“Айыҡ ауыл” конкурсы республикабыҙҙа быйыл да дауам итә. Шуныһы һөйөнөслө: хәмерһеҙ йәшәү рәүешен һайлаған биләмәләр йылдан-йыл арта. Былтыр был конкурста 85 ауыл ҡатнашһа, быйыл уларҙың һаны 161-гә еткән. Райондар буйынса ҡарағанда, айыҡ тормош яҡлыларҙың күбеһе Илештән (19 ауыл) һәм Балтастан (15). Шулай уҡ Баймаҡ, Әбйәлил райондары ла алдынғылыҡты бирмәй. Быйыл ярышҡа Сибай һәм Күмертау ҡалалары ла ҡушылған. Конкурс йомғаҡтары йылдың аҙағында билдәле буласаҡ.
Республика Хөкүмәтендә сараны ойоштороу комитетында төрлө тармаҡ белгестәре ярыш үҙенсәлектәре хаҡында фекер алышты.
– Был проект үҙенең әһәмиәтен күрһәтте, — тип билдәләне ойоштороу комитеты рәйесе, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова. – Республикабыҙ етәксеһе Рөстәм Хәми- товтың да башланғысты хуплауы сараның мәртәбәһен арттыра. Сәләмәт тормошто пропагандалау, үлем осрағын кәметеү, халыҡ иҫәбен арттырыу маҡсатын ҡуйған ярыш ыңғай һөҙөмтәләрен бирә. Бер нисә ғаиләне заман афәтенән ҡотҡара алһаҡ та, көсөбөҙ юҡҡа түгелмәгән тиергә була.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары Буранбай Күсәбаевтың фекеренсә, конкурстың шарттары үҙгәрмәй. Еңеүселәрҙе билдәләгәндә ауылдарҙа спиртлы эсемлектең һатылмауы, тыуым артыуы, эскелек буйынса иҫәптә торған ғаиләләрҙең булмауы айырым иғтибарға алынасаҡ.
Ойоштороу комитеты ағзалары белдереүенсә, “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашҡан төбәктәрҙә иҫерткес эсемлектәр һатылмаҫҡа тейеш. Әммә ҙур ауыл-ҡасабаларҙа был талапты атҡарыуы ҡыйын. Бының өсөн тәү сиратта халыҡтың мәсьәләгә ҡарашын үҙгәртергә кәрәк.
Сарала ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, был йүнәлештәге эшмәкәрлектең емештәрен йылдар үткәс татыясаҡбыҙ. Изге башланғыс тәү сиратта үҫеп килгән быуын өсөн кәрәк. Айыҡ ауылдарҙа тәрбиәләнгән балалар һәм йәштәр насар юлға баҫмаясаҡ.