Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Ауылдар – ҡамауҙа
Беҙҙең халыҡ борон йәйләүҙә йәшәгән, аҙаҡ ауылдарға туплана башлаған. Тәби­ғәт балаһы булғанға күрә башҡорттоң ер-һыуҙан, йәшеллектән айырылғыһы килмәй. Шуға ла ауыл уның төп йәшәү урыны, ни­геҙе булып тора.
Ләкин һуңғы йылдарҙа илдә барған сәйәсәт күп кешене аптырауға һала. М. Аҡ­мулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”, В. Лениндың “Учить­ся, учиться и учиться!” тигән саҡырыуҙары онотолдо, улар “ҡулайлаштырыу” һүҙе менән алмаштырылды. Иң борсолдорғаны шул: мәк­тәп­тәр ябыла, был айырыуса ауылды йәшәү сығанағы итеп күргән баш­ҡорттарға ҡағыла. Дан тотҡан совет мә­ға­риф сис­темаһы юҡҡа сыға, уҡы­тыу­сы­лар ҡыҫҡар­тыла. Йыл һайын уларға юғары уҡыу йортон тамамлаған меңәрләгән белгес өҫ­тәлә.
Тәрбиәнең төп нигеҙен тәшкил иткән хеҙмәт бөтөнләй онотолдо, эшһеҙҙәр дәү­ләт пособиеһы алыу өсөн сиратҡа тора. Оҫтаханалар ҙа юҡҡа сыға. Тир түгеп өйрәнмәгән йәш быуындан нимә көтәһең? Балаларҙың белем кимәле түбәнәйә, тәр­тип яғы аҡһай. Эш булмағанлыҡтан, йәш­тәр ситкә китергә мәжбүр, шуға ла ауыл халҡының төп өлөшөн ҡарт-ҡоро тәшкил итә. Киләсәктә нимә көтә? Ауылдарҙа тормош һүнеүгә табан бара.
Был күңелһеҙ күренеш һаулыҡ һаҡлау өлкәһен дә урап үтмәне. Дауаханалар, бала табыу йорттары ябыла. Ғөмүмән, элекке түләүһеҙ медицина аҡса “тоҡсайы”на әй­ләнә бара. Мәҙәниәт усаҡтары, китапханалар ҙа бөлгөн хәлдә. Әгәр тормош ар­табан да ошо йүнәлештә барһа, ауылдар бөтөп, халыҡ ҡалаға күсеп бөтмәҫ тимә. Ер бү­леүселәр килеп, бөтә байлығыбыҙға хужа булыр ҙа үҙебеҙҙе ҡол итер.
Ҡалаға күсеп барған башҡорттарҙың теле үҙгәрә. Мөхиткә яраҡлашып, ул ҡала теленә әйләнә. Бынан тыш, уларға милләт­те юғалтыу хәүефе янай. Быға ҡатнаш никахтар сәбәп буласаҡ.
Телгә алынған барлыҡ мәсьәләләр үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Был хаҡта ғалимдарҙың, йәмәғәтселектең фекерҙәре кәрәк. Ниңәлер улар өндәшмәүҙе хуп күрә. Ҡайҙа һеҙ, милләт йөҙө-зыялылар?




Автор: Мөхәмәт РӘШИТОВ. Район: Стәрлетамаҡ ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә