Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Байрамда тыуған уйҙар
Байрамда  тыуған уйҙар
– Ойоштороу эшендә ҡатнашыуығыҙҙы те­ләйбеҙ, тиҙерәк ҡайтығыҙ, Гөлфиә апай. Киләһе ял көнө «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы була. Көтәбеҙ!

Был байрамды уҙғарыу һәр ауылдаштың яҡ­ты хыялы инде. Баҡсаларҙы, урамдарҙы, йорт-ҡураларҙы тәртипкә килтереү уҙған йылдан бирле башҡарыла килде. Тик нисек теләкте тормошҡа ашырырға?! Донъя тотҡаһы ир-уҙамандар, өлтөрәп йөрөп ҡунаҡ ҡаршылар, тормош йәме булырҙай егәрле ҡатын-ҡыҙҙарҙың күбеһе ситтә бит хәҙер. Юҡҡа ғына Һарышты «пенсионерҙар ауылы» тимәйҙәр. Беҙ үҫкән саҡта кәм тигәндә ете-һигеҙ бала-саға тауышынан гөр килеп торған өйҙәрҙә йәйге осорҙа ғына олатай-өләсәйҙәренә һөт эсергә, ҡаймаҡ ашарға килгән малай-ҡыҙҙар күренеп ҡала. Беҙ йәй булһа һыу буйынан ҡайтып инмәй инек. Ун-ун ике йәштәгеләр өсөн утау-бесән эштәренән һуң мотлаҡ Димдә һыу инеү көнө буйы көтөп алын­ған ҡыуаныс була торғайны. Хәҙер, ниңәлер, бала-саға һыу инергә лә бик атлығып тормай.
Эйе, «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!»ға саҡы­рыл­дым да ул. “Салауат йыйыны”на тап килде бит әле. Быға тиклем береһен дә ҡалдырғаным юҡ ине, был юлы икеләнеп торманым: әлбиттә, үҙебеҙгә ҡайтам, ауылдаштарҙы үпкәләтергә ярамай. Тик ҡабалан-ҡарһаланлығы шиклән­дерә, кимәл яғы нисек булыр һуң?
Ҡайҙа үтәсәге тураһында һорарға ла кәрәк­мәй. Дим һәм күлдәр буйында инде. Ауыл осонда, ҡайын янында. Ҡайын иҫкә төшкәс, яманһыу булып китте. Нисә быуын йәштәре күңел асты, уйын ҡорҙо өс ҡайын төбөндә, күпме һөйөү серҙәре асылды, вәғәҙәләр бирелде. Мин дә әллә нисә шиғыр, йыр яҙҙым «ҡайынҡайым» тип. Ауылыбыҙҙың һәр кешеһе үҙ ҡайыны тип ҡабул иткәндер инде уларҙы.
Бына тыуған яҡтарҙы ҡалдырып, БДУ-ға ингәс яҙылған шиғырым. Мин уны әле лә яттан һөйләргә яратам.

Нисә ҡайын үҫә икән ерҙә,
Аҡ филтәле йәшел ут булып,
Ниндәй нурҙар-һыуҙар ҡайнай икән,
Ҡайындарҙа йәшәү-һут булып.

Кешеләр ҙә, ошо ҡайындар ҙа
Бер үк һауа менән тын ала.
Бик күп булһалар ҙа, үҙҙәренә
Бер генә бит һәр кем донъяла.

Ошо бик күптәрҙең береһе мин дә –
Бер ҡайынға өҙөлөп табынам.
Шул ҡайынға тамып япраҡ ярған
Тәүге хистәремде һағынам.

Бала сағым яулыҡ болғап ҡалды
Алыҫтарҙа, тыуған төбәктә.
Дим ярында шаулай бер ҡайынҡай,
Тамырҙары минең йөрәктә.
Әле юҡ инде улар. Тәүҙә бер-бер артлы икәүһе ҡороно, өсөнсөһө өс йыл элек шартлап һынды. Дим ташҡанда һыу баҫып, осо ғына күренеп ултыра торғайны, тамырҙан серегән, тинеләр. Бәлки, ул да ауылдаштары артынан тыуған ерен ғүмерлеккә ташлап китергә булған­дыр. Йәштәр булмағас, мөхәббәт серҙәрен һаҡ­лаусы кәрәкме ни?!
Йәйге йылы тын кис. Электр сымын һуҙып, ут яҡтыһында байрамға әҙерлек эштәре дауам итә: тирмәләр ҡорола, сәхнә, эскәмйәләр тәр­типкә килтерелә. Үҙәктәрҙе өҙөп, гармун тауышы яңғырай. Йоҡлап ятҡандарҙы торғоҙоп, һәр күҙәнәкте тетрәндереп, берсә һағышҡа батырып, берсә күктәргә талпындырып хистәрҙе ҡуҙғытҡан моңло ауыл көйө һәр саҡ бала саҡҡа, йәшлеккә алып ҡайта.
Беҙҙең өй ауыл ситендә. Ошо ҡайын төбөндә саҡ өйләнгән фронтовик ағайҙарҙың орден-миҙалдарын сылтыратып ярһыу бейегәне, һу­ғыш осоронда еткән ҡыҙ булып өлгөргән­дәрҙең бер-береһенә төртмә таҡмаҡтар әйтеп тыпыр­лашҡаны, атайымдың шинелен ябынып (атайым менән әсәйем дә ошонда күңел аса), иҫем китеп тыңлап ултырғандарым әле лә иҫтә. Ул саҡта мәғәнәһе 4-5 йәшлек бала аңларлыҡ булмаһа ла, образдары онотолмаҫлыҡ шул:

Ҡулымдағы йөҙөгөмдөң
Исемдәре Гөлсөмкәй.
Минән ҡалған йәрҙәр менән
Фарсить итә меҫкенкәй.

Йәки:
Клубтағы уттар һүнгәс,
Кинолыр, тигән инем.
Сабаталарын да сискәс,
Ҡуналыр, тигән инем...

Йыр-таҡмаҡтар таңға тиклем тынмай. Беҙ, бәләкәстәр, ҡайһыларына шарҡылдап көләбеҙ, ә уларҙың араһында ултырып иларлыҡтары күберәк булғандыр.
Ниндәй генә заман килмәһен, халыҡтың кү­ңеле байрамға, аралашыуға, берҙәмлеккә тартыла барыбер. Беҙ ҙә клубҡа ҡарағанда ошо бәпкә яланында, ҡайын төбөндә йыйылыуҙы хуп күрҙек. Күңелле гармун тауышына күрше ауыл­дарҙан йәштәр килә. Хис-тойғолар, тыпыр­лауҙар, дәртле йыр-таҡмаҡтар үҙән-ҡырҙарға, тирә-яҡҡа һибелә, күккә үрләй. Иртән иртүк уларҙы ялан-баҫыуҙар, фермалар эшкә көтә.
Колхоздар йылдан-йыл нығына барҙы, колхозсылар ай һайын эш хаҡы ала башланы. Уҡыусылар, студенттар йәйге каникул осоронда уҡырға барырлыҡ, өҫ-баш бөтәйтерлек эшләп ҡалырға тырышты.
Һәр ауылда тиерлек медпункт, колхоздың үҙенең бала табыу йорто булды бер осор. Ауыл Советы үҙәге Себенле һигеҙ йыллыҡтан урта мәктәпкә әйләнде. Дүрт-биш ауылдан йөрөп уҡығандарға интернат асылды. Тәүәтәй, Һарыш, Ҡыҙыл Юл ауылдарындағы башланғыс мәктәп­тәр яңыртылды. Уңыш йыйыу осоронда эшкә студенттар, һалдаттар ярҙамға килде. Эш таба алмай йөрөүселәр ҙә, өмәләрҙе иҫәпкә алма­ғанда, эсеп йөрөүселәр ҙә юҡ дәрәжәһендә. Һәр ауылда ферма: ҡайһыһында һыйыр, йылҡы малдары, бүтәндәрендә һарыҡ, сусҡа, меңәрләп тауыҡ-ҡаҙ аҫрала. Алдынғыларға орден-миҙал­дар бирелә, колхоз иҫәбенә бер нисә бүлмәле йорттар һалына, шифаханаларға бушлай йү­нәлтмәләр бүләк ителә. Унда барырға кеше лә табып булмай әле.
Мин ул осорҙо идеаллаштырырға йыйынмайым. Етешһеҙлектәр ул саҡта ла туп-тулы ине. Тик үрҙә әйтелгәндәр ҙә хәҡиҡәт бит. Әммә ул ваҡытта башын эскегә һалып йәки бөтә ғаиләһе менән ата-әсәһенең пенсияһын ашап ятыусылар булманы. Сөнки ялҡауҙарҙы, бер нисә ай эш­ләмәһә, административ яуаплылыҡҡа тарттырыу ғына түгел, төрмәгә ултыртып ҡуйыуҙары ла ихтимал ине.
Йәш үҫмерҙәргә һөнәри белем биреү юғары кимәлдә булды: һөнәрселек училищеларының ниндәйе генә юҡ ине, йәнең теләгәнде һайла. Ашау-эсеү, кейем-һалым, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтар, тәрбиәсе-педагогтар, бушлай кинотеатрҙарға йөрөү – бөтәһе лә һинең ҡара­маҡта. Етмәһә, стипендия ла түләйҙәр. Һәйбәт уҡып сыҡһаң, юғары уҡыу йорттарына кон­курсһыҙ инеп китәһең. Училищены тамамлаған дипломлы белгескә эш эҙләп йөрөргә лә түгел, гөрләп торған завод-фабрикалар, ошо йүнә­лештәге ойошмалар, колхоз-совхоздар ҡолас йәйеп ҡаршылай, эш хаҡы алғанса етерлек «подъемный» тигән аҡсаһын да бирә. Йәш белгестең ҡәҙере ҙур, закон буйынса уларҙы фатир менән тәьмин итеү ҙә ҡаралған.
Хәҙер, йәмғиәтебеҙ иҫкә килеп, ошо һөнәр­селек уҡыу йорттарын яңынан тергеҙеү за­рур­лығы хаҡында һүҙ күтәрә, тик бер ябылғанды кире асыу, ай-һай ҡатмарлы мәсьәлә шул.
Ситкәрәк киттем шикелле, нишләйһең, уйландыра бит. Сағыштырырға сәбәп тә бар – иртәгә буласаҡ байрам.
Эш эҙләп, сит яҡҡа киткән ауылдаштар ҡай­тасаҡ. Юғары белемгә эйә була алмағандары кем нисек эш тапҡан, шунда урынлашҡан бит инде. Уларҙы, ауылды ташлап киттегеҙ, тип ғәйепләп тә булмай. Заманында үҙебеҙ ҙә ҡалала төпләндек. Тик ул саҡта ауылда ҡалыу­сылар ҙа күп ине. Колхоз тарҡалғас та, 10-15 йыл бушҡа эшләне әле яҡташтарым. Ауылды йәшәтергә, үҙ хужалыҡтарын туҙҙырмаҫҡа кәрәк ине. Яйлап-яйлап район үҙәгенә, яҡын-тирәләге ҡалаларға, Себергә юллана башланылар. Тәү­ҙәрәк егет-ҡыҙҙар, шунан һуң ғаиләләре менән киттеләр ауылдан. Сит яҡта яңы быуын үҫте. Уларҙың ауылға ҡайтыуы хаҡында хыял итергә лә мөмкин түгел. Һарышта, мәҫәлән, уҡыусы балалар өс-дүрт бөртөккә генә ҡалғас, мәктәп тә ябылды. Ярай әле, өлкән йәштәгеләр уны ремонтлап, тәғәйенләнешенә тура килтереп, мәсет иттеләр. Хәҙер унда намаҙ уҡыйҙар, ул да күңелгә йылылыҡ бирә. Мәктәп бинаһы, ауыл­дағы ҡайһы бер ташландыҡ йорт-ҡуралар һы­маҡ, сереп ултырырға ла мөмкин ине бит әле. Урамдан уҙғанда эстәр өҙөлә инде: элекке һылап-аҡлап, ялт итеп гөрләп торған өйҙәр ҡарайышып, бөршәйешеп ултыра. Ҡайһыларын ситтән килгән ят милләт кешеләре һатып алып йәшәй башлаған. Киләсәктә лә ошолай дауам итһә, йәшәй алырмы икән бер нисә быуатлыҡ тарихы булған киң күңелле, ярҙамсыл, егәрле, ихлас халыҡлы Һарышҡайым?! Дим ярҙарынан өҫтәрәк ҡалҡыулыҡта ап-аҡ булып балҡып, күкрәк киреп ултырған ҡупшы ауыл ине бит ул. Тирә-яғындағы эреле-ваҡлы күлдәре, селтер шишмәләре, төрлө-төрлө емешле ҡыуаҡтары ғына ни тора! Күренекле композитор Роза Сәхәүетдинова менән «Һарыш ауылы йыры»н да яҙғайныҡ. Матур, дәртле көйлө был йырҙы яҡташтарым әле булһа яратып башҡара:
Һарыш тигән бер ауыл бар
Дим йылғаһы ярында.
Һарыш көйөнә йырлайым
Бик һағынған сағымда.
Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында күренекле йырсыбыҙ Нәзифә Ҡадирова уны «халыҡ йыры» тип уйлап йөрөгән икән. Беҙҙең ауылға арналған бит ул тигәс, ғәжәпләнеп көлөп ебәргәне хәтерҙә.
Ауылға газ ингән. Һыртынан асфальт үтә, автобус йөрөй, күпселек ауылдарҙағы кеүек, урамда һыу колонкалары бар. Беҙҙең һыу тәм­лелеге менән дә, составы менән дә шишмә­не­кенән ҡалышмай. Шуға ла һикһәнде уҙыу­сылар ҙа үҙҙәрен ҡартаябыҙ тип иҫәпләмәй.


(Дауамы бар).




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар

Изгелек күрһәт тә бушлай киноға, бассейнға, музейға бар 01.04.2019 // Йәмғиәт

Һуңғы ваҡытта ирекмәндәр хәрәкәте беҙҙең тормошобоҙҙа һиҙелерлек урын биләй....

Тотош уҡырға 4 695

Һыу инергә ваҡыт етте...

Һыу инергә ваҡыт етте... 01.04.2019 // Йәмғиәт

6 апрелдә Өфө ҡалаһындағы Үҙәк баҙар янындағы Һалдат күленә килһәгеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Унда тәүлек...

Тотош уҡырға 3 826

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә

Мөхәббәт менән бәхет гел бергә 31.03.2019 // Йәмғиәт

– Мөхәббәт ҡайҙа юғала? – тип һораған атаһынан бәләкәй Бәхет. – Үлә. Кешеләр булғанды ҡәҙерләмәй,...

Тотош уҡырға 4 769

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..."

"Ҡайһылай оятҡа ҡалдым..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Асыу, ярһыу кешенең бөтөн тәнен, күңелен ялмап алыусан. Шуға әҙәм балаһының бындай осраҡта...

Тотош уҡырға 4 479

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс

Бер быуаттан йәнә тупланы Темәс 31.03.2019 // Йәмғиәт

Тап бынан йөҙ элек булған кеүек үк, ҡунаҡтарҙы Темәс ерендә һыбайлылар флагтар тотоп ҡаршы алды....

Тотош уҡырға 3 102

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп

Ризыҡ менән бергә өмөт-ышаныс өләшеп 31.03.2019 // Йәмғиәт

Ирекмәндәр Сибайҙа өс айҙан ашыу инде “Йәшәү ризығы” тип аталған мәрхәмәтлек акцияһы үткәрә: ауыр...

Тотош уҡырға 3 797

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..."

"Аҙыҡтың өлөшөн генә һалыр инем..." 31.03.2019 // Йәмғиәт

Имам-хатип мәсеткә вәғәз һөйләргә килһә, унда бер генә кеше – йәш көтөүсе – ултыра, ти....

Тотош уҡырға 4 045

135 мең граждан саҡырыла

135 мең граждан саҡырыла 31.03.2019 // Йәмғиәт

Рәсәй Президенты хәрби хеҙмәткә яҙғы саҡырылыш тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Ул кисә, 30 мартта,...

Тотош уҡырға 3 176

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме?

Татарстан башҡорттары ҡоролтайға әҙерме? 30.03.2019 // Йәмғиәт

Бөгөн Ҡазанда Татарстан башҡорттары ҡоролтайы ултырышы булды....

Тотош уҡырға 2 778

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ!

Бабичтың кендек ҡаны тамған ер ул Ҡыйғаҙытамаҡ! 30.03.2019 // Йәмғиәт

Башҡортостан автономияһының йылъяҙмасыһы, дәүләт эшмәкәре, шағир, музыкант, ойоштороусы Шәйехзада...

Тотош уҡырға 2 825

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ

Төйәләҫтәр алыҫҡа йөрөмәҫ 30.03.2019 // Йәмғиәт

Сибай ҡалаһының Төйәләҫ ҡасабаһында йыл аҙағында заман талаптарына яуап биргән фельдшер-акушерлыҡ...

Тотош уҡырға 2 617

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Йәмғиәт

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 2 872