Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Енәйәт һәм яза
315 миллионға алдағандар...

Өфөлә “ЖилСтройРеконструкция” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өлөшсөләрҙе 315 миллион һумға алдаған ике етәксеһенә хөкөм ҡарары сығарылды.
Башҡортостан Прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, 2002 йылда төҙөлөш фирмаһын теркәп, уның директорҙары йорт һалыуға халыҡтың аҡсаһын йәлеп итә башлай. Ете йыл эсендә улар “Етенсе күк” һәм “Каскад” торлаҡ йорттары төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡат­нашыу­ға 201 кеше менән килешеүгә ҡул ҡуя.
Күҙ буяу өсөн аҡсаның бер өлөшөн материалдар алыуға, төҙөлөш эштәренә түләүгә тотоналар. 315 миллион һумдан ашыуын улар фатир, офистар һатып алыуға, етештереү базаһын нығытыуға йүнәлтә, холдинг ҡарамағындағы пред­прия­тиеларҙың иҫәбенә күсерә. “Төҙөүселәр” шулай уҡ сит илдә белемен камиллаштыра, күргәҙмәләргә йөрөй.
Суд ғәйеплеләрҙе 3 һәм 3,5 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығара. Ә “ЖилСтройРеконструкция” йәмғиәтенә килгәндә, ул 2011 йылда уҡ банкрот тип танылған була.

Уғрылыҡтың
сиге бармы?

“Пензанефтесинтез” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре Өфөләге 10-сы төҙөлөш идаралығын 200 мең евроға алдауҙа ғәйепләнә.
Тәфтишселәр белдереүенсә, 2009 йылда “Пензанефтесинтез” йәмғиәте Пенза өлкәһендә нефть эшкәртеү заводы, уның янында торлаҡ ҡаласығы төҙөргә һәм социаль инфраструктура булдырырға ниәтләй. Проекттың хаҡы 1 миллиард евро күләмендә баһалана. 10-сы төҙөлөш идаралығын генераль подрядсы итеп тәғәйенләгән өсөн енәйәтселәр 200 мең евро талап итә.
Аҡса “Пензанефтесинтез”дың иҫәбе­нә күсә, директор компания менән киле­шеү төҙөй, әммә финанслауҙы ки­сек­терә. Өҫтәүенә ошо уҡ кешеләр инвесторҙар менән осрашыуҙы ойоштороу өсөн төҙөлөш идаралығынан тағы ла 150 мең һум аҡса алып, үҙ файҙаһына тотона. Әле эш Өфөнөң Ленин район судында ҡарала.
Әсә хөкөмгә тарттырыла

Баш ҡалала 33 йәшлек ҡатын хөкөмгә тарттырыла. Ул һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән улына өс йыл алимент түләмәгән.
Өфөнөң Киров районы прокурату­ра­һында хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда ҡатын балаһы менән ҡаты мөғәмәлә иткәне өсөн ата-әсәлек хоҡуғынан мәх­рүм ителә. Суд уға алимент түләү бурысын йөкмәтә. Ҡатын бер ерҙә лә эш­ләмәй. Алимент буйынса 200 мең һумдан ашыу бурысы бар.

Зачет өсөн –
бер шешә


Өфөлә бер шешә виски рәүешендә ришүәт алған физкультура уҡытыусыһына ҡарата енәйәт эше асылды.
Тәфтиш органдары билдәләүенсә, баш ҡала колледждарының береһендә белем биргән педагог студенттан 700 һумлыҡ виски алған һәм бының өсөн зачет кенәгәһенә яҡшы билдә ҡуйған. Әле эш буйынса тикшереү дауам итә.

Эскелек бәләһе

Стәрлетамаҡта иҫерек ир банк картаһының кодын әйттереү өсөн шешәләшен яндырған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дуҫына ҡунаҡҡа килгән әҙәм фатир хужаһының банк картаһын күреп ҡала. Уны урлай һәм ПИН-кодын әйтеүҙе талап итә. Тегеһе баш тарта. Асыуланған ҡунаҡ хужа ятҡан карауатҡа ут төртә, әммә кешене үлте­реүҙән ҡурҡып, утты йәһәт кенә һүндерә һәм өйөнә ҡайтып китә.
Иртәгеһен зыян күреүсе полицияға хәбәр итә. Ғәйеплене ҡулға алалар. Уға һигеҙ йылға иректән мәхрүм итеү рәүешендә хөкөм сығарылыуы ихтимал.

Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә