Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа мәлендә яуһа...
Ел дә ваҡытында иҫеп,  ямғыр ҙа мәлендә яуһа...
Өфөлә көноҙоно ҡойоп ямғыр яуып торғас, командировканы кисектерергә тура килер, моғайын, тип Бүздәк районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте буйынса урынбаҫары Рим Ноғомановҡа шылтыраттыҡ. “Яуым-төшөм беҙҙе ситләп уҙа, һеҙҙең яҡтағы болоттарҙың осо ғына тейеп үтә. Кәрәк ине әле ул, сөнки ерҙең дымлылығы түбән”, – тине ул.


Улайһа, үҙебеҙ менән ям­ғыр эйәртербеҙ тип, иртә менән юлға сығырға булдыҡ. Юрауыбыҙ юш килде: Бүздәк баҫыуҙарында тағы бер аҙ һибәләп үтте ямғыр. Шуға ла “Нерал-Бүздәк” хужалығының бер төркөм игенсеһе менән төштән һуң ғына осраштыҡ. Арыш һәм ужым бойҙайын йыйып бөтөп, кисә генә һоло баҫыуына күскәндәр, киске 12-се яртыла ғына туҡтаныҡ, тиҙәр.
Шағир әйткәнсә, ел дә ва­ҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ва­ҡы­тында яуһа икән дә бит игенсе өсөн. Үкенескә ҡаршы, тәбиғәт ер кешеһен таһыллыҡҡа, тү­ҙемлеккә йыл әйләнәһенә һынай шул.
Ел дә ваҡытында иҫеп,  ямғыр ҙа мәлендә яуһа...“Нерал-Бүздәк” хужалы­ғы­ның һөрөнтө ер майҙаны ярайһы уҡ ҙур — 8 мең гектар, шуның 5 мең 570 гектарында иген культуралары үҫтерәләр. Агроном Динат Йосоповтың кәйефенә ҡарағанда, уңыш өмөттәрен аҡларлыҡтыр тип уйлап ҡуйғайныҡ, шулай бу­лып сыҡты ла. Динат Ти­мерйән улы әйтеүенсә, ужым бойҙайынан да, арыштан да уңыш һәйбәт – гектарынан уртаса 22 центнер алынған.
“АСROS-580” комбайнын “йүгәнләгән” Анатолий Каза­ков­тың эшләүен бер аҙ ҡы­ҙыҡһынып күҙәттек. Самосвал һоло менән “һә” тигәнсә тулды. Хужалыҡтың бай тәжрибәле механи­затор­ҙа­рының береһе лә икән — дөйөм стажы 32 йыл. Шуның ике тиҫтә йылы комбайн штурвалы артында үткән.
– Хәҙерге техника бар йәһәттән дә уңайлы, етмәһә, әрәм-шәрәм итмәй йыйып алына ҡәҙерле бөртөктәр. Игенсенең кәйефе, һәр ваҡыт­тағыса, һауа торошона бәйле. Ике көн ыратып ҡына эшләп алғайныҡ, бөгөн һолоноң дым­лылығы артыу сәбәпле иртәрәк туҡтайбыҙ. Башлағас, тиҙерәк тамамлағы килә, ха­лыҡты – икмәкле, мал-ты­уарҙы аҙыҡлы итеү бурысы бит өҫтөбөҙҙә, — тип эш барышы менән ихлас таныш­тырҙы тәжрибәле комбайнсы.
Уның һүҙен Динат Йосопов дауам итеп:
— Хужалыҡ баҫыуҙарын ҡеүәтле биш комбайн иңләй. Һүҙ юҡ: техника яҡшы. Былтыр ҙа алдыҡ, быйыл да машина-трактор паркы ту­лы­­ланды. Бөтәһе 14 механизатор атҡара урып-йыйыу эшен. Һолоно һуғып бөткәс, бойҙай баҫыуына күсәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта 700 гектар майҙанда арыш сәсә баш­лайбыҙ, – тине.
Ямғыр һибәләп үтеүгә ҡарамаҫтан, “ерҙең дым­лы­лығы аҙ” тигәнде Динат Йосоповтан да ишеттек. Ки­­­ре­­һенсә, ҡамасаулай кеүек. Беҙҙең шулай аптырабыраҡ тороуыбыҙҙы һиҙеп, ҡамыллы ергә күрһәтте.
— Бына, ҡарағыҙ әле, ер ҡоро ул. Ямғыр сылатып ҡына үтә. Беҙҙең шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш та бар бит әле, уларға дым күп кәрәк саҡ, — тине ул.
Шулай, игенсенең күҙе баш­ҡалар күрмәгәнде күрергә, беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалған һәр нәмәне тойорға өйрәнгән. Ер үҙенә ерек­кән­дәргә генә серен аса торған­дыр.


Автор: Минзилә ҒАБДРАХМАНОВА Район: Бүздәк районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө
Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла 11.09.2026 // Йәмғиәт

Рәсәйҙә МРОТ-ты арттырыу планлаштырыла...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә