Ауылдар – ҡамауҙа13.08.2014
Беҙҙең халыҡ борон йәйләүҙә йәшәгән, аҙаҡ ауылдарға туплана башлаған. Тәбиғәт балаһы булғанға күрә башҡорттоң ер-һыуҙан, йәшеллектән айырылғыһы килмәй. Шуға ла ауыл уның төп йәшәү урыны, нигеҙе булып тора.
Ләкин һуңғы йылдарҙа илдә барған сәйәсәт күп кешене аптырауға һала. М. Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!”, В. Лениндың “Учиться, учиться и учиться!” тигән саҡырыуҙары онотолдо, улар “ҡулайлаштырыу” һүҙе менән алмаштырылды. Иң борсолдорғаны шул: мәктәптәр ябыла, был айырыуса ауылды йәшәү сығанағы итеп күргән башҡорттарға ҡағыла. Дан тотҡан совет мәғариф системаһы юҡҡа сыға, уҡытыусылар ҡыҫҡартыла. Йыл һайын уларға юғары уҡыу йортон тамамлаған меңәрләгән белгес өҫтәлә.
Тәрбиәнең төп нигеҙен тәшкил иткән хеҙмәт бөтөнләй онотолдо, эшһеҙҙәр дәүләт пособиеһы алыу өсөн сиратҡа тора. Оҫтаханалар ҙа юҡҡа сыға. Тир түгеп өйрәнмәгән йәш быуындан нимә көтәһең? Балаларҙың белем кимәле түбәнәйә, тәртип яғы аҡһай. Эш булмағанлыҡтан, йәштәр ситкә китергә мәжбүр, шуға ла ауыл халҡының төп өлөшөн ҡарт-ҡоро тәшкил итә. Киләсәктә нимә көтә? Ауылдарҙа тормош һүнеүгә табан бара.
Был күңелһеҙ күренеш һаулыҡ һаҡлау өлкәһен дә урап үтмәне. Дауаханалар, бала табыу йорттары ябыла. Ғөмүмән, элекке түләүһеҙ медицина аҡса “тоҡсайы”на әйләнә бара. Мәҙәниәт усаҡтары, китапханалар ҙа бөлгөн хәлдә. Әгәр тормош артабан да ошо йүнәлештә барһа, ауылдар бөтөп, халыҡ ҡалаға күсеп бөтмәҫ тимә. Ер бүлеүселәр килеп, бөтә байлығыбыҙға хужа булыр ҙа үҙебеҙҙе ҡол итер.
Ҡалаға күсеп барған башҡорттарҙың теле үҙгәрә. Мөхиткә яраҡлашып, ул ҡала теленә әйләнә. Бынан тыш, уларға милләтте юғалтыу хәүефе янай. Быға ҡатнаш никахтар сәбәп буласаҡ.
Телгә алынған барлыҡ мәсьәләләр үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән. Был хаҡта ғалимдарҙың, йәмәғәтселектең фекерҙәре кәрәк. Ниңәлер улар өндәшмәүҙе хуп күрә. Ҡайҙа һеҙ, милләт йөҙө-зыялылар?