Украинанан килгән 38 кеше республикабыҙҙа эшкә урынлаштырылды. Ҡала һәм райондарҙағы мәшғүллек үҙәктәренә үҙ илен ирекһеҙҙән ҡалдырып киткән 587 граждан мөрәжәғәт иткән.
Донецк өлкәһенән килгән бер төркөм Мәләүездәге “ВНЗМ” предприятиеһына эшкә урынлашҡан. Уларға, нигеҙҙә, кран машинисы, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе, штукатур-маляр кеүек һөнәрҙәр тәҡдим ителгән. Ошо өлкәнән килгән тракторсы “Алексеевка” совхозында һөнәре буйынса эшләй. Өфө районының Йоматау ауылындағы “Локомотив” балалар һауыҡтырыу лагерында ашнаҡсы, хужалыҡ мөдире, слесарь булып хеҙмәт иткәндәр ҙә бар. Тағы ла дүрт кеше Учалы тау-байыҡтырыу комбинатына юлланған.
Ошо көндәрҙә Донецк өлкәһенең Снежное ҡалаһынан килгән ғаиләгә “Аҡбуҙат” ипподромынан бүлмә бирелгән. 52 йәшлек әсә — ипподромда йыйыштырыусы, ҡыҙы — шәфҡәт туташы, 20 йәшлек улы — ат ҡараусы. Ғаилә башлығы ла Өфөлә эш тапҡан.
– Украинанан килгән ҡасаҡтар дәүләт предприятиеларында ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙарҙа ла эш урыны тапты, — ти республика Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат секретары Роза Кузьменко. — Улар һатыусы, фрезерлаусы, тауар белгесе, электрик, юл эшсеһе, шофер, мебель яһаусы һөнәрҙәрен үҙләштерә. Донецк өлкәһендә ювелир-гравер булып эшләгән ир республикабыҙҙа ла ошондай уҡ шөғөл тапҡан. Хеҙмәт хаҡы, әллә ни ҙур булмаһа ла, тотороҡло. Ҡасаҡтарҙың барыһы ла ваҡытлыса төпләнеү пункттарына урынлаштырылған, торлаҡ өсөн республика ҡаҙнаһынан түләнә.
Министрлыҡта әйтеүҙәренсә, мәшғүллек мәсьәләһе буйынса Украина граждандары һәр ҡалалағы һәм райондағы халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәктәренә мөрәжәғәт итә ала. Ведомствола был йәһәттән “ҡыҙыу элемтә” эшләй. Уның телефоны: 8(347) 251-51-55.
– Украина граждандары эшкә урынлашыу өсөн Рәсәй биләмәһендә ваҡытлыса төйәк бирелеү тураһындағы таныҡлыҡты тәҡдим итергә тейеш, — тине Роза Кузьменко. Уны өс көн эсендә алырға була. Йәиһә граждандың паспортында ил төбәгендә ваҡытлыса йәшәүгә рөхсәт бирелеүе шарт. Бындай документ бар икән, сит ил кешеһе, Федераль миграция хеҙмәтенә мөрәжәғәт итеп, уны республикабыҙға күсереүҙе һорарға тейеш.