Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » “Санкциялар һуғышы”нан кем отор?
Уҙған аҙнала Төркиәлә президент һайлауҙары үтеүе, Украиналағы хәлдәргә бәйле АҠШ менән Европа союзы илдәренең санкцияларына ҡарата Рәсәйҙең ҡәтғи яуабы иғтибар үҙәгендә булды.



Эрдоган власта ҡалды

Төркиәнең премьер-министры Тайып Эрдоган президент вазифаһына эйә булды: һайлаусыларҙың 52 проценты уға өҫтөнлөк биргән. Әйтергә кәрәк: был илдә башлыҡ туранан-тура тауыш биреү юлы менән беренсе тапҡыр билдәләнде. Быға ҡәҙәр етәксе парламентта һайлана торғайны.

Тайып Эрдоган власта 2023 йылға, Төркиәнең 100 йыллығына тиклем ултырырға иҫәп тота. Был хаҡта ул һайлау алды агитацияһы мәлендә белдергәйне. 2015 йылға Төркилә парламент һайлауҙары көтөлә. Унда Эрдоган етәкселек иткән Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы еңеп сыҡһа, конституцияға үҙгәрештәр индереү күпкә еңелләшәсәк.

Ватан етештереүселәре, алға!

Украинала һуғыш дауам итә, һәм АҠШ менән Европа союзы илдәре был ыҙғыштың төп сәбәпсеһе итеп һаман да Рәсәйҙе күрә. Июль аҙағында илебеҙгә ҡарата өсөнсө тапҡыр санкциялар иғлан ителде. Етәкселек тәүге икәүһенә яуап бирмәгәйне, ә бына өсөнсөһөнән һуң Владимир Путин ҡәтғи ҡарарға килде: АҠШ-тан, Австралиянан, Канаданан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы тыйыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Сикләүҙәр ит, һөт ризыҡтарына, йәшелсә, емеш-еләккә ҡағыла. Ә балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек тыйылмай.
Бынан тыш, Украина самолеттары өсөн илебеҙ биләмәһе аша һауа юлы ябылды. АҠШ һәм Көнбайыш Европа тарафынан Рәсәйгә ҡарата һаман да баҫым яһау дауам итһә, сикләүҙең уларға ла ҡағылыуы ихтимал. Майҙаны буйынса донъяла иң ҙур урынды биләгән илдәр өсөн был аҙым ҙур ауырлыҡ һаласаҡ, йәғни юл сығымы байтаҡҡа артасаҡ.
Аҙыҡ-түлеккә сикләү индереүгә Европа илдәренең ҡайһы берҙәре ризаһыҙлыҡ белдерә башланы ла инде. Айырыуса Финляндия, Голландия, Норвегия борсола. Был урынлы ла. Әйтәйек, Финляндияла етештерелгән һөт ризыҡтарының яртыһы тиерлек Рәсәйгә килтерелә ине. Хәҙер иһә фермерҙар продукцияһын ҡайҙа итергә белмәй ҡаңғыра башланы.
Ауыл хужалығы тармағында уңыш йыйыу мәлендә сикләүҙәр индерелеүен, әлбиттә, Европа халҡы көтмәгәйне. Әле улар был йәһәттән юғалтыу хаҡын иҫәпләй башланы ла инде. Икенсе яҡтан иһә сит ил тауарҙарына сикләүҙәр индерелеүе ватан тауар етеш­тереүселәренә киң мөмкинлектәр аса.
Ғөмүмән, Украиналағы һуғышҡа бәйле сәйәси ыҙғыш иҡтисади һуғышҡа алып килде. Был санкцияларҙан кем отор ҙа, кем һемәйеп ҡалыр – әлегә әйтеүе ауыр. Һәр хәлдә, юғалтыу ике яҡта ла буласаҡ. Миҫал өсөн, 2003 йылда АҠШ менән ЕС илдәре тарафынан Иранға ҡарата иҡтисади санкциялар иғлан ителгәйне. Һуңғараҡ улар бер нисә тапҡыр яңыртылды. Санкциялар Ирандың уран байытыуына ҡаршы ҡабул ителгәйне. Һөҙөмтәлә был ил нефть етештереүҙе, һатыуҙы байтаҡҡа кәметте. Сикләүҙәрҙән Иран миллиардлаған долларлыҡ зыян күрҙе.

Кисәге дуҫтар бөгөн дошманмы?

Украиналағы һуғышҡа килгәндә, бында хәрби көстәр яғында ла, ополчение сафтарында ла сит ерҙәрҙән ялланып һуғышыусылар барлығы асыҡланды. Илдең эске эштәр министры Арсен Аваков президент Петр Порошенкоға Грузия, Белоруссия, Рәсәй, Испания кешеләренә Украина гражданлығы биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Бындағы хәрби көстәр составында Финляндия, Франция, Норвегия, Бөйөк Британия, Италия халыҡтары вәкилдәре лә бар. Уларҙы ҡан ҡойошҡа ылыҡтырыу менән элекке Югославия биләмәһендә барған һуғышта ошо йәһәттән дан алған француз Гастон Бессон шөғөлләнә икән. Украинаның хәрби көстәренә АҠШ яғынан да ярҙам күрһәтелә. Сит ил граждандары ополчение сафтарында ла бар. Дөйөм алғанда, Украиналағы һуғышта 15-ләп илдең граждандары ҡатнашҡаны билдәле булды. Йәғни ыҙғыш интернациональ төҫ алды. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Киев ҡалаһында Майҙан тағы ла гөжләй башланы. Быға ҡала етәкселегенең уларҙың баррикадаларын, палаткалар ҡаласығын алып ташлау тураһындағы ҡарары сәбәпсе булды. Киев мэры Виталий Кличко хәҙер килеп элекке иптәштәренә ҡаршы сыҡты. Майҙандағылар бөгөнгө етәкселектең ҡарары менән һис кенә лә риза түгел һәм, илдә ныҡлы тәртип урынлаштырылмай тороп, бынан китергә йыйынмай. Тимәк, Киевта тағы ла бер фронт барлыҡҡа килеүе ихтимал.


Автор: Самат ҒӘЛИУЛЛИН.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә