Баймаҡ районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә