Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Хәмер әмеренә буйһонмайыҡ
“Айыҡ ауыл” конкурсы республикабыҙҙа быйыл да дауам итә. Шуныһы һөйөнөслө: хәмерһеҙ йәшәү рәүешен һайлаған биләмәләр йылдан-йыл арта. Былтыр был конкурста 85 ауыл ҡатнашһа, быйыл уларҙың һаны 161-гә еткән. Райондар буйынса ҡарағанда, айыҡ тормош яҡлыларҙың күбеһе Илештән (19 ауыл) һәм Балтастан (15). Шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил райондары ла алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл ярышҡа Сибай һәм Күмертау ҡалалары ла ҡушылған. Конкурс йомғаҡтары йылдың аҙағында билдәле буласаҡ.

Республика Хөкүмәтендә сараны ойош­тороу комитетында төрлө тар­маҡ белгестәре ярыш үҙенсә­лек­тәре хаҡында фекер алышты.
– Был проект үҙенең әһәмиәтен күрһәтте, — тип билдәләне ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкү­мәте Премьер-министры урын­баҫары Лилиә Ғүмәрова. – Рес­пуб­ликабыҙ етәксеһе Рөстәм Хә­­­ми­­­- товтың да баш­ланғысты хуп­лауы сараның мәртәбәһен арттыра. Сәлә­мәт тормошто пропагандалау, үлем осрағын кәметеү, халыҡ иҫәбен арттырыу маҡсатын ҡуйған ярыш ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Бер нисә ғаиләне заман афәтенән ҡотҡара алһаҡ та, көсөбөҙ юҡҡа түгелмәгән тиергә була.
Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­та­йы­ның Башҡарма комитеты рәйесе урын­баҫары Буранбай Күсәбаевтың фе­ке­ренсә, конкурстың шарттары үҙгәр­мәй. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә ауыл­дарҙа спиртлы эсемлектең һа­тылмауы, тыуым артыуы, эскелек буйынса иҫәптә торған ғаилә­ләрҙең булмауы айырым иғтибарға алына­саҡ.
Ойоштороу комитеты ағзалары бел­дереүенсә, “Айыҡ ауыл” кон­кур­сын­да ҡатнашҡан төбәктәрҙә иҫерт­кес эсем­лектәр һатылмаҫҡа тейеш. Әммә ҙур ауыл-ҡасабаларҙа был талапты атҡа­рыуы ҡыйын. Бының өсөн тәү сиратта халыҡтың мәсьәләгә ҡарашын үҙгәртергә кәрәк.
Сарала ҡатнашыусыларҙың феке­ренсә, был йүнәлештәге эшмәкәр­лектең емештәрен йылдар үткәс татыясаҡбыҙ. Изге башланғыс тәү сиратта үҫеп килгән быуын өсөн кәрәк. Айыҡ ауылдарҙа тәрбиәләнгән балалар һәм йәштәр насар юлға баҫ­маясаҡ.


Автор: Айгиз БАЙМӨХӘМӘТОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә