Уҙған аҙнала Төркиәлә президент һайлауҙары үтеүе, Украиналағы хәлдәргә бәйле АҠШ менән Европа союзы илдәренең санкцияларына ҡарата Рәсәйҙең ҡәтғи яуабы иғтибар үҙәгендә булды.
Эрдоган власта ҡалдыТөркиәнең премьер-министры Тайып Эрдоган президент вазифаһына эйә булды: һайлаусыларҙың 52 проценты уға өҫтөнлөк биргән. Әйтергә кәрәк: был илдә башлыҡ туранан-тура тауыш биреү юлы менән беренсе тапҡыр билдәләнде. Быға ҡәҙәр етәксе парламентта һайлана торғайны.
Тайып Эрдоган власта 2023 йылға, Төркиәнең 100 йыллығына тиклем ултырырға иҫәп тота. Был хаҡта ул һайлау алды агитацияһы мәлендә белдергәйне. 2015 йылға Төркилә парламент һайлауҙары көтөлә. Унда Эрдоган етәкселек иткән Ғәҙеллек һәм үҫеш партияһы еңеп сыҡһа, конституцияға үҙгәрештәр индереү күпкә еңелләшәсәк.
Ватан етештереүселәре, алға!
Украинала һуғыш дауам итә, һәм АҠШ менән Европа союзы илдәре был ыҙғыштың төп сәбәпсеһе итеп һаман да Рәсәйҙе күрә. Июль аҙағында илебеҙгә ҡарата өсөнсө тапҡыр санкциялар иғлан ителде. Етәкселек тәүге икәүһенә яуап бирмәгәйне, ә бына өсөнсөһөнән һуң Владимир Путин ҡәтғи ҡарарға килде: АҠШ-тан, Австралиянан, Канаданан, Европа союзы илдәренән аҙыҡ-түлек һатып алыуҙы тыйыу тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Сикләүҙәр ит, һөт ризыҡтарына, йәшелсә, емеш-еләккә ҡағыла. Ә балалар өсөн тәғәйенләнгән аҙыҡ-түлек тыйылмай.
Бынан тыш, Украина самолеттары өсөн илебеҙ биләмәһе аша һауа юлы ябылды. АҠШ һәм Көнбайыш Европа тарафынан Рәсәйгә ҡарата һаман да баҫым яһау дауам итһә, сикләүҙең уларға ла ҡағылыуы ихтимал. Майҙаны буйынса донъяла иң ҙур урынды биләгән илдәр өсөн был аҙым ҙур ауырлыҡ һаласаҡ, йәғни юл сығымы байтаҡҡа артасаҡ.
Аҙыҡ-түлеккә сикләү индереүгә Европа илдәренең ҡайһы берҙәре ризаһыҙлыҡ белдерә башланы ла инде. Айырыуса Финляндия, Голландия, Норвегия борсола. Был урынлы ла. Әйтәйек, Финляндияла етештерелгән һөт ризыҡтарының яртыһы тиерлек Рәсәйгә килтерелә ине. Хәҙер иһә фермерҙар продукцияһын ҡайҙа итергә белмәй ҡаңғыра башланы.
Ауыл хужалығы тармағында уңыш йыйыу мәлендә сикләүҙәр индерелеүен, әлбиттә, Европа халҡы көтмәгәйне. Әле улар был йәһәттән юғалтыу хаҡын иҫәпләй башланы ла инде. Икенсе яҡтан иһә сит ил тауарҙарына сикләүҙәр индерелеүе ватан тауар етештереүселәренә киң мөмкинлектәр аса.
Ғөмүмән, Украиналағы һуғышҡа бәйле сәйәси ыҙғыш иҡтисади һуғышҡа алып килде. Был санкцияларҙан кем отор ҙа, кем һемәйеп ҡалыр – әлегә әйтеүе ауыр. Һәр хәлдә, юғалтыу ике яҡта ла буласаҡ. Миҫал өсөн, 2003 йылда АҠШ менән ЕС илдәре тарафынан Иранға ҡарата иҡтисади санкциялар иғлан ителгәйне. Һуңғараҡ улар бер нисә тапҡыр яңыртылды. Санкциялар Ирандың уран байытыуына ҡаршы ҡабул ителгәйне. Һөҙөмтәлә был ил нефть етештереүҙе, һатыуҙы байтаҡҡа кәметте. Сикләүҙәрҙән Иран миллиардлаған долларлыҡ зыян күрҙе.
Кисәге дуҫтар бөгөн дошманмы?Украиналағы һуғышҡа килгәндә, бында хәрби көстәр яғында ла, ополчение сафтарында ла сит ерҙәрҙән ялланып һуғышыусылар барлығы асыҡланды. Илдең эске эштәр министры Арсен Аваков президент Петр Порошенкоға Грузия, Белоруссия, Рәсәй, Испания кешеләренә Украина гражданлығы биреүҙе һорап мөрәжәғәт иткән. Бындағы хәрби көстәр составында Финляндия, Франция, Норвегия, Бөйөк Британия, Италия халыҡтары вәкилдәре лә бар. Уларҙы ҡан ҡойошҡа ылыҡтырыу менән элекке Югославия биләмәһендә барған һуғышта ошо йәһәттән дан алған француз Гастон Бессон шөғөлләнә икән. Украинаның хәрби көстәренә АҠШ яғынан да ярҙам күрһәтелә. Сит ил граждандары ополчение сафтарында ла бар. Дөйөм алғанда, Украиналағы һуғышта 15-ләп илдең граждандары ҡатнашҡаны билдәле булды. Йәғни ыҙғыш интернациональ төҫ алды. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Киев ҡалаһында Майҙан тағы ла гөжләй башланы. Быға ҡала етәкселегенең уларҙың баррикадаларын, палаткалар ҡаласығын алып ташлау тураһындағы ҡарары сәбәпсе булды. Киев мэры Виталий Кличко хәҙер килеп элекке иптәштәренә ҡаршы сыҡты. Майҙандағылар бөгөнгө етәкселектең ҡарары менән һис кенә лә риза түгел һәм, илдә ныҡлы тәртип урынлаштырылмай тороп, бынан китергә йыйынмай. Тимәк, Киевта тағы ла бер фронт барлыҡҡа килеүе ихтимал.