Вконтакте facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Өн һәм һан ғилләһе
Өн һәм һан ғилләһе Ғәлим Хисамов – бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтенең проза жанрында танылған, уңышлы ижад иткән әҙиптәрҙең береһе. Уның тормош-көнкүреш, хеҙмәт темаһын сағылдырған әҫәрҙәрен дә, фантастик һәм детектив формалағы ижад емештәрен дә китап һөйөүселәр яратып ҡабул итә. Яҙыусы тарихи теманы ла урап үтмәй. Документаль ерлектәге “Аҡтамыр”, “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Өн һәм һан” романдары – шуға асыҡ миҫал. Бөгөн һүҙебеҙ Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына дәғүә иткән әҫәрҙәрҙең береһе “Өн һәм һан” хаҡында булыр.

Яҙыусы әҫәрен роман-фараз тип билдәләгән. Унда һәр кемде ҡы­ҙыҡ­һындырырҙай донъяуи һорауҙар ҡу­йылып, шуларға яуаптар фаразлана. Шуныһы менән әҫәр уҡыусыла ҙур ҡыҙыҡһыныу уята. Мәҫәлән, роман­дың исемен билдәләгән өн һәм һан­дың ҡайһыһы алданыраҡ бар­лыҡҡа килгән? Йәки донъяны Алла бар ҡыл­ғанмы, әллә үҙенән-үҙе бар­лыҡҡа килгәнме? Шулай уҡ кеше йәненең сығанағы хаҡындағы мәғ­лүмәттәр ҙә ҡыҙыҡлы. Яҙыусы баш­ҡорт атама­һы­ның килеп сығышына, кешенең аңы үҫеше, телмәре формалашыу про­цесына ла үҙ ҡарашын белдерә. Бик боронғо замандарҙа Уралға ки­леп төпләнгән тәү кешенең баш­ҡорт­тарҙың ата-бабаһы булыуын да ышан­дырырлыҡ итеп дәлилләй ав­тор. Оҙайлы тарихи үҫеш осоронда башҡорт халҡы иңенә төшкән һынау­ҙар ҙа роман биттәрендә ентекле сағылыш таба. Ошо уңайҙан үҙ хал­ҡының, иленең тарихына битараф булмаған һәр йәштәге кеше өсөн бай, файҙалы мәғлүмәт алырҙай әҫәр ижад итеүгә өлгәшкән Ғәлим Хисамов.
Роман-фаразда художестволы һү­рәтләү менән төрлө фәнни мәғлү­мәт­тәр бергә үрелеп бара. Яҙыусының ошондай алымы әҫәрҙең уңышын бер­мә-бер арттыра: уҡыусы бер уңайҙан үҙен ҡиммәтле мәғлүмәт ме­нән дә байыта, теге йәки был һорауға фараз рәүешендә ҡыҙыҡлы яуап та таба, ваҡиғалар үҙәгендәге Урал ме­нән Сәсән (Ирек) образ­дарының фә­һемле лә, ғибрәтле лә яҙмышы ха­ҡында хикәйәләүҙе уҡып та кинәнә. Маҡсатына ирешеү өсөн яҙыусы “Урал батыр”, “Аҡбуҙат” эпостарына ла мөрәжәғәт итә, “Авеста” әҫәрен дә телгә ала, Сәлләм Тәр­жемән, Масу­ри, Ғәрдәзи, Ибн Фаҙлан, Плано Карпини һ. б. боронғо ғалим­дар фе­ке­ренә лә таяна, заман­дашыбыҙ Салауат Ғәллә­мовтың хеҙмәттәренә лә нигеҙ­ләнә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙағы фән өлкәһендәге яңылыҡтарҙы ла (мәҫәлән, башҡорт­тар араһында игрек-хромосомалар буйынса яһал­ған тикшеренеүҙәр) урынлы фай­ҙа­ла­на. Алдар батыр, Алексей Тев­келев (Тәфтиләү), Петр Беренсе батша ке­үек тарихи шәхестәрҙең образдары бик йәтеш индерелеп, роман йөкмәт­кеһе тағы ла байытыла.
Ғәҙәттә, фараз тигәндән, иҫбат­лан­маған уй-фекер тигән төшөнсә иҫкә төшөүсән. Ғ. Хисамов фараздарын улай тип әйтерлек түгел. Улар кире ҡаҡҡыһыҙ, тос фекерле, дәлил­ле. Мәҫәлән, кешенең уй-фекере, һиҙемләүе биоток менән бәйле икән. Йәғни бер кешенең уйын биоток икен­се берәүгә еткерә. Йә иһә, Иран иле­нең Урал ерҙәренән башланғыс алыуына ла, “Ирәндек” менән “Иран” һү­ҙенең бер тамырҙан булыуына ла ышанмау мөмкин түгел. “Урал батыр” эпосында һүрәтләнгән ваҡиғаларҙың таш быуат (тәү тормош) дәүеренә ҡарауы, ул осорҙа дингә ышаныу, Аллаға табыныу кеүек күренеш­тәр­ҙең булмауы хаҡындағы фекер ҙә уҡыусы өсөн ҡыҙыҡлы. Тимәк, донъя, кеше һәм башҡа тереклек Аллалар уйлап сығарылғансы уҡ булған. Ырыу-ҡәбиләләргә берләшеү һөҙөм­тә­һендә генә Аллаларға табыныу ғә­ҙәткә ингән икән. Шулай уҡ йән ха­ҡындағы фараз да кире ҡаҡҡыһыҙ. Йәнде кешегә тик кеше генә бирә тигән фекерҙә автор. Тимәк, йәнде бүлеп ултырыусы юҡ.
Романда илһөйәрлек тойғолары ярылып ята. “Урал батыр” кеүек бик боронғо ҡобайырҙы ижад иткән ха­лыҡ – бик боронғо халыҡ тигән фекер үткәрә яҙыусы. Бында шундай ха­зи­наға эйә булған халҡың менән ғо­рурланыу хистәре яҡшы һиҙемләнә. Йәш ғалим Уралдың: “Һәр халыҡ үҙ ҡаҙанышын үҙе яҙырға һәм дөйөм ҡаҙнаға һалырға тейеш”, йәки “Ситтә хеҙмәт итеп ил күтәреп булмай”, – тигәнендә лә ватансылыҡ идеялары ярылып ята. Халҡыбыҙҙың яугирлек, ҡаһарманлыҡ, йортауайлыҡ сифаттары, үҙенә генә хас ғөрөф-ғәҙәттәре менән ғорурланыу хистәрен дә яҡшы тоябыҙ романды уҡығанда.
Яҙыусы фәнни стиль менән дә урынлы эш итә, шул уҡ ваҡытта образлы һүрәтләү яғынан да юғары оҫ­талыҡҡа эйә. Был Сәсән менән Сәскә, Алдар менән Тәфтиләү яҙмыштарын тасуирлаған эпизодтарҙа, Йәнбикә менән Йәнбирҙенең бынан ике йөҙ мең йылдар элек Урал тауҙары тарафына килеп сығыуы хаҡындағы фаразда ныҡ күҙгә ташлана. Роман башындағы балалар телмәре лә ҡы­ҙыҡлы. Мәҫәлән, өс йәшлек Ғәлиә менән Сәсән араһында ошондай һөйләшеү була:
Сәсән, гәзитте йәйгәс, һүрәткә төртөп күрһәтте:
– Был кем?
– Әйттем дә инде: Ахимов (Рә­химов). Башҡотостандың, э-э, пезиденты”.
Урал менән Ғәлиә диалогын да килтерәйек әле:
– Атайымдың журналында тағы берәүҙең һүрәте бар ине. Кемдеке әле, Ғәлиә?
– Ельсиндыҡы.
– Кем һуң ул Ельцин?
– Әсәйҙең (Рәсәйҙең) Ахимовы.
Бер яҡтан, балаларға хас эскер­һеҙлек, ихласлыҡ сағылһа, икенсе яҡ­тан, ваҡиғалар барған осор бик анһат билдәләнә. Халыҡса әйтһәк, яҙыусы бер юлы ике ҡуян ҡойроғон тота.
Тағы ла бер диалогка иғтибар итәйек. Был юлы Сәсән менән Урал араһында булған һөйләшеү.
– Әйт әле, ҡайһы ҡапҡанан инер­гә була һеҙҙең баҡсаға?
– Ниндәй баҡсаға? Балалар баҡса­һынамы? Йәшелсә баҡсаһынамы? Был һүҙҙәр баҡ, бағыу, йәғни ҡарау, тәрбиәләү мәғәнәһенән килә. Балалар тәрбиәләү урыны һәм йәшелсә тәрбиәләү ере. Шуға уларҙы аныҡ әйтергә кәрәк.
Күренеүенсә, бер яҡтан, Уралдың бала саҡтан уҡ төплө фекерле, асыҡ зиһенле булғанлығы аңлашылһа, икен­се яҡтан, автор һүҙҙәрҙең мәғә­нәһенә иғтибарҙы йүнәлдереп, хал­ҡыбыҙҙың тел байлығына ишаралай. Яҙыусы үҙ әҫәрендә ана шул бай­лыҡты уңышлы һәм урынлы файҙа­лана. Халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады материалдарына мөрәжәғәт итеү, мә­ҡәл-әйтемдәр ҡулланыу романдың йөкмәткеһен байыта, ҡуйылған һо­рау­ҙарға яуап табырға булышлыҡ итә.
Йомғаҡлап әйткәндә, Ғәлим Хиса­мовтың “Өн һәм һан” романы – баш­ҡорт әҙәбиәтендә яңы бер күренеш. Яҙыусының тарихи сығанаҡтарҙы, мифологик әҫәрҙәрҙе бик яҡшы бе­леүе күренеп тора. Образлы һынлан­дырыу, фәлсәфәүи фекерләү, фәнни нигеҙләү – бөтәһе бергә бер-береһен тулыландырып, әҫәрҙең үҙенсәлеген билдәләй. Һәр саҡ яңылыҡҡа ын­тылған, башҡорт әҙәбиәтенең ныҡлы тотҡаһы булған Ғәлим Хисамовтың ижады Салауат Юлаев исемендәге премияға лайыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Башинформ» йәнә республиканың иң күп өҙөмтә килтерелгән киң мәғлүмәт сараһы тип танылды...

Тотош уҡырға 15

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы

Башҡортостандан МХО-ла ҡатнашыусының ғаиләһе «Йыл ғаиләһе» конкурсында еңеү яуланы 22.08.2025 // Йәмғиәт

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе, Башҡортостандан сенатор...

Тотош уҡырға 16

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр

Шишмәлә милли аш-һыу фестивалендә башҡорт халҡының милли ризығын әҙерләгәндәр 22.08.2025 // Йәмғиәт

«Турахан» визит-үҙәге янында уҙған милли аш-һыу фестивале барышында донъялағы иң ҙур тултырылған...

Тотош уҡырға 14

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды

Башҡортостанда производствола зыян күргәндәргә автомобилдәр тапшырылды 21.08.2025 // Йәмғиәт

Социаль реабилитация сиктәрендә 16 кеше «Лада Гранта» алды....

Тотош уҡырға 35

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла

Республиканың тағы бер районында медицина колледжы филиалы асыла 21.08.2025 // Йәмғиәт

1 сентябрҙән Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында Сибай медицина колледжы филиалы үҙ эшен башлай....

Тотош уҡырға 22

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы «Законлы водитель» махсус операцияһын башланы 21.08.2025 // Йәмғиәт

Сараның маҡсаты – водитель таныҡлығы булмаған, шулай уҡ машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм ителгән...

Тотош уҡырға 21

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо фаразлана 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 19

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә

Башҡортостанда ямғырҙар урынына йылы һауа торошо көтөлә 21.08.2025 // Йәмғиәт

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә һауа температураһы +27, +29° тиклем күтәрелә....

Тотош уҡырға 20

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар

Республикала иң яҡшы комбайнсыны асыҡлайҙар 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостанда ураҡта иң юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкән өсөн сираттағы республика конкурсы ойошторола....

Тотош уҡырға 30

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә

Башҡортостанда Верхоторҙы төҙөкләндереү эштәре тамамланып килә 20.08.2025 // Йәмғиәт

Ишембай районы хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов үҙенең телеграм-каналында ошо турала хәбәр итә....

Тотош уҡырға 25

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай

Республикала 1 сентябрҙән студент ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөк буйынса пособие түләнә башлай 20.08.2025 // Йәмғиәт

Рәсәй вуздарында һәм колледждарында уҡып йөрөгән ҡатын-ҡыҙҙар йөклөлөк һәм бала табыу буйынса...

Тотош уҡырға 27

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе 20.08.2025 // Йәмғиәт

Башҡортостан депутаттары башҡа иҫтәлекле көндәрҙә лә Еңеү Байрағын элергә тигән тәҡдим индерҙе...

Тотош уҡырға 36