Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Бала саҡ хыялы ҡанатында
Бала саҡ хыялы ҡанатында Төн ҡараңғыһы һаҡлай осоусы ҡыҙ­ҙарҙы. Тауҙар араһынан уңға-һулға бә­рел­гәндәй сайҡалып килеп сығалар ҙа диң­геҙ өҫтөндә бөтөнләй башҡа төрлө һауа ағымына юлығалар. Мәғүбә, ярай, 28 йәштә, бай тәжрибәле осоусы. Йәш ҡыҙҙар иһә ара-тирә һаҡһыҙлыҡ күр­һәтә. Мәғүбә уларҙы өйрәтеүҙән туҡта­май.
“Һуғыш хәрәкәттәре театры” тигән тө­шөнсә йәшәп килә, ләкин сәхнә уйыны­ның бының менән уртаҡлығы юҡ. Әй­тә­йек, прожектор нурҙары түбәндәрәк киҫешә башлай. Тимәк, дошман “ҡоҙғон”­да­рына беҙҙекеләрҙе эҙәрлекләү анһат. – Прожектор нурҙары ялмап ал­һа, күҙҙәр ҡамаша, – тип хәтерләй ине Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы. – Хатта үҙ само­летыңдың ҡанаттарын күрмәй баш­лай­һың. Дошман снарядтары әле уңда, әле һулда шартлап, ҡолаҡты тондора. Хо­ҙай насип ҡылған ғүмерҙең һәр секунды өсөн көрәш башлана. Беҙҙең бурыс– прожектор тотҡонлоғонан ҡотолоп сы­ғыу. Шунһыҙ снарядтарҙы тейешле урын­ға ташлап булмай. Бар тырыш­лы­ғыңдың юҡҡа сығыуы ихтимал. Ҡотолоу юлдары шулай уҡ самалы. Мин, бирелгән тиҙ­лек­те һаҡлап, тәғәйен бейеклектә осор­ға бурыслы. Ошо секундта бер снаряд тейеүе етә. Бәлки, ысынлап та, Хоҙай үҙ рәхмәтенән ташламаған осраҡтар йыш ҡабатланғандыр? Снарядтар һиңә та­бан ут ташҡыны булып оса бит! Бе­реһе – ҡанатҡа, икенсеһе ҡойроҡҡа ҡағылып үтә. Һуғыш – театр уйыны тү­гел, ә йәшәү көсөнөң үлем менән яға­лашып тартышыуы. Имен-аман ҡа­­лы­­уың­ды оҫталығың менән генә аңла­тыу мөмкин түгел.
Осрашыуҙарҙың береһендә Мәғүбә Хөсәйен ҡыҙы Моздок ҡалаһы эргә­һендә булған хәлде хәтергә төшөр­гәйне.
– Дошман прожекторы – ҡала үҙәген­дә. Беҙ уны туҙҙырып ташларға тейеш, – тип һөйләне осоусы, – эскадрилья само­леттарының береһе нурға эләгеү менән ошо прожекторға ҡарай юл алдым. Ике бомба ташлауым булды, яҡтылыҡ сыға­нағы юҡҡа сыҡты. Тимәк, алдағы само­летыбыҙҙы һаҡлап ҡалдыҡ.
Әкиәттәрҙә дейеү пәрейе юҡҡа һүрәт­ләнмәгән. Уның бер башын ҡыйып таш­лаһаң, икенселәре үҫеп сыға. Шуның ши­келле прожектор икенсе урындан гөлт итеп яҡтырта башлай һәм минең самолетты ялмап ала бит ҡәһәрең! Көскә ҡотолдом.
Ошо төн һуңында Сыртланова ҡай­тыу юлында үҙебеҙҙең артиллерис­тар­ҙың бушҡа атыуын күреп ҡала. Сна­ряд­тар оса тора, тик сәпкә теймәй. Ерҙәген күктән күргән осоусы ни ҡыла? Орудие янындағылар тәңгәлендә баш остарына тиерлек төшә лә ҡысҡыра: ”... Йөҙ метр етмәй!” Һәм юғары күтәрелә. Бер аҙҙан тағы түбән төшә лә: “Булдыраһығыҙ!” — тип баш бармағын күрһәтә. Дөйөм бу­рыс өсөн янған кеше башҡаларҙың эшендәге хатаны күрмәй буламы һуң...
Бер көн командир Бершанская, ҡыҙ­ҙарҙы саҡырып, карта йәйеп һала. Ҡә­лә­мен Керчь ярымутрауы тәңгәлендә уйната: бына ошонда беҙҙең диңгеҙ десанты бер нисә көн интегә. Төп көстәр килә алмай, сөнки диңгеҙ ҡотора. Егет­тәр ярҙам көтә.
Илтәгән ауылы янында плацдарм тотҡан десантсыларға йөк ташыу башлана. Тартмаларҙа – боеприпас, тоҡ­тар­ҙа – аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ. Уларҙы ҙур самолеттарҙан ташлап ҡа­рағандар, ләкин эш барып сыҡмаған. “Кукурузник”тағылар иһә майҙанда ян­ған усаҡты күреп ала ла йөктө тура шул ергә ырғыта. Ошо төндән башлап тәь­минәт юлға һалына. Тик төнгө осоусылар үҙҙәре хәүеф-хәтер ҡосағында ҡа­ла: дошман зенитсылары, маршрутты өйрәнгәс, уларҙы көтөп тора башлай. Был хәлдә Сыртланова үҙ юлын һайлап, ҡоро ер өҫтөнән түгел, ә диңгеҙ аша оса. Ара икеләтә алыҫая, ләкин отошло бу­ла.
Полк гвардияға әйләнгән иҫтәлекле көндә Сыртлановаға лейтенант исеме һәм орден бирелә. Тырыш хеҙмәтенең тейешенсә баһаланыуы уға көс, дәрт өҫ­тәй. Ләкин ошо шатлыҡлы көндәрҙә уға атаһының вафат булыуы тураһында хәбәр килә.
Донъяны биҙәп, шатлыҡтар өләшеп йәшәр өсөн яратылған аҫыл зат бит ул ҡатын-ҡыҙ! Ә һуғышта әлеге осоусылар дошманды тар-мар итеү һөнәрен үҙләш­терергә мәжбүр була, фронт шартта­рының барлыҡ уңайһыҙлыҡтарын үҙ иңендә татый. Ләкин улар зарланмай, уфтанмай. Хатта Бершанскаяның: “Ҡыҙ­ҙар, ғашиҡ була күрмәгеҙ, ғәфү итмәм”, – тип ҡәтғи иҫкәртеүенә лә ҡаршылыҡ күрһәтә алмайҙар. Ир-егеттән торған полк йыш ҡына йәнәшәлә тура килә.
Ҡараңғы төндәрҙең береһендә Сыртланова заданиеға Дуся Носаль исемле ҡыҙ менән сыға. Һирәк осрай торған хәл: бомбаға тотаһы урынды таба алмайҙар. Ләкин самолетты үҙҙәренең аэропортына шартлатҡыстар менән кире алып ҡайтыу тыйыла, сөнки уларҙың тәгәр­мәстәре ергә бәрелгәндә ысҡынып тө­шөүе ихтимал.
Йөктө ҡайҙа, нисек бушатырға? Юға­лып ҡалырға ярамай. Тап шул саҡта ти­мер юлда дошман эшелоны күренә. “Әһ-һә!” Мәғүбә шул яҡҡа табан юллана. Ә Дуся бомбаларҙы осора башлай. Дошман эшелоны көтөлмәгән һөжүмдән таралып ятып ҡала.
Бүләкләү ҡағыҙынан:
“М.Х. Сыртланова үҙен көслө рухлы, булдыҡлы осоусы һәм командир итеп танытты. Рядовой булып килгәйне, эскадрилья командиры урынбаҫары вазифаһына күтәрелде. Етәкселек тәжрибәһе бай булыуы менән айырылып тора. Үҙ ҡарамағындағы яугирҙәр­ҙе илһөйәрлек рухында тәрбиәләй. Полктың партия ойошмаһы секретары итеп һайланды. Командование ҡуйған бурыстарҙы тейешенсә үтәй. Шәхсән 782 хәрби осошта 140 тонна бомба ташланы, дошман ҡорол­ма­ла­рында 128 көслө, 85 ҡәҙимге янғын сы­ғарҙы, ике тимер юл эшелонын, ике йылға аша сығыу урынын емертте, яғыулыҡ келәтен шартлатты, күп фашисты юҡ итте...”
– М.Х. Сыртланова полкка һуңла­бы­раҡ килеүгә ҡарамаҫтан, осош күр­һәт­кестәре буйынса бөтәһен дә уҙып китте, — тип баһалай Бершанская.— Полктағы барлыҡ хәрби осоштарҙың 3,3 проценты Сыртланова өлөшөнә тура килә. Ике — Ҡыҙыл Байраҡ, II дәрәжә Ватан Һуғышы ордендары менән бүләкләнде. 1946 йылда уға Советтар Союзы Геройы исеме бирелде. Һуғыш юлдарын бер тапҡыр ҙа йәрәхәтләнмәйенсә үтеп сыға алды.
Ғаилә бәхете Мәғүбәгә һуңлабыраҡ килә. Ире менән башта Тбилисиҙа йәшәйҙәр, унан Ҡазанға күсенәләр. Ни тиһәң дә, ҙур авиация заводы тарта. Ике ҡыҙ бала үҫтерәләр. Ләкин күңелдәрҙе тырнап торған тыуған Бәләбәй бар бит әле. Унда кендек ҡаны тамған, сиҙәм­дәрҙә аяҡ эҙҙәре ҡалған, тауҙар, урмандар, сылтырап аҡҡан саф шишмәләр...
Ике балаһын эйәртеп, тыуған төйә­генә йүнәлгәндә урау юл һайлай осоусы: Ағиҙел буйлап теплоходта ҡайтырға сыға. Был гүзәллекте күрмәй йәшәү мөмкин түгел! Унан Өфө урамдары буйлап тамаша ҡыла. Бәләбәйҙә ул уҡыған мәктәптең ағас бинаһы юҡлығына ҡай­ғыра. Аэроплан төшкән урынды таба алмай аҙаплана. Нисек кенә булмаһын, тыуған ер Мәғүбәнең нескә күңелен ҡанатландырып ебәрә. Ул дәртләнеп, хисләнеп ҡалала иң ҙур түрә ултырған партия йортона кереп күренмәксе була, бында үҙенә ҡарата йылы мөнәсәбәт булырына шикләнмәй. Әммә етәксенең “эше тығыҙ” икәнлеген ишетеп, кире боролорға мәжбүр була. Яҡты хистәр елгә осҡандай юғала...
Иҫтәлекле яҙманан өҙөк:
“Бәләбәй иң яҡын һәм иң яратҡан ҡалам булды. Мин бында 17 йыл йәшә­нем... Осоусы булыу хыялы ошонда тыуҙы”. Ҡыҙы Наталья Максимованың миңә яҙған хатынан: “Әсәйебеҙ арыу-талыу белмәҫ кеше ине. 50 йәшендә хаҡлы ялға сыҡты. Тегенсе һөнәрен үҙ­ләштерҙе, сигеү курсына йөрөнө. Уның дәфтәрҙәрен бөгөн дә ҡәҙерләп һаҡ­лайым. Һеңлем Светлана менән музыка түңәрәгендә шөғөлләндек, уға әсәйебеҙ ҙә яҙылғайны. Ҡәҙерлебеҙҙең боронғо башҡорт һәм татар йырҙарын бирелеп китеп, хисләнеп йырлағаны хәтерҙән сыҡмай. Беҙҙең үҙенә ҡушыла алмауы­быҙға үкенә ине әсәйебеҙ. Шат көлөп, төрлө ваҡиғалар тураһында һөйләр ине. Күмәкләп тәбиғәт ҡосағына сығыу байрам булды.
Әсәйебеҙ сирләп киткәс, ҙур ҡайғыға дусар булдыҡ. Миңә — 10 йәш. Дауа­ханаға йыш йөрөнөк. Ә әсәйебеҙ һаман да шаянлығын ташламаны, мәктәп хәл­дәре хаҡында һорашты, беҙҙе артыҡ ҡайғырмаҫҡа күндәм булырға саҡыр­ҙы...”
М. Х. Сыртланова 1971 йылдың 1 ок­тябрендә вафат була.



Автор: Фәрит ВАХИТОВ


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте





Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы

Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары»ның беренсе ағымын тамамлаусыларҙы ҡотланы 15.09.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн Өфөлә республика етәксеһе Радий Хәбиров «Башҡортостан геройҙары» кадрҙар программаһының ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде

Башҡортостанда һунарсыларға тәүлегенә бер ҡуян ауларға рөхсәт ителде 15.09.2026 // Йәмғиәт

Экология министрлығы көҙгө миҙгел асылыуы тураһында иғлан итте....

Тотош уҡырға 0

Республикала балаларҙы уллыҡҡа алырға теләүселәрҙе иҫәпкә ҡуйыу тәртибе раҫланды
Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә

Өфөнөң Үҙәк баҙарҙағы ҡулсала хәрәкәт сикләнә 15.09.2026 // Йәмғиәт

Баш ҡала үҙәгендәге иң тығыҙ участкаларҙың береһендә сикләү өс көн ғәмәлдә була. Водителдәргә урау ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды

Башҡортостандың балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Хәйбулла районы Аҡъяр ауылының 3-сө «Шатлыҡ» ......

Тотош уҡырға 0

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр 14.09.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостандың балалар баҡсаларында туған телде өйрәнәсәктәр...

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө 14.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров автомобилдәрҙе МХО ветерандарына тапшырыу хаҡында иҫкә төшөрҙө...

Тотош уҡырға 0

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды 14.09.2026 // Йәмғиәт

Вардитер һәм Яхья: Башҡортостанда тыуған сабыйҙарҙың һирәк осраған исемдәре билдәле булды...

Тотош уҡырға 0

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә

Өфөлә Көнсығыш сығыу юлында хәрәкәт сикләнә 14.09.2026 // Йәмғиәт

Граждандарҙан маршрутты планлаштырғанда ошо мәғлүмәтте иҫәпкә алыуҙарын һорайҙар....

Тотош уҡырға 0

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте

Башҡортостан синоптиктары аҙна башына һауа торошон хәбәр итте 14.09.2026 // Йәмғиәт

Киләһе өс көндә республика биләмәһендә йылы һәм ҡайһы берҙә ямғырлы һауа торошо һаҡлана, тип хәбәр ......

Тотош уҡырға 0

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде 11.09.2026 // Йәмғиәт

Радий Хәбиров: Башҡортостандың Милли кейеме заманса моданың бер өлөшөнә әүерелде...

Тотош уҡырға 0

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды 11.09.2026 // Йәмғиәт

Республика дауаханалары мобиль медицина комплекстары алды...

Тотош уҡырға 0


Комментарий өҫтәргә