Вконтакте Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Башҡортостан гәзите » Йәмғиәт » Украиндар эшкә урынлаша
Украинанан килгән 38 кеше республикабыҙҙа эшкә урынлаштырылды. Ҡала һәм райондарҙағы мәшғүллек үҙәктәренә үҙ илен ирекһеҙҙән ҡалдырып киткән 587 граждан мөрәжәғәт иткән.

Донецк өлкәһенән килгән бер төркөм Мәләүездәге “ВНЗМ” предприятиеһына эшкә урынлашҡан. Уларға, нигеҙҙә, кран машинисы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, штукатур-маляр кеүек һөнәрҙәр тәҡдим ителгән. Ошо өлкәнән килгән тракторсы “Алексеевка” совхозында һөнәре буйынса эшләй. Өфө районының Йоматау ауылындағы “Локомотив” балалар һауыҡтырыу лагерында ашнаҡсы, хужалыҡ мөдире, слесарь булып хеҙмәт иткәндәр ҙә бар. Тағы ла дүрт кеше Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына юлланған.
Ошо көндәрҙә Донецк өлкәһенең Снежное ҡалаһынан килгән ғаиләгә “Аҡбуҙат” ипподромынан бүлмә бирелгән. 52 йәшлек әсә — ипподромда йыйыштырыусы, ҡыҙы — шәфҡәт туташы, 20 йәшлек улы — ат ҡараусы. Ғаилә башлығы ла Өфөлә эш тапҡан.
– Украинанан килгән ҡасаҡтар дәүләт предприятиеларында ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙарҙа ла эш урыны тапты, — ти республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Улар һатыусы, фрезерлаусы, тауар белгесе, электрик, юл эшсеһе, шофер, мебель яһаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Донецк өлкәһендә ювелир-гравер булып эшләгән ир республикабыҙҙа ла ошондай уҡ шөғөл тапҡан. Хеҙмәт хаҡы, әллә ни ҙур булмаһа ла, тотороҡло. Ҡасаҡтарҙың барыһы ла ваҡытлыса төпләнеү пункттарына урынлаш­тырылған, торлаҡ өсөн республика ҡаҙнаһынан түләнә.
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, мәшғүллек мәсьәләһе буйынса Украина граждандары һәр ҡалалағы һәм райондағы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Ведомствола был йәһәттән “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Уның телефоны: 8(347) 251-51-55.
– Украина граждандары эшкә урынлашыу өсөн Рәсәй биләмәһендә ваҡытлыса төйәк бирелеү тураһындағы таныҡлыҡты тәҡдим итергә тейеш, — тине Роза Кузьменко. Уны өс көн эсендә алырға була. Йәиһә граждандың паспортында ил төбәгендә ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт бирелеүе шарт. Бындай документ бар икән, сит ил кешеһе, Федераль миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, уны республикабыҙға күсереүҙе һорарға тейеш.


Автор: Л. ИҪӘНҒОЛОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В Одноклассниках   Вконтакте





Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды

Башҡортостанда йөк машиналары контролгә алынды 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала юлдарҙа хәүефһеҙлек айлығы башланды....

Тотош уҡырға 1

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал

Башҡортостанда Хоҡуҡ институтына Илона Макаренко етәксе итеп һайланыуы ихтимал 30.10.2026 // Йәмғиәт

Белем биреү учреждениеһы етәксеһе Руслан Зәйнуллин республикала Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкил ......

Тотош уҡырға 3

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була 30.10.2026 // Йәмғиәт

Республикала ноябрь ғәҙәттәгенән йылыраҡ була...

Тотош уҡырға 5

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ҡуйҙы 30.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан Башлығы хәрби хеҙмәткә саҡырыу комиссиялары составында үҙгәрештәр тураһында указға ҡул ......

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды

Башҡортостанда район халҡының Радий Хәбировҡа ниндәй һорауҙар биреүе билдәле булды 29.10.2026 // Йәмғиәт

Бөгөн, 29 октябрҙә, Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең һәм БСТ ТВ-каналының күсмә ......

Тотош уҡырға 3

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана 29.10.2026 // Йәмғиәт

Өфө аэропортында 26 авиарейс тотҡарлана...

Тотош уҡырға 2

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда дүрт көнлөк эш аҙнаһы көтөлә...

Тотош уҡырға 4

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән 29.10.2026 // Йәмғиәт

Стәрлетамаҡ күгендә 8 БПЛА бәреп төшөрөлгән...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде 29.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда БПЛА хәүефе иғлан ителде...

Тотош уҡырға 4

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде 28.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостанда рөхсәтһеҙ эшләгән таксистарҙы тыйыу тураһында закон ҡабул ителде...

Тотош уҡырға 3

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була 28.10.2026 // Йәмғиәт

Октябрь аҙағында республикала йылы һәм ҡоро була...

Тотош уҡырға 3

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде 27.10.2026 // Йәмғиәт

Башҡортостан муниципалитеттарының береһендә яңы хәрби комиссар тәғәйенләнде...

Тотош уҡырға 4


Комментарий өҫтәргә