315 миллионға алдағандар...Өфөлә “ЖилСтройРеконструкция” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең өлөшсөләрҙе 315 миллион һумға алдаған ике етәксеһенә хөкөм ҡарары сығарылды.
Башҡортостан Прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, 2002 йылда төҙөлөш фирмаһын теркәп, уның директорҙары йорт һалыуға халыҡтың аҡсаһын йәлеп итә башлай. Ете йыл эсендә улар “Етенсе күк” һәм “Каскад” торлаҡ йорттары төҙөлөшөндә өлөшләтә ҡатнашыуға 201 кеше менән килешеүгә ҡул ҡуя.
Күҙ буяу өсөн аҡсаның бер өлөшөн материалдар алыуға, төҙөлөш эштәренә түләүгә тотоналар. 315 миллион һумдан ашыуын улар фатир, офистар һатып алыуға, етештереү базаһын нығытыуға йүнәлтә, холдинг ҡарамағындағы предприятиеларҙың иҫәбенә күсерә. “Төҙөүселәр” шулай уҡ сит илдә белемен камиллаштыра, күргәҙмәләргә йөрөй.
Суд ғәйеплеләрҙе 3 һәм 3,5 йылға иркенән мәхрүм итеү ҡарарын сығара. Ә “ЖилСтройРеконструкция” йәмғиәтенә килгәндә, ул 2011 йылда уҡ банкрот тип танылған була.
Уғрылыҡтың
сиге бармы?
“Пензанефтесинтез” ябыҡ акционерҙар йәмғиәте етәкселәре Өфөләге 10-сы төҙөлөш идаралығын 200 мең евроға алдауҙа ғәйепләнә.
Тәфтишселәр белдереүенсә, 2009 йылда “Пензанефтесинтез” йәмғиәте Пенза өлкәһендә нефть эшкәртеү заводы, уның янында торлаҡ ҡаласығы төҙөргә һәм социаль инфраструктура булдырырға ниәтләй. Проекттың хаҡы 1 миллиард евро күләмендә баһалана. 10-сы төҙөлөш идаралығын генераль подрядсы итеп тәғәйенләгән өсөн енәйәтселәр 200 мең евро талап итә.
Аҡса “Пензанефтесинтез”дың иҫәбенә күсә, директор компания менән килешеү төҙөй, әммә финанслауҙы кисектерә. Өҫтәүенә ошо уҡ кешеләр инвесторҙар менән осрашыуҙы ойоштороу өсөн төҙөлөш идаралығынан тағы ла 150 мең һум аҡса алып, үҙ файҙаһына тотона. Әле эш Өфөнөң Ленин район судында ҡарала.
Әсә хөкөмгә тарттырыла
Баш ҡалала 33 йәшлек ҡатын хөкөмгә тарттырыла. Ул һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернатта тәрбиәләнгән улына өс йыл алимент түләмәгән.
Өфөнөң Киров районы прокуратураһында хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылда ҡатын балаһы менән ҡаты мөғәмәлә иткәне өсөн ата-әсәлек хоҡуғынан мәхрүм ителә. Суд уға алимент түләү бурысын йөкмәтә. Ҡатын бер ерҙә лә эшләмәй. Алимент буйынса 200 мең һумдан ашыу бурысы бар.
Зачет өсөн –
бер шешәӨфөлә бер шешә виски рәүешендә ришүәт алған физкультура уҡытыусыһына ҡарата енәйәт эше асылды.
Тәфтиш органдары билдәләүенсә, баш ҡала колледждарының береһендә белем биргән педагог студенттан 700 һумлыҡ виски алған һәм бының өсөн зачет кенәгәһенә яҡшы билдә ҡуйған. Әле эш буйынса тикшереү дауам итә.
Эскелек бәләһеСтәрлетамаҡта иҫерек ир банк картаһының кодын әйттереү өсөн шешәләшен яндырған.
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, дуҫына ҡунаҡҡа килгән әҙәм фатир хужаһының банк картаһын күреп ҡала. Уны урлай һәм ПИН-кодын әйтеүҙе талап итә. Тегеһе баш тарта. Асыуланған ҡунаҡ хужа ятҡан карауатҡа ут төртә, әммә кешене үлтереүҙән ҡурҡып, утты йәһәт кенә һүндерә һәм өйөнә ҡайтып китә.
Иртәгеһен зыян күреүсе полицияға хәбәр итә. Ғәйеплене ҡулға алалар. Уға һигеҙ йылға иректән мәхрүм итеү рәүешендә хөкөм сығарылыуы ихтимал.
Л. ДӘҮЛИЕВА әҙерләне.