Өлгө булырлыҡ ғаилә13.08.2014
Арабыҙҙа халыҡ өсөн янып-көйөп йәшәгәндәр күп. Һәр нәмәне йөрәге аша үткәреп, башҡаларҙың яҙмышына битараф ҡала алмаған тап шундай кешеләрҙән тора ла инде донъя йәме, тип уйлап та ҡуяһың. Вилдан Абдрахманов та – йәмғиәт мәнфәғәттәрен ҡайғыртып йәшәгәндәрҙең береһе.
Бынан 45 йыл элек Белорет районының Манышты ауылында Шәрифә менән Рәсүл Абдрахмановтар ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә ул. Әрме сафында хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, Инйәр ауылында урынлашҡан эске эштәр бүлегенә урынлаша. Шулай дүрт-биш егет менән ҡуша көн һайын Маныштынан йөрөп эшләй башлай. Чечен Республикаһына ебәреү тураһында бойороҡ килгәс, ауыл егеттәре, һәр ваҡыттағыса әүҙемлек күрһәтеп, беренселәрҙән булып ярҙамға китә.
Ауыр һуғыш йылдарында ла юғалып ҡалмай, һәр саҡ алдынғы сафта була Вилдан Рәсүл улы. Яҡшы хеҙмәте өсөн күп тапҡыр миҙал һәм маҡтау ҡағыҙы менән бүләкләнә. Педагогия училищеһын тамамлап, балалар баҡсаһына тәрбиәсе булып эшкә урынлашҡан Зөлфиә исемле һылыуға Вилдан бер күреүҙән ғашиҡ була. Оҙаҡ та үтмәй йәштәр туй яһап, ғаилә ҡора. Бер-береһенә үрелеп, терәк булып йәшәгәнгә лә тормоштары алға бара. Абдрахмановтар бөтә уңайлыҡтары булған ҙур йорт һалып сыға. Һөйөү емештәре булып бер-бер артлы дүрт бала донъяға килә. Әлеге ваҡытта ҙур ҡыҙҙары Фаягөл Өфөлә юғары уҡыу йортонда белем ала, Айсыуаҡ 10-сы класта уҡый, шулай уҡ ул Инйәрҙәге сәнғәт мәктәбенең баян класында шөғөлләнә. Нурзидә менән Арыҫлан балалар баҡсаһына йөрөй.
Матур ғаиләлә балалар ҙа тәртипле, тырыш булып үҫә, ата-әсәһенә һәр эштә ярҙам итә. Улай ғына ла түгел, осраған ҡарт-ҡороға ла, кеселәргә лә ярҙамлашырға әҙер тора улар. Быларҙың барыһын да ғаиләлә күреп үҫәләр. Юҡҡа ғына ололар, балаларыңды нисек күрергә теләһәң, тәүҙә үҙең шулай бул, тип әйтмәй. Вилдан Рәсүл улы менән Зөлфиә Биктимер ҡыҙы ла кешегә һәр ваҡыт ихтирамлы, яҡшы мөғәмәләлә.
Ауыр хеҙмәттә булғанға күрә ғаилә башлығы хаҡлы ялға иртә сыға. Әммә тик ята торғандарҙан түгел ул – тиҙ арала тимер юлына эшкә төшә. Бында ла бөтә көсөн, тырышлығын һалып хеҙмәт итә. Абдрахмановтарҙың уңған ғаиләһе бөгөнгө йәштәргә өлгө булырлыҡ. Артабан да ошо юлдарынан тайпылмай, иҫәнлектә-һаулыҡта йәшәргә насип булһын уларға.