Өфөлә көноҙоно ҡойоп ямғыр яуып торғас, командировканы кисектерергә тура килер, моғайын, тип Бүздәк районы хакимиәте башлығының ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте буйынса урынбаҫары Рим Ноғомановҡа шылтыраттыҡ. “Яуым-төшөм беҙҙе ситләп уҙа, һеҙҙең яҡтағы болоттарҙың осо ғына тейеп үтә. Кәрәк ине әле ул, сөнки ерҙең дымлылығы түбән”, – тине ул.
Улайһа, үҙебеҙ менән ямғыр эйәртербеҙ тип, иртә менән юлға сығырға булдыҡ. Юрауыбыҙ юш килде: Бүздәк баҫыуҙарында тағы бер аҙ һибәләп үтте ямғыр. Шуға ла “Нерал-Бүздәк” хужалығының бер төркөм игенсеһе менән төштән һуң ғына осраштыҡ. Арыш һәм ужым бойҙайын йыйып бөтөп, кисә генә һоло баҫыуына күскәндәр, киске 12-се яртыла ғына туҡтаныҡ, тиҙәр.
Шағир әйткәнсә, ел дә ваҡытында иҫеп, ямғыр ҙа ваҡытында яуһа икән дә бит игенсе өсөн. Үкенескә ҡаршы, тәбиғәт ер кешеһен таһыллыҡҡа, түҙемлеккә йыл әйләнәһенә һынай шул.
“Нерал-Бүздәк” хужалығының һөрөнтө ер майҙаны ярайһы уҡ ҙур — 8 мең гектар, шуның 5 мең 570 гектарында иген культуралары үҫтерәләр. Агроном Динат Йосоповтың кәйефенә ҡарағанда, уңыш өмөттәрен аҡларлыҡтыр тип уйлап ҡуйғайныҡ, шулай булып сыҡты ла. Динат Тимерйән улы әйтеүенсә, ужым бойҙайынан да, арыштан да уңыш һәйбәт – гектарынан уртаса 22 центнер алынған.
“АСROS-580” комбайнын “йүгәнләгән” Анатолий Казаковтың эшләүен бер аҙ ҡыҙыҡһынып күҙәттек. Самосвал һоло менән “һә” тигәнсә тулды. Хужалыҡтың бай тәжрибәле механизаторҙарының береһе лә икән — дөйөм стажы 32 йыл. Шуның ике тиҫтә йылы комбайн штурвалы артында үткән.
– Хәҙерге техника бар йәһәттән дә уңайлы, етмәһә, әрәм-шәрәм итмәй йыйып алына ҡәҙерле бөртөктәр. Игенсенең кәйефе, һәр ваҡыттағыса, һауа торошона бәйле. Ике көн ыратып ҡына эшләп алғайныҡ, бөгөн һолоноң дымлылығы артыу сәбәпле иртәрәк туҡтайбыҙ. Башлағас, тиҙерәк тамамлағы килә, халыҡты – икмәкле, мал-тыуарҙы аҙыҡлы итеү бурысы бит өҫтөбөҙҙә, — тип эш барышы менән ихлас таныштырҙы тәжрибәле комбайнсы.
Уның һүҙен Динат Йосопов дауам итеп:
— Хужалыҡ баҫыуҙарын ҡеүәтле биш комбайн иңләй. Һүҙ юҡ: техника яҡшы. Былтыр ҙа алдыҡ, быйыл да машина-трактор паркы тулыланды. Бөтәһе 14 механизатор атҡара урып-йыйыу эшен. Һолоно һуғып бөткәс, бойҙай баҫыуына күсәсәкбеҙ. Шул уҡ ваҡытта 700 гектар майҙанда арыш сәсә башлайбыҙ, – тине.
Ямғыр һибәләп үтеүгә ҡарамаҫтан, “ерҙең дымлылығы аҙ” тигәнде Динат Йосоповтан да ишеттек. Киреһенсә, ҡамасаулай кеүек. Беҙҙең шулай аптырабыраҡ тороуыбыҙҙы һиҙеп, ҡамыллы ергә күрһәтте.
— Бына, ҡарағыҙ әле, ер ҡоро ул. Ямғыр сылатып ҡына үтә. Беҙҙең шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш та бар бит әле, уларға дым күп кәрәк саҡ, — тине ул.
Шулай, игенсенең күҙе башҡалар күрмәгәнде күрергә, беҙҙең иғтибарҙан ситтә ҡалған һәр нәмәне тойорға өйрәнгән. Ер үҙенә ереккәндәргә генә серен аса торғандыр.