Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Өлгө булырлыҡ ғаилә
Арабыҙҙа халыҡ өсөн янып-көйөп йәшә­гәндәр күп. Һәр нәмәне йөрәге аша үткәреп, башҡаларҙың яҙмышына битараф ҡала алмаған тап шундай кешеләрҙән тора ла инде донъя йәме, тип уйлап та ҡуяһың. Вилдан Абдрахманов та – йәмғиәт мәнфә­ғәт­тәрен ҡайғыртып йәшәгәндәрҙең бе­реһе.
Бынан 45 йыл элек Белорет районының Манышты ауылында Шәрифә менән Рәсүл Абдрахмановтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Инйәр ауылында урынлашҡан эске эштәр бүлегенә урынлаша. Шулай дүрт-биш егет менән ҡуша көн һайын Маныштынан йөрөп эшләй башлай. Чечен Республикаһына ебәреү тураһында бойороҡ килгәс, ауыл егеттәре, һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, бе­рен­селәрҙән булып ярҙамға китә.
Ауыр һуғыш йылдарында ла юғалып ҡалмай, һәр саҡ алдынғы сафта була Вилдан Рәсүл улы. Яҡшы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр миҙал һәм маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Педагогия училищеһын тамамлап, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлашҡан Зөлфиә исемле һылыуға Вилдан бер күреүҙән ғашиҡ була. Оҙаҡ та үтмәй йәштәр туй яһап, ғаилә ҡора. Бер-береһенә үрелеп, терәк булып йәшәгәнгә лә тормоштары алға бара. Аб­драхмановтар бөтә уңайлыҡтары булған ҙур йорт һалып сыға. Һөйөү емештәре булып бер-бер артлы дүрт бала донъяға килә. Әлеге ваҡытта ҙур ҡыҙҙары Фаягөл Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем ала, Айсыуаҡ 10-сы класта уҡый, шулай уҡ ул Инйәрҙәге сәнғәт мәктәбенең баян класында шөғөлләнә. Нурзидә менән Арыҫлан балалар баҡсаһына йөрөй.
Матур ғаиләлә балалар ҙа тәртипле, тырыш булып үҫә, ата-әсәһенә һәр эштә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, осраған ҡарт-ҡороға ла, кеселәргә лә ярҙамлашыр­ға әҙер тора улар. Быларҙың барыһын да ғаиләлә күреп үҫәләр. Юҡҡа ғына ололар, балаларыңды нисек күрергә теләһәң, тәүҙә үҙең шулай бул, тип әйтмәй. Вилдан Рәсүл улы менән Зөлфиә Биктимер ҡыҙы ла ке­шегә һәр ваҡыт ихтирамлы, яҡшы мө­ғәмәләлә.
Ауыр хеҙмәттә булғанға күрә ғаилә башлығы хаҡлы ялға иртә сыға. Әммә тик ята торғандарҙан түгел ул – тиҙ арала тимер юлына эшкә төшә. Бында ла бөтә көсөн, тырышлығын һалып хеҙмәт итә. Абдрахмановтарҙың уңған ғаиләһе бөгөнгө йәштәргә өлгө булырлыҡ. Артабан да ошо юлдарынан тайпылмай, иҫәнлектә-һау­лыҡта йәшәргә насип булһын уларға.




Автор: Н. МӨХИТДИНОВ. Район: Белорет районы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 3

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә