Бөгөн ауыл биләмәһендә йәшәгән халыҡтың күп мәсьәләләре урындағы власть органында хәл ителә. Ошо йәһәттән үҙидараның мөмкинлектәре һәм проблемалары буйынса Ниғәмәт ауыл биләмәһе башлығы Фәниә ВАХИТОВАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
– Фәниә Ғиләж ҡыҙы, ауыл биләмәһе хаҡында ҡыҫҡаса һөйләп китһәгеҙ ине.
– Алты ауылды үҙ эсенә алған Ниғәмәт ауыл Советы биләмәһендә дүрт меңгә яҡын кеше йәшәй. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ ныҡ үҫеште, 25 сауҙа нөктәһе бар, ете таҡта ярыу цехы халыҡты төҙөлөш материалдары менән тәьмин итә. 2012 – 2015 йылдарҙа Урал аръяғын иҡтисади үҫтереү программаһына ярашлы, Бикеш – Икенсе Этҡол юлы һалына. Шулай уҡ Иҫән – Түбә юлына асфальт түшәү планлаштырылды. Билдәле булыуынса, колхоз-совхоздар тарҡалыу менән барлыҡ проблемалар ауыл биләмәһенең иңенә ятты. Халыҡты эсәр һыу менән тәьмин итеү, юлдарҙы тәртиптә тотоу, зыяраттарҙы кәртәләү, шәхси хужалыҡтарҙың малын көтөүҙе ойоштороу һәм башҡалар.
Ауыл хужалығы йүнәлешендә бөтәһе 11 крәҫтиән-фермер хужалығы эшләй. Шулай уҡ ҡортсолоҡ, баҡсасылыҡ, йәшелсәселек менән шөғөлләнеүселәр арта. Өй һайын тиерлек еңел автомашина, трактор бар. Ауылда мал көтмәйенсә йәшәп булмай, шунлыҡтан йыл да урындағы халыҡтан һөт йыйыуҙы ойошторабыҙ. Шуныһы ҡыуаныслы: күптән түгел Үрге Яйыҡбай ауылында шәхси эшҡыуар Зөлфирә Әминева ҡорот етештереү цехы асты. Тимәк, һөт тапшырыу мәсьәләһе ниндәйҙер кимәлдә хәл ителде тигән һүҙ.
Хәҙерге заманда мәғлүмәтһеҙ йәшәү мөмкин түгел. Биләмә халҡы телефон, IP-телевидение, Интернеттан файҙаланыу, кәрәҙле телефон аша бәйләнеш тотоу мөмкинлектәренә эйә.
– Урындағы үҙидараға етәкселек итеү көсөргәнешлек талап итә. Һеҙгә ярҙам күрһәтеүселәр бармы?
– Яңғыҙ ҡарға яҙ килтермәй тигәндәй, ысынлап та, халыҡ менән эшләү еңелдән түгел. Был йәһәттән ауыл старосталары – уң ҡулыбыҙ. Был вазифаға һәр ерҙә абруйлы кешеләр һайланған, улар менән көн һайын тиерлек бәйләнешкә инеп, кәңәшләшеп торабыҙ. Старосталар – һәр ауылдың күҙе һәм ҡолағы. Көтөүҙе контролдә тотоу, көтөүселәргә аҡса йыйыу мәсьәләләрендә лә уларҙың ярҙамы ҙур. Шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар, ветерандар советтары, аҡһаҡалдар ҡороноң эшен дә ыңғай яҡтан баһалар инем.
Тәрбиә йәһәтенән мәсеттәрҙең дә әһәмиәте ҙур. Иман йорттары биләмәнең дүрт ауылында бар.
– 131-се Федераль закондың ауыл ҡаҙнаһын тултырыуҙағы өлөшөнә туҡталып үтәйек.
– Ниғәмәт районда үҙ-үҙен финанс яҡтан тәьмин иткән берҙән-бер биләмә һанала. Ҡаҙнаны йыл һайын тулыландырыу социаль объекттарға ярҙам итергә мөмкинлек бирә. Финанс йәһәттән тотороҡлоҡта Иҫән ауылы янындағы 73,8 гектар ерҙең шәхси йорт төҙөү өсөн аукционға ҡуйылыуы, “Талҡаҫ” шифаханаһы, урындағы эшҡыуарҙар, “Салауат” ауыл хужалығы кооперативының өлөшө ҙур. Һалымдар шулай уҡ ерҙе ҡуртымға биреү, физик һәм юридик шәхестәр килеме иҫәбенә тулылана.
Үҙ көсөбөҙ менән туҡталыштарҙы яңыртабыҙ, юл тамғаларын эшләтәбеҙ, ҡырсынташ түшәйбеҙ, зыяраттарҙы кәртәләп, обелисктарға реставрация үткәрәбеҙ.
– Күп ауылдарҙа бөгөн эшһеҙлек, эскелек сәскә ата...
– Беҙҙең ауыл биләмәһендә теләге булған кешеләр өсөн хеҙмәт урындары етерлек. Күптәр “Талҡаҫ” шифаханаһында, “Ирәндек” ял базаһында, “Орленок” балалар лагерында эшләй, ауыл хужалығы кооперативында, крәҫтиән-фермер хужалыҡтарында ла урын етерлек. Шәфҡәт Хисаметдиновтың “Ғаилә һөтсөлөк фермаһы”нда, йүнселдәрҙең таҡта ярыу цехтарында ла эшкә ҡабул итергә әҙерҙәр.
Халыҡ хәҙер айыҡ тормош яҡлы, сәләмәт йәшәүҙе хуп күрә. Ара-тирә осраған “хәмер дуҫтары” менән һәр саҡ һөйләшеүҙәр алып барабыҙ, уларҙы ныҡлы күҙәтеүгә алғанбыҙ. Спиртлы эсемлектәр һатыу мәсьәләһен дә яйға һалдыҡ. Әле Үрге Яйыҡбай “Айыҡ ауыл” республика конкурсында ҡатнаша.
– Етәксене тағы ла ниндәй мәсьәләләр борсой?
– Иң төп бурыстарҙың береһе – урамдарҙы тулыһынса яҡтыртыу, йылҡы көтөүен яйға һалыу. Һыйыр көтөүе 11 урында ойошторолған, уларға икешәр көтөүсе йәлеп ителгән. Ваҡ малды өй һайын алмашлап көтәбеҙ.
Һәр ауылдың генераль планы төҙөлөп, Интернет селтәренә фекер алышыу, төрлө тәҡдимдәр ҡабул итеү өсөн ҡуйылды. Проблемаларға ҡарамаҫтан, ауылдарҙа тормош дауам итә, халыҡ дәртләнеп донъя көтә.
– Башҡортостан муниципаль берәмектәренең V съезына ниндәй өмөт бағлайһығыҙ?
– Был сара ауыл биләмәһенең эшен артабан нисек тә яҡшыртыу өсөн аныҡ ярҙам күрһәтеүгә йүнәлеш бирер тигән ышаныстамын. Беҙҙең хеҙмәттең көйлө эшмәкәрлеге өсөн финанс сараларының етмәүе бәкәлгә һуға. Иң мөһиме – халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу, ауылдарҙы һаҡлап ҡалыу буйынса аныҡ фекерҙәр, тәҡдимдәр яңғыраһын ине.
– Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Яуаплы һәм еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.